

38 йыл Туймазы районы дауаханаһында хеҙмәт иткән шәфҡәт туташы Рәзиә Абдуллина МХО башланғас, Донбассҡа юллана. 2024 йылдың мартында, 56 йәшендә, ул контракт төҙөп, Рәсәй Оборона Министрлығы сафына инде.
Херсон йүнәлешендәге десант-штурм дивизияһы госпиталендә хеҙмәт иткән
«Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән!
«Башҡортостандан яҡташтарым миңә башҡортса хаттар яҙҙы. Сәй, шәкәр, аҙыҡ-түлек ебәрҙеләр – быға мин ныҡ шатландым!», - ти ул.
- Ирем дә, ҡыҙым да миңә һәр саҡ ярҙам итте. Әммә ғаилә, Оборона Министрлығы менән яңы контракт төҙөмәйәсәгемде белгәс, шатланды. Хәҙер беҙгә, яҡындарыбыҙға иғтибар ит, тиҙәр. Серафимовскийҙағы коллегалар ҙа көтөп тора.
https://vk.com/wall-159132402_13281