

Белорет медицина колледжының Учалы филиалы был аҙнала тәүге ҡошсоҡтарын осорҙо - 23 студент ҡулдарына диплом алып һөйөндө. Уларҙың ун бере уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы.
Тантаналы сара ҙурлап Балалар ижад һарайында үткәрелде. Сөнки ҡалабыҙҙа медколледждың асылыуын һәр кем шатланып һәм көтөп алғайны бит.
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров райондарҙа колледждар асыу ниәте менән сығыш яһағас, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тиҙ арала бәйләнешкә сығып, районыбыҙҙа Белорет медколледжының филиалын асыу теләген белдергәйнек. Ул ваҡытта уҡыу йортоноң ҡайҙа урынлашасағын да, эште ниҙән башлап ебәреү кәрәклеген дә бигүк асыҡ төҫмөрләмәй инек әле. Ләкин, медицина белгестәрен әҙерләүсе филиалдың мотлаҡ Учалыла асыу кәрәклегенә иманыбыҙ камил ине. Оҙайлы, көсөргәнешле эште күмәкләп еңеп сыҡтыҡ. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ күрәһегеҙ - бөгөн Учалы филиалының тәүге сығарылыш студенттарын тәбрикләйбеҙ, - тип сығыш яһаны район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.
Ысынлап та, тәү сиратта беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ бөтөрөү маҡсатында асылған медколледж тәүге белгестәрен ҡушҡуллап үҙ сафына ҡабул итергә әҙер, тип билдәләне үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Йосопов та.
Белорет медицина колледжы директоры Азат Хамматов үҙ сығышында үтә мөһим яҙылмаған ҡағиҙәгә иғтибар йүнәлтте.
- Эшегеҙҙә кеше менән мөғәләмә иткәндә, пациентты дауалағанда уны үҙ яҡынығыҙ (әсәйегеҙ, ағайығыҙ, балағыҙ һ.б.) кеүек ҡабул итеп дауалағыҙ, аралашығыҙ. Шул саҡта эшегеҙ ҙә уңыр, алға барыр, абруйығыҙ ҙа артыр, - тип билдәләне ул.
Оҙайлы уҡыу мәле артта ҡалды. Алда кисәге студенттарҙы тынғыһыҙ, көсөргәнешле әммә бик кәрәкле һәм сауаплы хеҙмәт көтә. Сарала уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаусы шәфҡәт туташтары менән аралашырға ла форсат эләкте.
Гөлнара Ғилманова, Учалы ҡалаһынан, ике бала әсәһе. Өлкән ҡыҙы шулай уҡ студент, бәләкәсе 5-се класты тамамлаған. Гөлнара Даян ҡыҙы Учалы ауылындағы участка дауаханаһында дезинфектор булып эшләй. Медколледжға шәфҡәт туташы һөнәренә уҡырға аңлы рәүештә, теләп килә. Учалы ауылы табип амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләргә уйлай.
- Өс йыл уҡыу дәүере һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һөнәр үҙләштереү миңә бик оҡшаны. Айырыуса шәфҡәт туташы эше, анатомия, хирургия, инфекция, хатта физкультура дәрестәре лә бик мауыҡтырғыс үтә торғайны. Һағынып иҫләрбеҙ инде. Белорет медколледжы уҡытыусыларының белемлелегенә, тәжрибәлелегенә һоҡланмайынса мөмкин түгел, - тип уҡыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнара Даян ҡыҙы.
Айгөл Аҙнабаева шулай уҡ Учалы ҡалаһынан. Белорет медицина колледжының Учалы филиалына уҡырға кергәнгә тиклем үҙәк район дауаханаһының операциялар эшләү блогында туғыҙ йыл санитарка булып эшләгән. Һөнәре буйынса Айгөл Альберт ҡыҙы - финансист, Силәбе дәүләт финанстар колледжын тамамлаған.
- Медицина өлкәһе менән бала саҡтан хыяллана торғайным. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ниәтем бойомға ашмай килде. Үҙебеҙҙең ҡалала Белорет медколледжының филиалы асылғас, ниһайәт, тәүәккәлләргә булдым һәм был ҡарарыма һис тә үкенмәйем. Оҙаҡ йылдар санитарка булып эшләгәс, буласаҡ һөнәремде ентекле беләм, шәфҡәт туташы булып эшләйәсәгемә бик шатмын, - ти Айгөл Аҙнабаева.
Егерме өс дипломлы медицина хеҙмәткәрҙәре тиҙҙән ҡала-районыбыҙҙағы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында хеҙмәт юлын башлаясаҡ. Уларға еңел булмаған эштәрендә тик уңыштар һәм рәхмәтле пациенттар ғына теләп ҡалабыҙ.