

Илгә терәк булырҙай көслө улдар үҫтергән әсәй тураһында бөгөнгө мәҡәләм. Флүзә Әфләтунова Бишбүләк районының Дүсән ауылында йәшәй. Тормош иптәше бер нисә йыл элек мәрхүм булған. Ире менән биш бала: дүрт ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирһәләр, барыһы ла алыҫ Себер тарафтарында төпләнгән.
Дүрт улының барыһы ла хәрби хеҙмәттә булған. Ә иң кесеһе “Кошмар” позывнойлы яугир бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла. Һүҙебеҙ яуҙа йөрөгән улына көйләнде.
–Улым бала сағынан тыныс холоҡло, сабыр булды. Күп һөйләмәй, ләкин ныҡлы ғына итеп үҙенең һүҙен әйтә белә. Мәктәптә уҡығанында сәхнәнән төшмәне, алып барыусы ла булды, бейене лә, ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнде. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында ла ҡатнашты. Дуҫтары ла бәләкәйҙән күп булды, – тип һөйләп алып китте Флүзә апай.
Барыһы ла ыңғай ғына бара. Мәктәпте тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Һуңынан Себергә нефть тармағы буйынса эшкә урынлаша. Бер юлы Төмән нефть университетына ла уҡырға инә. Себер тарафтарында төпләнеп, ғаилә ҡороп, ҡатыны менән балалар үҫтереп йәшәп ята. 2022 йылдың көҙөндә махсус хәрби операцияға юллана.
–Йәшәгән урынынан оҙаттыҡ улымды. Эй, шул тиклем күп итеп дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Бронежилетҡа тиклем алып ебәрҙеләр. Улымдың юлына ҡаршы төшмәнем. Ир-егеттәрҙең был ил алдындағы изге бурысы. Ул да, башҡалар ҙа бармаһа, илде кем һаҡлар? Улымдың махсус хәрби операцияға юлланыуына йөрәгем янһа ла, күрһәтмәнем, сабыр ғына түҙҙем. Ике тапҡыр ялда булды. Ихаталарҙы яңыртып, ярҙам итеп китте. Ҡаты яралар ҙа алды. Иң мөһиме – иҫән-имен йөрөһөн, – тип һөйләне Флүзә апай.
Бишбүләк батырының күкрәген наградары биҙәй. “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” , “Спезназда хеҙмәт иткән өсөн” миҙалдары уның ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Күптән түгел “Шайморатов” миҙалын тапшырғандар.
Үҙе яраланған килеш иптәш егеттәрен яу яланынан алып сыҡҡан яугирҙә, үҙенән бигерәк башҡаларҙы хәстәрләү сифаты асыҡ күренә. Юҡҡа ғына уға рота командиры тигән яуаплы бурыс һалынмаған.
Әйткәндәй, был нәҫелдә ир-егеттәргә хас ныҡлыҡ, яуаплылыҡ быуындан быуынға килә:
– Иремдең ҡартаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әсәйемдең бир туған ағалары ла һуғышта булған, уларҙың өсәүһе иҫән ҡайтҡан. Ләкин оҙаҡ йәшәй алмай был донъянан бик иртә китеп барғандар. Ирем дә, дүрт улымдың барыһы ла һалдат бурысын үтәне. Өлкәне Руслан Североморск яғында – моряк булды, Рәфил – Чечня бәрелешенә эләкте, спезназ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте, Рәсүл улым Һарытыу өлкәһендә һалдат бурысын үтәне. Иң кесеһе лә һынатманы, армияла ла булды, бөгөн – махсус-хәрби операцияла. Атайҙары бала саҡтан улдарын физик яҡтан көслө итеп үҫтерҙе. Ирем үҙе лә спорт менән дуҫ булды. Саңғыла, велосипедта уҙышыуҙа ярыштарҙа алдынғы урындар ала ине. Һабантуйға барһа, бер ҡасан да бүләкһеҙ ҡайтманы. Турникта күнекмәләр эшләтеп, улдарын армия тормошона алдан әҙерләне. Беҙҙең ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе лә ныҡ булды. Бер ҡасан да балалар эшһеҙ торманы. Эшләп үҫһендәр тип, йыл һайын утауға сөгөлдөр ала торғайным, – тине ғорурланып әсәй кеше.
Илһөйәр улдар үҫтергән әсәйҙең үҙе тураһында ла күберәк белге килде.
Фәүзиә Муллахмәт ҡыҙы 35 йыл уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тәүҙә педагогия учидищеһында белем ала, аҙаҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ситтән тороп уҡырға инә. Уҡыған осоронда бер-бер артлы өс сабыйы донъяға килә.
– Уҡытыусы һөнәрен һайлауға әсәйем булышлыҡ итте. Йырсы булырға теләһәм дә, әсәйемдең унда ебәргеһе килмәне. “Уҡытыусы бала уҡытам, тәрбиәләйем тип үҙен дә үҫтерә, камиллаштыра”, ти торғайны һәм бик дөрөҫ әйткән. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Йырларға яратыуым тормошта ярҙам итә. Ауыл клубында фольклор төркөмөндә сығыш яһайым. Бергәләп махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Сәй ҙә тултырҙыҡ, госпиталгә мендәрҙәр эшләнек, туҡмас киҫтек. Хаҡлы ялда булһам да бер генә буш ваҡыт та юҡ әле, – ти һәр яҡлап өлгөр апай.
Хеҙмәт, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу һаулыҡҡа ла ыңғай йоғонто яһай тигән фекерҙә Флүзә Әфләтүнова. Мәктәбе өйөнән 2,5 километр йыраҡлыҡта булһа ла, көнөнә өсәр тапҡыр йәйәү барып ҡайта ул эшләгән осоронда.
Ғорурланырлыҡ балалар тәрбиәләгән өлгөлө әсәйгә ҡартлығының да имен, тыныс булыуын теләйбеҙ. Балаларының тик һөйөнөслө хәбәрҙәрен генә ишетеп йәшәргә яҙһын уға.
Фото: ғаилә архивынан.
Бишбүләк районы.