Яйыҡ
+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2025, 10:45

Сорамандар ҡоро - әхлаҡ һәм әҙәп ҡоро

Гәзитебеҙҙең һуңғы һандарында әле теге, әле был ауылдарында балалар һабантуйҙары үтеүе тураһында яҡтырта килдек. Был юлы иһә ултыраҡтың бөтә быуынын бергә туплаған күркәм сара тураһында бәйән итергә булдыҡ. 14 июнь көнө Сораман ауылында олоһон да, йәшен дә бергә йыйған, дини тематика менән һуғарылған сара уҙҙы.

Гәзитебеҙҙең һуңғы һандарында әле теге, әле был ауылдарында балалар һабантуйҙары үтеүе тураһында яҡтырта килдек. Был юлы иһә ултыраҡтың бөтә быуынын бергә туплаған күркәм сара тураһында бәйән итергә булдыҡ. 14 июнь көнө Сораман ауылында олоһон да, йәшен дә бергә йыйған, дини тематика менән һуғарылған сара уҙҙы.

Билдәле булыуынса, Сораман халҡы элек-электән дингә тартылып, Ислам дине ҡанундарын хөрмәтләп йәшәй. Ғүмер буйы педагогия, ауыл хужалығы, йәки башҡа өлкәләрҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ағай-апайҙар күңел талабы буйынса олоғайғас та ғәрәп алфавитын өйрәнә, дини дәрестәр ала, улай ғына ла түгел, дин буйынса белемдәрен олуғ мәҙрәсәләрҙә үҫтерә. Шулай, Сораман ауылының актив кешеләре Раушания Ғәзизйән ҡыҙы Ишморатова, Рәмилә Кәүсәр ҡыҙы Ямалова, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, даими авторы Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы Ҡәләмова, уның тормош иптәше Зиннур Шөғәйеп улы Ҡәләмов әлеге мәлдә Троицк ҡалаһындағы "Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ситтән тороп уҡып йөрөйҙәр (ә Шәүрә Вәзир ҡыҙы Шакирйәнова был уҡыу йортон былтыр уңышлы тамамлап, хәҙер Ислам һәм ғәрәп теле нигеҙҙәре мөғәллимәһе ролендә халыҡ күңеленә яҡшылыҡ, паклыҡ орлоҡтары сәсә). Әле үрҙә атап үткән шәкерттәр "Сораман" мәсетендә бер айлыҡ практика үтә. Кемеһелер балаларҙы ғәрәп алфавитына төшөндөрә, сүрәләрҙе, доғаларҙы дөрөҫ уҡып-ятларға өйрәтә. Икенсеһе ололар менән эш итә. Зиннур Шөғәйеп улы, мәҫәлән, тик ир-ат менән мәшғүл - дини белем бирә, намаҙ тәртибенә өйрәтә һ.б.    

Ошо ағай-апайҙар һәм Сорамандың башҡа әүҙемдәре килешеп, ауылда Ислам дине менән бәйле фәһемле лә, күңелле лә байрам уҙғарырға ҡарар итә. Өлгөр Раушания Ғәзизйән ҡыҙы ауыл чатына ошо хаҡта белдереүе була, берҙәм һәм татыу сорамандар бүләк-фәләнгә, башҡа сығымдарға тип, аҡса күсерә ла башлай. Нажия менән Жәүҙәт Хужиндар Уральскиға барып аҙыҡ-түлек, емеш-еләк, һуттар, башҡа тәм-том, бүләктәр тейәп тә ҡайта. Әйткәндәй, Хужиндар ғаиләһе байрамда ҡатнашыусы һәр кемгә үҙҙәре исеменән дә бүләктәр әҙерләй.

Тәғәйен көндә мәсет янына халыҡ эркелә. Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Исламов, Сораман ауылы старостаһы Ирек Ишморатов байрам менән тәбрикләгәс, ултыраҡтың буласаҡ имам-хәҙрәте Зиннур Ҡәләмов байрамға фатиха биреп, изге Ҡәрьән-Кәримдән сүрәләр уҡый.

Сорамандың ситтә йәшәүсе ул-ҡыҙҙары ла байрам уртаһында ҡайнай. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурай серҙәренә төшөндөрөүсе өлкән уҡытыусы Фәйез Уйылдан улы Шәрипов байрамға йыйылған халыҡты таң ҡалдырып, илһамландырып ҡурайҙа һыҙҙырыуы була, милли кейемдәрҙә килгән Сораман ағинәйҙәре кемуҙарҙан тыпырлата ла башлай. Һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫыусы Маһикарам һәм Суфия Ҡәләмовалар, йәштәргә өлгө күрһәтеп, оҫта тыпырлатып ҡына ҡалмайҙар, һәр уйында ла тиерлек ҡатнашып ауылдаштарын һөйөндөрәләр. Уларға йәштәр ҙә ҡушыла. Һөҙөмтәлә, милли моңдо үҙ иткән сорамандар "өсмөйөш" тә бейей, әйлән-бәйлән дә йөрөтә.

Артабан уйындарға старт бирелә. Иң тәүҙә "ат сабыштары" - йүгереш була (ойоштороусыһы Раушания Ишморатова). Тәүҙә 3-4 йәшлек балалар ярыша. Бигерәк тә был уйында Эмиль Мөхәмәтов, Наҙгөл Рәҡипова, Ислам Ямалов ал бирмәй. Уҙыштың икенсе өлөшөндә оло ағайҙар, апайҙар йүгерә.

Химия-биология уҡытыусыһы Лариса Ишморатова ойошторған "Үләндәрҙе дөрөҫ ата" тигәй уйын халыҡтың күңеленә айырыуса хуш килә. Лариса ханым беҙҙең төбәктә үҫкән күп төрлө үлән-сәскәләрҙе танып-белергә генә саҡырмай, ә матур өҫтәл әҙерләп, өҫтәл уртаһында борҡорап ултырған самауыр сәйе эсеп, бал, һәр төрлө ҡайнатмаларҙан ауыҙ иттертә.

Илзидә Ямалова байрамға килеүселәрҙән бура һуҡтырып, ҡалаҡ менән һыу ташытһа, Раушания Ишморатова арҡан тарттыртып, уғатарлыҡ конкурсы ойоштороп ебәрә. Рәмилә Ямалованың көршәк һуҡтыртыу ярышы ла ҡыҙыҡлы-мәҙәкле мәлдәре менән иҫтә ҡала. Ирек Ишморатов байрамға килеүселәрҙән иген культураларын танып-белергә әйҙәй. Ни өсөн һабантуй үткәрелә, тигән һорауға ла уймаҡ яуаптар эҙләтә. Зөбәйҙә Ҡәләмова менән Шәүрә Шакирйәнова балаларҙың дини белемдәрен тикшерәләр. Мәҫәлән, Мөхәммәт пәйғәмбәр кем ул? Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәргә кем Ҡөрьән китабын еткергән? Нисә пәйғәмбәр булған һ.б. һорауҙар бәләкәстәрҙә дингә, иманға ылығыуҙа этәргес ролен уйнауы менән ҡиммәт. Ә 9 йәшлек Әмир Шакирйәнов барыһын да оҙон сүрәне тасуири итеп ятлап берсә һөйөндөрә, берсә аптырата. Афарин! Һәр һабантуйҙа традицияға әйләнгән уйындар - йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып йүгереү (Нажия Хужина), тоҡ кейеп һикереү (Жәүҙәт Хужин), тоҡ менән һуғышыу (Ирек Ишморатов) һәр кемдә дәрт-дарман уятып ебәрә, уйындарҙа балалар ғына түгел, ололар ҙа ихлас ҡатнаша.

Өфөлә йәшәүсе "Аманат" журналының бүлек мөхәррире, РФ-тың һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы, шағирә, Сораман ауылы ҡыҙы Зилә Ғәлләмова ла улы Арыҫлан менән байрам күрке була. Зилә Марс ҡыҙы балалар менән викторина үткәрә. Иң актив һәм дөрөҫ яуап биреүсе балаларға - Динислам Ямалов менән Камилла Ҡотоеваға ул 6 айға "Аманат" журналына подписка бүләк итә.

Сорамандар ҡоронда Зәйнәкәй, Мәҫкәү ауылдарынан да ҡунаҡтар-шәкерттәр ҡатнаша. Һәр береһе байрамға үҙ өлөшөн индерә.

Ә балаларҙы был йыйында иң шатландырған нәмә - "шәрбәт мамыҡ" тәмлекәсе була. Уны Аида Исламова теләгән һәр кемгә бушлай таратып үҙенә бөтмәҫ сауап ала.

Бындай оло сараны ойоштороусыларҙы яҙып үтмәһәк, яҙыҡ булыр. Байрамды Раушания һәм Ирек Ишморатовтар алып бара, сценарий авторҙары ла улар. Башынан аҙағына тиклем йыйынды музыка яғынан клуб мөдире Илзидә Ямалова биҙәй. Байрамдан һуң барса халыҡ мәсеттә төрлө ниғмәттәрҙән һығылып торған ҡорҙа һыйлана, әлбиттә, МХО-лағы егеттәребеҙгә, ил-йорт тыныслығына бағышлап изге доғалар уҡыла. Йылҡы ите менән Зөбәйҙә һәм Зиннур Ҡәләмовтар, ҡорбан ите менән Раушания һәм Ирек Ишморатовтар тәьмин итә. Ә ошо һыйлы өҫтәлдәрҙе әҙерләүсе, борҡорап торған ҡайнар аш бешереүселәр Рита Шәрипова, Таңсулпан Ямалова, Рәмзиә Кинйәбаева, Зөлфиә Шәрипова була.

- Ауыл халҡына бик рәхмәтлебеҙ. Башланғыс-тәҡдимде һә тигәнсе күтәреп алып, тиҙ арала аҡса күсереүселәрҙең барыһына ла оло ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ, - ти сараны ойоштороусыларҙың береһе Нажиә Хужина.

Һәр кемдең күңелендә яҡты һәм йылы хистәр уятып, оҙаҡ һағынып иҫләрлек һәм һөйләрлек матур йыйын кискеһенен дуҫтарса футбол матчы менән тамамлана.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас