Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Июль 2025, 04:50

“Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары — Тыуған илен намыҫ һәм батырлыҡ менән яҡлаған кешеләр. 

“Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.“Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.
“Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары — Тыуған илен намыҫ һәм батырлыҡ менән яҡлаған кешеләр. Уларҙың тәжрибәһе, рух көсө һәм эшкә тоғролоғо айырым ихтирамға лайыҡ.

Сәйет Мотаһар улы Сәйәхов 2010 йылда Затон биҫтәһендә Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнешле отрядҡа ҡушыла. Хеҙмәт итеү дәүерендә командировка менән ете тапҡыр Чечен республикаһына барып ҡайта. Ханҡала ҡасабаһында һалдаттарҙы йөрөтә, уларҙы хәрби заданиеларға алып сыға.

Хәрби булараҡ, 2019 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, ул Саров ҡалаһында хәрби ҡорамалдарҙы һаҡлай. Тольятти ҡалаһындағы уҡыу базаһында, аҙаҡ Өфөлә махсус тәғәйенләнешле авиация отрядында эшләй.

Контракт буйынса хеҙмәт итә башлағанда уҡ уға “Бабай” исеме тағылып ҡала. Шул позывной менән 2022 йылда Украинала барған махсус хәрби операция зонаһына ла барып ҡайта. Луганск өлкәһендә яугирҙар, боеприпастар, төрлө материалдар һәм яғыулыҡ ташый.

2023 йылда Донецкийға юллана һәм разведка ротаһында хеҙмәт итә - бронланған “Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.

https://vk.com/wall-13580677_115033

 

clck.ru/3MyUXp

Автор:Алия Даутова
Читайте нас