Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Август 2025, 03:31

Эх, бесән сабыуҙары...

Ишкен мәҙәниәт йорто алдында "Серҙәштәр" фольклор коллективына йөрөүселәр такмаҡлап бесән саптыҡ, йыйып күбәләнек.

Эх, бесән сабыуҙары...Эх, бесән сабыуҙары...
Эх, бесән сабыуҙары...

Бесән мәле етте. Бала саҡтың иң йылы хәтирәләре тап ошо мәлгә бәйле. Беҙ бала саҡта, бар эштәрҙе ҡул менән башҡарҙыҡ. Хәҙер иһә техника ярҙамында булғас, бесәндең ҡасан башланғанын да, ҡасан тамамланғанын да белмәй ҡалаһың.
Элеккесә бесән эшләүҙәр кире ҡайтмаҫ инде. Шуға күрә үткән саҡтағы бесән эшләүгә, атап әйткәндә, бесән сабыуға бәйле ,,Август - бесәнселәр айы" тигән матур сара үткәрҙек .
Ошо уңай менән Ишкен мәҙәниәт йорто алдында "Серҙәштәр" фольклор коллективына йөрөүселәр такмаҡлап бесән саптыҡ, йыйып күбәләнек. Таған аҫып сәй ҡайнаттыҡ ,бәрәңге бешерергә ҡуйҙыҡ. Өмә бөткәс, йәш сактарында бесән сабып, йыйып, күбә тарттырыуҙарын, кәбән ҡойоп, кәбән баштарында тороуҙарын иҫләп, ҡыуыш эргәһендә, мәтрүшкәле сәй эсеп иҫтәлектәргә бирелеп ултырҙылар апай- енгәләр.Ҡул менән бесән сабыу, йыйыу, кәбән ҡойоу онотола бара, шуға был йоланы юғалтмаҫ  кәрәк тигән һығымтаға килдек .
Өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт, шулай көс-дәртегеҙ ташып торһон, иҫәнлек тә,һуғыштар бөтөп,тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.

Илүзә Ғимаҙова, Ишкен ауылы

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас