Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Июнь 2025, 03:52

“Ирәмәл” клубына – 25 йәш.

Ике мәғәнәлә лә дан ҡаҙанды каратэ оҫталары

“Ирәмәл” клубына – 25 йәш.“Ирәмәл” клубына – 25 йәш.
“Ирәмәл” клубына – 25 йәш.

Ул дәүерҙә киң таралған видеотаҫмаларға ҡарап, үткән быуаттың  90-сы йылдарында бөтә йәштәр картэ менән  ныҡ ҡыҙыҡһынды, етди кимәлдә шөғөлләнергә теләүселәр ҙә быуа быуырлыҡ ине. Ләкин Учалыла был хәрби сәнғәт ерегеү, нығыныу һәм бөгөнгө көндә лә сәскә атыуы  “Ирәмәл” балалар һәм үҫмерҙәр спорт клубына өҙөлгөһөҙ бәйле. Клубҡа нигеҙ һалыусы һәм әле лә алыштырғыһыҙ директоры – танылған спортсы һәм тренер Ринат Абдулхай улы Сабанбаев.

14 июнь, Учалы ҡалаһының “ Ижад һарайында “Ирәмәл” клубының 25 йыллыҡ юбилейы тантаналы рәүештә билдәләнде. Элекке өйрәнсектәр бөтә Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан да йыйыла. Сирек быуат элек танауҙарын мыш-мыш тартып татами (балаҫ) өҫтөндә тәүге ҡыйыуһыҙ аҙымдарын яһаған малай-ҡыҙыҡайҙар хәҙер инде олпат ағай-апайҙарға әйләнеп бөткәндәр, әммә барыһының да күңел төбәндәге йылынан-йылы бала саҡ хәтирәләре “Ирәмәл”гә өҙөлгөһөҙ бәйле.  Мыҡты  кәүҙәле, тура һәм асыҡ ҡарашлы булыуҙары ла берләштерә бөгөнгө көндә төрлө өлкәләрҙә эшләгән спортсыларҙы. Хәйер, үткән ваҡыт категорияһында  ғына яҙырға тура килмәй, әлеге кәндә лә каратэ серҙәренә төшөнә генә башлаған сабыйҙар  бихисап икән Учалыбыҙҙа.

-Теүәл әйткәндә, хоҡуҡи йәһәттә “Ирәмәл” клубын 1994 йыл теркәнем, әммә 2000 йылда ғына Учалы ҡалаһының Башҡортостан урамы, 8-се йорт адресы буйынса подвалда спорт залы өсөн урын алыуға ирештек.  Үҙебеҙ  ҙур ремонт үткәрҙек, әлегә тиклем шунда шөғөлләнәбеҙ. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем нисәмә спортсыбыҙ Башҡортостан Республикаһы чемпиондары булды – иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел. Бик ҡаты һынауҙар, етди аттестациянан һуң ғына бирелгән “ҡара билмау” дәрәжәһенә еткәндәр үҙҙәре генә лә 30-ҙан ашты!  Ә бит беҙ башлаған ваҡытта Учалыла түгел, бөтә республикала был дәрәжәләге бер оҫта ла юҡ ине әле. Рәсәй, Европа, Донъя чемпионаттары призерҙары бихисап, -ти Ринат Абдулхай улы. Әйткәндәй, ул үҙе лә Донъя чемпионатында ҡатнашҡан спортсы, бөгөнгө кәндә юғарынан-юғары 5-се дан кимәлендәге каратэ оҫтаһы, республикала танылған һәм ихтирам ителгән белгес.  Юғары белемле белгес тип тә өҫтәйек, 1997 йыл Силәбе дәүләт физик культура академияһын тамамлай.

Беҙгә шуныһы ла ҡыҙыҡ булып тойолдо: япон теленән “дан” башҡортсаға “баҫҡыс” тип тәржемә ителә һәм оҫтаның ниндәй кимәлгә күтәрелеүен күрһәтә, беҙҙә ни – дан дан инде, мәғәнә яғынан ҡалай тура килгәндәр тип аптырайһы ғына ҡала.

Ринат Абдулхай улы ир уртаһын саҡ үтте (1969 йылғы), әммә күптән инде “аҡһаҡал” исемен йөрөтә. Төбәк тарихында башҡа бындай миҫал юҡ буғай – хәҙер инде рәттән 6-сы саҡырылышҡа Учалы ҡала ултырағы Советы депутаты итеп һайлана. Кеше менән уртаҡ тел таба белеүгә, абруйлылыҡҡа иң ышаныслы дәлил инде был. Бынан алда Социаль-гуманитар һорауҙар, тәртип һаҡлау һәм законлылыҡ комиссияһында эшләһә, ғәмәлдәге 6-сы саҡырылышта Совет регламентын, депутат статусын һәм этикаһын күҙәтеү буйынса комиссия рәйесе итеп һайланды.

-Депутат бурыстарына тура ҡағылмаған эштәр ҙә етерлек, - ти Ринат Сабанбаев.- Мәҫәлән, хәлдән килгәнсә махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә булышлыҡ итеү. Әммә был хаҡта тәфсирләп һөйләп тормаясаҡмын, был – маҡтаныу өсөн түгел, был – күңел талабы! ....Ә иң ауыры элекке  өйрәсектәрең менән мәңгегә бәхилләшеү: кисәнге генә тигәндәй шуҡ малай булып күҙ алдына йүгереп йөрөйҙәр ине, күҙ асып йомғансы ғәйрәтле ир булып үҫеп, ил һағына ҡыйыу баҫып, батырҙарса баштарын да һалдылар.... Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын, “Ирәмәлдә” һеҙҙең турала бер ваҡытта ла онотмаҫбыҙ!

Ә 25 йылда “Ирәмәлдә” һәммәһе нисә малай-ҡыҙ каратэ һабаҡтарын алған, бының осона бөтөнләй сығырлыҡ түгелдер.  Ҡара иҫәп менән генә самалағанда ла 5-6 мең йыйылыр буғай.   Байтағы һуңынан танылған спортсы булып китмәй, әлбиттә, әммә барыһы ла сыныға, рух һәм тәндәрен нығыта,  тәртипкә өйрәнә. Ошондайҙарҙың береһенән ҡыҫҡаса интервью алдыҡ. Һеҙҙең иғтибарға Айгөл Айытбаева, математика фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһы:

-Миңә “Ирәмәл” клубының иң беренсе төркөмөндә   2018 йыл мәктәпте тамамлағанға тиклем шөғөлләнеү бәхете эләкте. “Ҡара билмауҙы” институтҡа ингәс, әммә тренерым Ринат Сабанбаев етәкселегендә алдым.  Ярыштарға йыш йөрөнөк, сираттағы төҫтә билмау алыу һынауҙары үтә  ныҡ тулҡынландыра торғайны, ә берҙе портреттарыбыҙҙы ҡаланың үҙәк майҙанына элгәстәре, бөтә яҡындарымдың ғорурлыҡтан түпәләре күккә тейә яҙғайны! Тәүге мәлдәрҙә бергә башлаған әхирәтем  Рита Баязитова хәҙер үҙе республикала танылған тренер дәрәжәһенә тиклем күтәрелде.  Ә мин тормошомдо  һуңынан  фәнгә бәйләнем, әммә каратэ менән шөғөлләнеү тик файҙаға ғына булды тигән фекерҙәмен – сыныҡтырҙы, ҡаршылыҡтарға тура ҡарарға һәм еңергә, иң ауыр саҡтарҙа ла бирешмәҫкә өйрәтте.  Уҡыу һәм спорт бөтә ваҡытты алды, ә төрлө йүнһеҙлектәр фәҡәт эшһеҙлектән, буш ваҡыт артыҡ күп булыуҙан башлана. Ринат Абдулхаевич спорт менән генә сикләнмәне бит ул, тормош һабаҡтары ла бирҙе. Хәтерҙә,  берҙе үҫмер йәшендә  әхирәттәр менән төнгө дискотекаға сығырға батырсылыҡ иттек.  Тик бына унда һис көтмәгәндә тренерыбыҙ тап булып:” Нишләп бында йөрөйгөҙ!? Һеҙҙең кеүек ҡыҙсыҡтарға бында килешмәгән урын һәм  килешмәгән ваҡыт!”- тип әйтеүе булды, нисек өйгә йүгерә ҡайтып, нисек юрған аҫтына инеп ятҡанды үҙебеҙ ҙә абайламай ҡалдыҡ... Һәм бындай хәл-ваҡиғаларҙы күп һөйләй алыр инем.  Барыһы өсөн дә рәхмәт, хөрмәтле Ринат Абдулхай улы!

P.S. «Ирәмәл” үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәһә, үрҙә яҙған уңыштарға һис тә өлгәшә алмаҫ ине. Ринат Сабанбаевтың тырышлығы менән донъя кимәлендәге оҫталар ҙа Учалыла ҡунаҡланы. Ике тиҫтәләп йыл элек Испаниянан килгән ошондай бер иптәш менән үҙебеҙгә лә осрашырға тура килде. “Һуғыш суҡмары” тип һис тә уйларлыҡ түгел – шундай ипле һәм әҙәпле, баларҙың күнекмәләренә ҡарап шундай ихлас ҡыуана ине, һәр кем менән итәғәтле һөйләшә. Бер-ике фекере һаманға тиклем хәтерҙә: “Йәш спортсыларға ғына түгел, бөтә кешеләргә туҡланғанда үҙ төбәгеңдә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк биреү зарур, иң файҙалыһы – тыуған ереңдә үҫкән ризыҡ”, “...минең өсөн тормошта иң әһәмиәтлеһе – Хоҙай Тәғәлә, унан ҡала – яҡын кешеләрем, 3-сө урында –мин үҙем, 4-се урында – ватандаштарым, 5-се урында – ҡалған бөтә кешеләр, һуңынан ғына яратҡан ҡомарым – каратэ, ә унан ҡала – донъялағы башҡа шөғөлдәр”.  Байлыҡ, дан-шөһрәт тураһында яңылыштан да бер һүҙ әйтмәне был аҡыл эйәһе!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас