Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
17 Июня 2025, 10:00

Ҡытай беҙҙең ике предприятиены һайланы

Экспорт күләме ике тапҡырға артасаҡ

Ҡытай беҙҙең ике предприятиены һайланыҠытай беҙҙең ике предприятиены һайланы
Ҡытай беҙҙең ике предприятиены һайланы

Ҡытайҙың баш таможня идаралығы малсылыҡ аҙыҡ-түлеген ташыуға хуплау алған Рәсәй компаниялары исемлеген киңәйтте. Экспортҡа хоҡуҡ алғандар араһында республикабыҙҙан да ике етештереү предприятиеһы бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Ҡытай инспекцияһы беҙҙең “Турбаҫлы бройлеры”, “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге” етештереү компанияларын һайлаған. Республика агросәнәғәт комплексы продукцияларын һатыу күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Башҡортостан аграрийҙары бөгөн халыҡты төп аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп ҡалмай, ә етештергәнен әүҙем экспортлай, сит илдәрҙәге яңы баҙарҙарҙы өйрәнә, – ти республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – 2030 йылға экспорт күләмен 651,2 миллион долларға – 2021 йылға ҡарағанда ике тапҡырға арттырырға планлаштырабыҙ”.

Әле Ҡытайға ит ризыҡтарын – 58, ҡортсолоҡ продукцияларын 26 ватан етештереүсеһе ебәрә ала. Башҡортостандың агросәнәғәт предприятиелары сит ил баҙарына ҡуҙаҡлы, бөртөклө ашлыҡ, етен орлоғо, көнбағыш, рапс майы ташый.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас