Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Июль 2025, 05:15

Бәләбәй китапханаһына яңы ҡорамал алынды

Уға ҡаланың үҙәк балалар китапханаһы эйә булды

Бәләбәй китапханаһына яңы ҡорамал алындыБәләбәй китапханаһына яңы ҡорамал алынды
Бәләбәй китапханаһына яңы ҡорамал алынды

Урындағы хакимиәт хәбәр итеүенсә, Бәләбәй ҡалаһының үҙәк балалар китапханаһына "Ғаилә" милли проекты (национальный проект "Семья") ярҙамында яңы ҡорамал һатып алынған. 

Ойошма яңы компьютерға эйә булған. Хәҙер китапханаға килгән һәр бала электрон сығанаҡтарҙан файҙалана ала. Балаларға Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы һәм "Президент китапханаһы - балаларға" проектының фондтары менән ҡулланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Унда мультимедиалы дәрестәр, виртуаль экскурсия һәм күргәҙмә, шулай уҡ уҡыу фильмдары бар. 

"Электрон белем биреү сығанаҡтары балалар өсөн моделләштерелгән мәғлүмәти мөхиттең бер өлөшө булып тора һәм үҫеш, белем алыу һәм ижад өсөн мөһим", - ти китапхананың әйҙәүсе белгесе Флүрә Баһманова. 

 "Ғаилә" милли проекты яңыртылған МП-лар иҫәбенә инә. Ул РФ Президенты В.В. Путин ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла. Бында балалар үҫтергән ғаиләләргә ҡаралған ярҙам саралары берләштерелгән. 

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-07-10/mz-l-y-m-t-bil-m-e-t-kl-n-4309254
Автор:Алия Даутова
Читайте нас