

Учалы районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған, дүртәүһе дауаханала, улар араһында - ике бала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙ Учалы - Межозерный автомобиль юлының 1-се саҡрымында ВАЗ-2110 һәм ҡаршы килгән «Шакман» йөк машинаһы бәрелешкән. Төбәктең баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, авария арҡаһында еңел автомобиль водителе һәм уның эргәһендәге пассажиры һәләк була. Улар табиптар килгәнсе үк вафат булған. Машинала булған дүрт кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, зыян күреүселәр араһында ике бәлиғ булмаған бала бар. Ваҡиға сәбәптәрен һәм деталдәрен тиҙ арала асыҡлау өсөн һәләкәт урынына ЮХХДИ-ның төбәк идаралығы етәкселәре килде. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында тәфтиш-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре һәм эксперт-криминалистар эшләй.