Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Август 2025, 04:46

Халыҡ-ара кимәлдә һынатманы

Динә Мәһәҙи ҡыҙы  Вәлиева   Ҡырғыҙстанда Рәсәй Федерацияһын вәкилләне   һәм  ике дисциплинала чемпион булды! "Жамбы" һәм “3D-атыш” төрҙәрендә тиңдәр табылмай яҡташыбыҙға, бынан тыш  “Ҡырғыҙса сәп” дисциплинаһында команда составында 3-сө урынға сығыуға тос өлөш индерә.

Халыҡ-ара кимәлдә һынатманыХалыҡ-ара кимәлдә һынатманы
Халыҡ-ара кимәлдә һынатманы

Ҡырғыҙстандың Ысыҡ-күл өлкәһендә «Илбирс 4»  -традицион уғатарлыҡ буйынса халыҡ-ара турнир үтте. Борон-борондан кереш тартҡан Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан мәргәндәре алдында ла беҙҙекеләр ҡойолоп төшмәне, хатта, киреһенсә килеп сыҡты. Уғатарлыҡ менән дан тотҡан төрки халыҡтар ҙа  Рәсәйҙә байтаҡ йәшәй бит, шуға ла  илебеҙҙең йыйылма командаһы бик сауғыу сығыш яһай алды – төрлө дисциплиналарҙа 6 алтын, 5 көмөш и 7 бронза миҙал.

 Дәүләттең йыйылма командаһына һайлап  алыныу  үҙе генә лә оло мәртәбә.  Наурыҙ ауылынан Динә Мәһәҙи ҡыҙы  Вәлиева Һамар өлкәһенең Новокуйбышевск ҡалаһында “3Д уғатарлыҡ” буйынса Рәсәй чемпионатында ике алтын, бер бронза  миҙал яуланы тип яңыраҡ яҙғайныҡ.  Ошо һөҙөмтә буйынса  Ҡырғыҙстанда Рәсәй Федерацияһын вәкилләне ул  һәм  ике дисциплинала чемпион булды! "Жамбы" һәм “3D-атыш” төрҙәрендә тиңдәр табылмай яҡташыбыҙға, бынан тыш  “Ҡырғыҙса сәп” дисциплинаһында команда составында 3-сө урынға сығыуға тос өлөш индерә.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ғорурланабыҙ! Ҡырғыҙстанда ла, башҡорт ҡатыны нисек була икәнлеген бик яҡшы белеп ҡалдылар хәҙер.

 Тәбиғәт иҫ киткес күркәм, хужалар  - ҡунаҡсыл,  ә ярыш юғары кимәлдә һәм ғәҙел  үтте, тип рәхмәт белдерә Башҡортостан һәм Рәсәй командаһы мәргәндәре.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас