Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
18 Июль 2025, 09:43

Бөтә илдә иң мәргән- афарин, Динә-ханым!

Был чемпионатҡа Рәсәйҙең 31 регионынан 210 мәргән йыйыла. Башҡортостандан  тоташ делегация  барып, 9 миҙал яулап ҡайталар. Беҙҙең яҡташыбыҙ Динә Вәлиева  рекорд ҡуйҙы – ил кимәлендәге бәйгелә 3 миҙалға лайыҡ булды.

Бөтә илдә иң мәргән- афарин, Динә-ханым!Бөтә илдә иң мәргән- афарин, Динә-ханым!
Бөтә илдә иң мәргән- афарин, Динә-ханым!

10-15 июль Һамар өлкәһенең Новокуйбышевск ҡалаһында “3Д уғатарлыҡ” буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелде. Аңлатма бирер кәрәктер: ҡәҙимге спорт уғатарлығында яҫы сәптәргә атһалар һәм дистанциялар алдан билдәле булһа, “3Д уғатарлыҡ” ысын һунарға ныҡ оҡшаш, сөнки ярышсылар тигеҙһеҙ, ағас-ҡыуаҡ араһынан дистанцияны үтә,  ысын йәнлектәргә оҡшаш һынлы сәптәрҙе  абайларға һәм атып эләктерергә тейеш. Ҡыҫҡаһы, күпкә ҡатмарлыраҡ.

Был чемпионатҡа Рәсәйҙең 31 регионынан 210 мәргән йыйыла. Башҡортостандан  тоташ делегация  барып, 9 миҙал яулап ҡайталар. Беҙҙең яҡташыбыҙ Динә Вәлиева  рекорд ҡуйҙы – ил кимәлендәге бәйгелә 3 миҙалға лайыҡ булды. Шул иҫәптән, мәргәнлектән тыш сослоҡ та  талап ителгән  “Тиҙ атыш” дисциплинаһында алтын миҙал яулай.  Илфат Мурзағәлин менән икәүләп команда ярышында ла  Рәсәйҙә иң яҡшылар тип танылдылар. Ә “Тарихи йәйәнән атыу” дисциплинаһында бронза миҙал менән һөйөндөрҙө.

-Башҡортостандан 4 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты, минән тыш Бөрйән, Белорет һәм Бишбүләк райондарынан гүзәл зат вәкилдәре, - ти Динә Вәлиева. –Ярыштан бик ҡәнәғәт, илһамланып ҡайттыҡ. Борон-борондан фәҡәт  уғатарлыҡ менән дә танылған, тарихҡа ингән  ата-бабаларыбыҙҙың данын заман тормошонда дауам итә алыуыбыҙға ныҡ шатбыҙ!

Эйе,   Наурыҙ ауылынан Динә Вәлиева тотош илдә иң мәргән уҡсыбикә сифатында танылды, тип әле 2023 йыл  тәүләп һөйөнсө алғайныҡ.  Конкуренция йылдан-йыл киҫкенләшә барыуға ҡарамаҫтан юғары дәрәжә юҡҡа бирелмәүен туҡтауһыҙ раҫлап тора ул.

Иҫегеҙгә төшөрәйек, Динә Мәһәҙи ҡыҙы төп сығышы буйынса Әбйәлил районының Яйҡар ултырағынан. Наурыҙ ауылынан Ринат  Фәрит улы Вәлиевҡа  кейәүгә сыға ла,  байтаҡ йылдар килен булып төшкән ауыл мәктәбендә  уҡыта, 25 йыл стажлы педагог. Ә  уғатарлыҡ менән 8 йыл шөғөлләнә: 2017 йыл Рәис Низаметдинов мастер-класс үткәреп, тәүләп көсөн һынап ҡараған йәш ҡатынды: “Һиндә уҡсы таһыллығы бар!” – тип маҡтауы ҡанат ҡуя, мөкиббән китеп  үҙаллы күнекмәләр башлай, остаздарҙың кәңәштәрен тыңлай, ҡалған уҡсылар менән тәжрибә уртаҡлаша. Мөмкинлек сыҡҡан һайын, сығымдар менән һис тә иғәпләшеп тормайынса  ярыштарҙа ҡатнаша, тәүҙә уңышҡа өлгөшө алмай икән – сәм генә өҫтәлә.  Уғатарлыҡ башҡорт ҡанына мул һалынғандыр инде, һөҙөмтәләр һис тә көттөрмәй, бөгөнгө көнгә нисә ярыштың еңеүсеһе йә призеры булды – иҫәпләп осона ла сығырлыҡ түгел хәҙер.

Шуға ла әлегә быйылғы ҡаҙаныштарын ғына телгә алайыҡ:  Бөрйән районы, "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" – 2-се урын; Әбйәлил районы, Сура батыр иҫтәлегенә арналған ярыш – 1-се урын; Учалы районы, Р. Бапанин һәм А. Хәкимов иҫтәлегенә арналған ярыш – 1-се урын; Әбйәлил районы, "Ҡужан мәргәне " – 1-се урын; Учалы район һабантуйы – 1-се урын; 14 июнь, Белорет ҡалаһында үткәрелгән республика  Чемпионатында йәнә еңеүсе дәрәжәһе.

P.S. Быйыл, Аллаһ бирһә, 14 август Динә ханым 50 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Үҙенә-үҙе оло бүләкте алдан яһаны тиерлек! Шулай ул, йәмәғәт, ихлас теләк  булһа, форсаты сығып ҡына тора. Хәстәрлекле әсә, ауылда донъя көткән ҡатындың эш-мәшәҡәттәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел икәнлеге көн кеүек асыҡ, әммә мәгәр Динә ханым Башҡортостан, Учалы һәм Әбйәлил райондарының яҡшы данын киң таратырға ла өлгәшә. Собханаллаһ, күҙ генә теймәһен!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас