

Көндәр йылынды, тәбиғәттә ял итеүселәр бихисап. Билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәгәс, һыу ҡорбандары ла йышайҙы.
Үткән ял көндәрендә генә лә Башҡортостанда 12 кеше батып үлгән, шул иҫәптән 2 бала. Был төр бәлә беҙҙе лә урап үтмәне. “ Оҙонгүл күлендә 26 йәшлек Белорет районы кешеһе батты. Мәҡәлә әҙерләнгән ваҡытҡа тулыһынса аныҡланмаған мәғлүмәттәр буйынса, кәмәнән һикереп сума ла, башҡа һыу йөҙөндә күренмәй.
Ял көндәре үткәс тағын бер һыу ҡорбаны өҫтәлде. 14 июль, дүшәмбе көнө Миндәк менән Ғәлиәхмәр араһында бер быуала 38 йәшлек ир бата. Икенсе көнөнә ирекле янғын командаһы водолаздары 3 метр тәрәнлектән кәүҙәне табып сығара. Тикшереү бара.
Йыл башынан районыбыҙҙа хәҙер инде 4 кеше батып үлде!
Ошо фажиғәләр менән дә бәйле 17 июль район ғәҙәттән тыш хәлдәр,янғын хәефҙеҙлеге һәм һыу объекттарында именлекте тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Был хаҡта ентекләп яҙырбыҙ әле, әммә шуны алдан әйтер кәрәктер – рейдтар йышаясаҡ, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүселәргә административ штрафтар һалынасаҡ.
Зинһар хәтерләп ҡуйығыҙ:
-рөхсәт ителгән, йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә ярай;
- бер осраҡта ла һыу буйында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-бер осраҡта ла иҫерек килеш һыуға кермәгеҙ;
-тыйыу знактарына иғтибар бирегеҙ.
Иҫән булайыҡ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото ДПК сәхифәһенән -
https://vk.com/dpkuchaly?from=search