Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Июль 2025, 08:50

Гөр килде Баҡшай яланы

12 июль көнө Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай яланында етенсе тапҡыр “Ай, Уралым, Уралым!” этнофестивале үтте. Проект Башҡортостан Республикаһының бренд саралары исемлегенә индерелгән. Ойоштороусылары - БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм район хакимиәте.

12 июль көнө Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай яланында етенсе тапҡыр “Ай, Уралым, Уралым!” этнофестивале үтте. Проект Башҡортостан Республикаһының бренд саралары исемлегенә индерелгән. Ойоштороусылары - БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм район хакимиәте.

Тәүге фестиваль 2017 йылда халыҡ-ара статусында ойошторола һәм илебеҙ төбәктәренең йөҙҙән ашыу вәкилен, сит илдәрҙән - Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан ҡунаҡтарҙы берләштерә. Этно-коллективтарҙың, милли кейем тегеүсе оҫталарҙың сығыштары, балалар халыҡ уйындары, шулай уҡ милли көрәш һәм «Баҡшай мәргәне» традицион уҡтан атыу буйынса турнирҙар фестивалдең үҙенсәлеге булып тора. Фестиваль үткәреү урынынан алыҫ түгел боронғо ғибәҙәтхана - 6 мең йылдан ашыу йәшәгән боронғо кешенең туҡталҡаһы - Баҡшай ҡаласығы урынлашҡан. Тап ошо урында билдәле сәсән, мәргән-уҡсы Ҡарас сәсән йәшәгән. Уларҙың тоҡомдары бөгөн дә уҡтан атыуҙа оҫталығын күрһәтә. Фестиваль төрлө ижади һөнәр вәкилдәре тәжрибә туплаған, жанр йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән ижади лаборатория булып тора.

Байрам сараларға ифрат бай булды. Килгән ҡунаҡтарға боронғо башҡорт йолалары атмосфераһына сумып, мауыҡтырғыс конкурстарҙа һәм турнирҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, Республика Халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Салауат Кирәев сәләмләне. Улар этнофестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы. 

Йыл һайын «Ай, Уралым, Уралым» этно-фестиваленең төп сараһы булып традицион уҡтан атыу буйынса «Баҡшай мәргәне» милли ярышы тора. Ул сослоҡ, иғтибарлылыҡ, тиҙлек һәм ҡыйыулыҡ талап иткән ярыш. Ул бер нисә турнирҙан һәм төрлө этаптарҙан тора. Быйыл ярыштарҙа Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Ишембай, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан, шулай уҡ Пермь крайынан 50-нән ашыу уҡсы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар араһында шулай уҡ Рәсәй йыйылмаһы ағзаһы Хөрмәт Таһиров (Сибай ҡалаһы) булды. Бүләкләү "яңы ата башлаусылар", "профессионалдар ", “55 йәштән өлкән профессионалдар” категориялары буйынса башҡарылды. Һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды:

Яңы ата башлаусылар (ир-аттар)

1-се урын - Фәиз Иҙрисов

2-се урын - Нур Хисәметдинов

3-сө урын - Рушан Мәһәҙиев.

Ҡатын-ҡыҙҙар:

1-се урын - Альбина Йәғәфәрова

2-се урын - Сәрүәр Махова

3-сө урын - Гөлнара Иҙрисова.

Профессионалдар (ир-аттар):

1-се урын - Фәнис Хәйбуллин

2-се урын - Хөрмәт Таһиров

3-сө урын - Азат Фәйзуллин

Ҡатын-ҡыҙҙар:

1-се урын - Александра Крутикова

2-се урын - Мира Кәримова

3-сө урын - Рәмзиә Ибәтуллина

55 йәштән өлкән профессионалдар(ир-аттар)

1-се урын - Марат Мозағафаров

2-се урын - Камил Шәрәфетдинов

3-сө урын - Рәмил Ғәлиуллин

Ҡатын-ҡыҙҙар:

1-се урын - Нилә Исламова

2-се урын - Лилиә Низаметдинова

3-сө урын - Таңһылыу Фазлетдинова.  

Сара сиктәрендә уҙған ат сабышы һәм батырҙарҙың көрәш турниры ла мауыҡтырғыс үтте. Көрәш буйынса ярыш Башҡортостандың Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Мөхәмәтйәров иҫтәлегенә арналды.

Этно-фестиваль сиктәрендә шулай уҡ төрлө конкурстар һәм ярыштар үтте: «Баҡшай батыры» конкурсы, «Учалы моңдары» вокал конкурсы, «Учалы бейеүе» бейеү фестивале. Район фольклор коллективтары конкурсының «Фольклорҙың бер көнө» финалы байрамдың сағыу биҙәге булды. Конкурстың беренсе этабында еңеүсе иң яҡшы коллективтар этно-фестиваль сиктәрендә тамашасыларға үҙҙәренең ижади постановкаларын тәҡдим итте.

“Баҡшай батыры” конкурсы һөҙөмтәләре түбәндәгесә:

Гран-при - Азат Кәримов

1-се урын - Сәмиғулла Лоҡманов

2-се урын - Булат Иркәбаев һәм Данил Исламов

3-сө урын - Линар Ҡаһарманов һәм Рәсүл Янов

“Фольклорҙың бер көнө” конкурсы һөҙөмтәләре:

Ауыл клубтары араһында:

Гран-при - Ғәлиәхмәр

1-се урын - Килмәк

2-се урын - Иҫтамғол

3-сө урын - Баттал, Балбыҡ

“Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн” номинацияһы - Ҡәйепҡол ауылы клубы

Ауыл мәҙәниәт йорттары араһында:

Гран-при –-Комсомольск

1-се урын - Илсе

2-се урын - Илсеғол

3-сө урын - Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол һәм Ҡорама

“Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн” номинацияһы – Ахун, Ишкен, Ҡунаҡбай, Учалы район мәҙәниәт йорттары.

Ат сабыштары һөҙөмтәләре:

I заезд. Үҫмерҙәр, 1600 метрлыҡ дистанцияла ике йәшлек бөтә тоҡомло аттарҙа сабышыу:

1-се урын - Альберт Мөхәмәҙиев, 2-се урын - Искәнйәр Ямалов, Рәфил Фәтҡуллин.

II заезд. 1600 метр арауыҡта ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттарҙа уҙышыу:

1-се урын - Динар Фазлетдинов, 2-се урын – Павел Ғөбәйҙуллин, 3-сө урын - Бәхтийәр Исхаҡов.

III заезд. 3 йәшкә тиклемге ярым ҡанлы тоҡомло аттарҙа уҙышыу. Дистанцияһы 1600 м.:

1-се урын - Динар Фазлетдинов, 2-се урын - Тимур Уразов, 3-сө урын - Амур Әмиров.

IV заезд. 3 йәштән өлкән ярым ҡанлы тоҡомло аттарҙа ярышыу. Дистанцияһы 4000 м.:

1-се урын - Динар Фазлетдинов, 2-се урын - Илфат Әбйәлилов, 3-сө урын - Нәзир Хәмбәлиев.

V заезд. 5200 метр дистанцияла 3 йәштән өлкән бөтә тоҡомло аттарҙа уҙышыу:

1-се урын - Павел Ғөбәйҙуллин, 2-се урын - Бәхтийәр Исхаҡов, 3-сө урын - Әлфрит Мөхәмәтйәров.

VI заезд. Бөтә тоҡомло аттар, дистанция 7600 м:

1-се урын - Батыр Хисмәтов, 2-се урын - Бәхтийәр Исхаҡов, 3-сө урын - Инйәр Йәнгилдин.

Байрам кәйефен өлкәндәр һәм балалар өсөн милли уйындар, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре изделиелары йәрминкәһе, райондың ижади коллективтары концерты, шулай уҡ келәм туҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе тулыландырҙы.

Ижади һәм спорт ярыштарында еңеүселәр дипломдар, аҡсалата премиялар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Сара “Ритайым” дискотекаһы менән тамамланды.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас