Яйыҡ
+28 °С
Облачно
Новости
7 Августа 2025, 09:05

Бушлай ДНК тапшырырға була

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Учалы районындағы филиалы эшмәкәрлеге хаҡында белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. Бындағы социаль координаторҙар Юлиә Шәғәбүтдинова менән Артур Ғайназаров махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәр ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтә.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Учалы районындағы филиалы эшмәкәрлеге хаҡында белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. Бындағы социаль координаторҙар Юлиә Шәғәбүтдинова менән Артур Ғайназаров махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәр ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтә.

Артур Ғайназаров отставкалағы подполковник. 27 йыл хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. 2022 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Мин ғүмер буйы дәүләтебеҙ файҙаһына хеҙмәт иттем, хәҙер Тыуған илгә бурысымды ҡайтарырға ваҡыт етте, тип аңлата был аҙымын. Хәрби комиссариатта 57 йәшлек ирҙең ғаризаһын тәүҙә алырға ашыҡмайҙар. Яҡташыбыҙ алған уйынан ҡайта торған кеше түгел, ниһайәт, ғаризаһын өсөнсө тапҡырҙан ҡабул итәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндө - 2022 йылдың 22 июнендә контрактҡа ҡул ҡуя. “Че Гевара” позывнойын ала. Ике көн хәрби әҙерлек үтеп “Барс-6” штурмлау отряды составында алғы һыҙыҡҡа юллана. Штурмлаусы һәм водитель була, яугирҙарға боеприпастар, аҙыҡ-түлек, һыу ташый, Орехово, Попасное, Лисичанск, Горское, Берестяной тораҡ пункттарын азат итеүҙә ҡатнаша.

-Учалынан отрядта өс кеше инек. Иптәшем Шамил Алмарданов күҙ алдымда һәләк булды. Ул оҫта снайпер ине, махсус рәүештә дошман утын үҙ өҫтөнә алып, йәш десантсыларға сигенергә ярҙам итә. Ул арала әллә күпме нацисты, пулеметсыларҙы юҡ итергә өлгөрә. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, йәш яугирҙарҙы ҡотҡара. Йәштәрҙе нисек тә булһа һаҡлап ҡалыр өсөн оло йәштәге ир-егеттәр «таҫма артына» барырға ынтыла ла инде, - тип һөйләй Артур Йәдкәр улы.

Үҙе контузия ала, дауаханала ята. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып һуғыш яланынан ике яралы яугирҙы алып сыға. Күп тапҡырҙар үҙен ҡалҡан итеп иптәштәренә сигенергә ярҙам итә. Ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби туғанлыҡ” миҙалдары, Луганск Халыҡ Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Дауахананан һуң яңынан контракт төҙөп һуғышҡа барырға ниәтләй, әммә оҙайлы ваҡыт дауаланырға, реабилитацияһы үтергә тура килә. Бында ла тик ятмай, параллель рәүештә мобилизация буйынса МХО-ға юлланған яугирҙарға консультация бирә, ә "Ватанды Һаҡлаусылар" фонды филиалы асылғандан һуң ирекмән булараҡ ярҙам итә башлай. Һуңынан рәсми рәүештә социаль координатор вазифаһын биләргә тәҡдим иткәндә,  бер нисек тә баш тарта алмай. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙға “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Учалы районындағы филиалы социаль координаторы Артур Ғайназаров менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

-Фонд тураһында ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине?

-Ойошманың төп маҡсаты - махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә ярҙам сараларын алырға булышлыҡ итеү. Бында медицина һәм социаль реабилитация, дарыу менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, реабилитациялауҙың техник саралары һәм шифахана-курорт дауаланыуы, шулай уҡ ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу һәм башҡалар инә. Беҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештәбеҙ. «Алғы һыҙыҡ»тан сыҡҡан яугирҙәр тәүгеләрҙән булып үҙҙәре шылтырата, уларға кәрәк саҡта психолог булараҡ та ярҙам итәбеҙ, кәйефтәрен күтәреп ебәрәбеҙ. Ә тылдағыларға улдары йәки ирҙәре оҙағыраҡ шылтырата алмай, хәлдәрен белгертмәй башлаһа, беҙ төрлө юлдар аша уларҙы эҙләргә тотонабыҙ.

-Әгәр ҙә алғы һыҙыҡта йөрөгән яугир оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмай икән, уның яҡындарына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

-Ирегеҙ, улығыҙ, атайығыҙ, ейәнегеҙ бер нисә ай инде бәйләнешкә сыҡмай икән, беҙҙең «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторына мөрәжәғәт итегеҙ. Учалы ҡалаһы, Ленин урамы 4, 2-се кабинетҡа килһәгеҙ (эш көндәре дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәттән 18 сәғәткә тиклем, төшкө аш 12 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем) социаль координаторҙар ғаризаларҙы ҡабул итә, эҙләү карталары төҙөй, экспертизаға ебәреү һәм генетик профиль төҙөү өсөн генетик материал (ДНК) ала. Хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең туғандары генетик материал (буккаль эпителий) тапшыра, был процедура бушлай эшләнә. Уны ошо туғандарҙан алырға була: әсәһе, атаһы, бер туған ағай-ҡустылары, апай-һеңлеләре. Балалары (был осраҡта уларҙың әсәһе лә материал тапшырырға тейеш). Олатаһы, өләсәһе (тик был осраҡта генотип буйынса тап килеү мөмкинлеге аҙыраҡ). Алынған өлгөләр Фонд филиалының төп офисына ебәрелә. Артабан  филиал хеҙмәткәрҙәре конверттарҙы РФ Оборона министрлығының Өфө гарнизоны Хәрби-тәфтиш бүлегенә бирә. РФ Тәфтиш комитетының хәрби-тәфтиш бүлеге генетик материалды һәләк булыусыларҙы таныу үҙәгенә һәм Ростов ҡалаһы моргына тапшыра. Эҙләү картаһы ла шунда уҡ ебәрелә. Әйткәндәй, уны тултырыу өсөн төҫлө фотоһүрәттәр биреүҙе, айырым билдәләрҙе иҫкә төшөрөүҙе, мөмкин булған осраҡта айырым медицина мәғлүмәттәрен (стоматология, хирургик интервенциялар) тултырыуҙы һорайбыҙ.

-Аҡсалата түләүҙәр алыуға кемдәр ғариза яҙа ала? 

Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙең тормош иптәше; тормош иптәше булмаһа, бергә йәшәгән бәлиғ булған балалары йәки опекундары, ҡараусылары йәки бәлиғ булмаған балаларын (бала саҡтан инвалид булғандар – йәшенә ҡарамай) уллыҡҡа алыусылар; яугир тәрбиәһендә булған кешеләр; яугир өйләнмәгән һәм балалары булмаған осраҡта түләүҙәр ата-әсәһенә тигеҙ бүленә. Ата-әсәһенең береһе генә булғанда ул ала, башҡа туғандары дәғүә итә алмай. Аҡсалата түләүҙәр алда һанап үтелгән ғаилә ағзаларына хәлдәр тулыһынса  асыҡланғанға, йәғни яугирҙең кәүҙәһен тапҡанға; суд менән ҡаралған тәртиптә хәбәрһеҙ юғалған тип билдәләнгәнгә; рәсми рәүештә һәләк булған тип иғлан иткәнгә тиклем башҡарыла. Тағы ла шуныһы мөһим: атаһы йәки әсәһе МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған бәлиғ булмаған балаларға хәбәрһеҙ юғалыу тураһында бойороҡ сыҡҡандан алып йәшәү минимумы рәүешендә түләү билдәләнә. Түләүҙәр өсөн ғаризалар йәшәү буйынса военкоматҡа тапшырыла.

-Шифаханаға бушлай путевкаға кемдәр дәғүә итә ала?

- Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға шифаханаға ташламалы юллама ҡаралған. Яугир дауаланыу осорон туғандары менән тигеҙ өлөшкә бүлә йәки яҡын туғандарының береһенә — ҡатынына йәки ата-әсәһенә шифаханала дауаланыу хоҡуғын тулыһынса тапшыра ала. Шифаханаға бушлай юллама бер тапҡыр бирелә. Дауалау оҙайлығы - 14 көн. Был ташлама менән махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡандан һуң бер йыл эсендә файҙаланырға мөмкин.

- “Башҡортостан геройҙары” проектында Учалы районынан да ҡатнашыусылар булыуы ҡыуаныслы күренеш.

-Был проект “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһына оҡшаш. Уның маҡсаты - МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Улар араһында - махсус хәрби операция ветерандары Заһир Вәлиев, Ринат Хөснийәров һәм Азамат Мөхәмәтов. Беҙҙең егеттәр әңгәмәнең бер этабын үтте. Проекттың иң яҡшы ҡатнашыусылары  һөнәри ҡайтанан әҙерләүгә саҡырыу аласаҡ. 

Мәшғүллек үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. 1 сентябрҙән теләгендә булғандар пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү (БПЛА) операторҙары әҙерләү буйынса бушлай курстар үтә ала. Уҡырға теләүселәр күп. Электроникалағы тиҙ алға үҫеш пилотһыҙ осоу аппараттарының (БПЛА) объекттарҙы визуаль контролдә тотоу һәм төшөрөү буйынса мөмкинлектәрен ҡырҡа киңәйтеүгә, йөк ташыу, янғын һүндереү һәм элек пилотлы авиацияны ғына үҙ өҫтөнә алған төрлө ауыл хужалығы эштәрен башҡарыу кеүек яңы өлкәләрҙе үҙләштереүгә лә килтерҙе. Шул сәбәпле БПЛА операторҙарына хәҙер ихтыяж ҙур.

-Хәрбиҙәрҙең йорттарын яраҡлаштырыу буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?

-“Ватанды һаҡлаусылар” фонды инвалид ветерандарға йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм көнкүреште уңайлыраҡ итеү өсөн прописка урыны буйынса торлаҡты яраҡлаштырырға ярҙам итә. Тәүҙә заявка ҡалдырырға кәрәк, беҙ был эштә ярҙам итәсәкбеҙ. Артабан Өфөнән махсус комиссия ойошторола, ул фатирҙы ҡарай һәм һуңынан ҡарар сығара. 7 август ошо комиссия тап беҙҙә эшләне лә инде. Фонд средстволары иҫәбенә бушлай «Аҡыллы йорт» системаһы урынлаштырыласаҡ. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды инвалидтың нозологияһына ҡарап, имгәнгән ветерандарҙың уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу өсөн махсус адаптация саралары бирә.

-Яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килә?

-МХО-яугирҙәренә, ветерандарға дәүләт тарафынан ҙур иғтибар күрһәтелә. Урындағы власть менән бергә эшләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урта звено менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. Урында уҡ хәл ителә торған һорауҙарҙы, уларҙың етәкселәре аша хәл итергә тура килә. Мәҫәлән, бер-нисә миҫал. Мобилизацияланған яугирҙең ҡатыны алыҫ булыу сәбәпле, балаһын йәшәгән йорттары эргәһендәге балалар баҡсаһына күсереү буйынса балалар баҡсаһы мөдиренә мөрәжәғәт итә, уныһы иһә ҡатынды тыңлап та тормай, ҡырҡа киҫә. Ахырҙа, мәғариф бүлеге етәксеһенә хәлде аңлатырға тура килде, ул һорауҙы шундуҡ хәл итте. Яугирҙең балаһы йорттары эргәһендәге балалар баҡсаһына йөрөйәсәк. Тағы бер йәмһеҙ күренеш, яугир күҙе менән проблема булыу сәбәпле, дауаханаға ярҙам һорап бара, әммә ҡабул итеүсе табип уны бороп сығара. Был юлы ла үҙәк район дауаханаһы етәкселеге аша һорауҙы хәл итергә тура килде. Яугир тейешле ярҙам алды, ҡыуанып бөтә алмай. Ошондай ваҡ мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итергә була бит, юҡ инде, бәғзе берәүҙәр кешелеклек сифаттарын юғалтып ебәрә шул. Яугирҙарға былай ҙа тыныс тормошҡа яраҡлашыуы ауыр, психологик ярҙамға мохтаждар. Кешеләр шул турала онотмаһа ине. Улар илебеҙ именлеге, яҡты һәм хәүефһеҙ киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямай көрәшеүсе геройҙар!

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас