Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
10 Июль 2025, 04:45

“Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”

 Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Алдынғы яугирҙәргә Генерал Шайморатов ордендары тапшырылды.

Улар – хәрбиҙәр Марсель Ғәлиханов һәм Азамат Таһиров. Шулай уҡ медицина взводының медицина бүлеге командиры Алена Саркисян Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яугир ҡатын тантанаға яҡындары - әсәһе һәм балалары менән килгән. 

"Һеҙгә бер генә нәмә теләйбеҙ: иҫән-һау ҡайтығыҙ. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтә һәм күрһәтәсәк. Рәхмәт һеҙгә, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ", – тине Радий Хәбиров.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас