Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
7 Июль 2025, 11:00

Алтын-көмөш һатып алып байымаҡсы була

Башҡортостандың Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Учалы районында 14 миллион һумлыҡ ҡиммәтле металл менән бер ирҙе ҡулға алған.

Алтын-көмөш һатып алып байымаҡсы булаАлтын-көмөш һатып алып байымаҡсы була
Алтын-көмөш һатып алып байымаҡсы була

Башҡортостандың Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Учалы районында 14 миллион һумлыҡ ҡиммәтле металл менән бер ирҙе ҡулға алған.

Суд ғәйепләү ҡарары сығарҙы.

Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡулға алынған Ленинск ҡасабаһы кешеһе алтын-көмөштө Учалы районында һәм Силәбе өлкәһе территорияһында законһыҙ рәүештә сығарған билдәһеҙ кешенән һатып алған.

Ғәйепләнеүсенең аавтомобилендә һәм йәшәгән урынында тентеүҙәр уҙғарыу барышында төрлө формалы һәм төрлө дәрәжәләге бөртөклө ҡиммәтле металдар табыла. 

Тартып алынған әйберҙәрҙең дөйөм ауырлығы 1867,95 граммдан кәм түгел. Мейәс ҡала суды 35 йәшлек ирҙе ғәйепле тип таба һәм йыл ярымға мәжбүри эшкә хөкөм итә. Уның эш хаҡының ун проценты дәүләт файҙаһына тотоноласаҡ. 14 миллион һумдан ашыуға баһаланған конфискацияланған ҡиммәтле металдар Рәсәй дәүләт һағына тапшырыла һәм дәүләт килеменә әйләндерелә. Әлеге ваҡытта суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас