

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың эшкәртеү заводтары 6742 тонна һөт ризыҡтары оҙатҡан, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. Сит илдәргә ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект"Международная кооперация и экспорт") милли проектының бурыстарының береһе.
Ведомство белгестәре ЕАЭС, БДБ, Ҡытай, Сербия илдәренә һатылған ҡоро һөт, киптерелгән ҡымыҙ һәм башҡа һөт ризыҡтарының 916 партияһын тикшергән. Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға дөйөм күләме 5630 тонна тәшкил иткән 853 партия ҡымыҙ оҙатылған. Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм Әрмәнстанға дөйөм күләме 519 тонна тәшкил иткән 27 партия ҡоро һөт һәм киптерелгән ҡымыҙ оҙатылған. Ҡытайға һәм Сербияға 593 тонналыҡ 36 партия һөт ризыҡтары һатылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проектына ингән “Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау” федераль проектына ярашлы, 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы 2021 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 1,5 тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Ауыл хужалығы экспорты күләме (номиналь хаҡтарҙа) 55,2 миллиард доллар тәшкил итәсәк.
Фото: “Башинформ”