Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Август 2025, 04:00

“Әсәй, мин егеттәрҙе ташлап ҡайта алмайым”

- Мин отпускаға ҡайтыу менән Мофассал олатайыбыҙҙың ҡәберендәге таҡта ташты яңыртырбыҙ. Ҡыҙыл Йондоҙ орденын да яһап ҡуйҙырырмын. Тик әлегә бер кемгә лә әйтмәй тор, әсәй, ундай эште кешегә әйтеп, маҡтанып эшләге килмәй, тине улым – тип хәтерләй командир урынбаҫары МХО-ла батырҙарса һәләк булған Мансур Ҡотоевтың әсәһе Рафиға Искәндәр ҡыҙы.

- Мин отпускаға ҡайтыу менән Мофассал олатайыбыҙҙың ҡәберендәге таҡта ташты яңыртырбыҙ. Ҡыҙыл Йондоҙ орденын да яһап ҡуйҙырырмын. Тик әлегә бер кемгә лә әйтмәй тор, әсәй, ундай эште кешегә әйтеп, маҡтанып эшләге килмәй, тине улым – тип хәтерләй командир урынбаҫары МХО-ла батырҙарса һәләк булған Мансур Ҡотоевтың әсәһе Рафиға Искәндәр ҡыҙы.

Мансур Учалы районының Наурыҙ ауылында Ҡотоевтар ғаиләһендә 1989 йылдың 17 декабрендә  өсөнсө бала булып донъяға килгән. Олатаһы Мофассал Шәйхислам улы Бөйөк Ватан һуғышында Белорусс фронтында 3-сө мотоатыусылар полкында хеҙмәт иткән. Новороссийск районы Псков ҡалаһын алғанда ҡул пулеметы менән фашистарҙың дзодттарын юҡҡа сығарған. Батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 

Кешене хеҙмәт кеше итә

Мансурҙың атаһы Ғәбдрәүеф Мофассал улы мәктәп директоры булыуына ҡарамаҫтан, үҙ балаларына ҡарата башҡаларға ҡарағанда талапсаныраҡ була. Улдары Рөстәм менән Мансурҙы, ҡыҙы Зилиәне бәләкәйҙән эшһөйәр булырға, кеше алдында оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп намыҫ менән йәшәргә өйрәтә. Үҙе лә Наурыҙ мәктәбендә эш башлағандан бирле кеше балаларының яҙмышы һәм мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй.

- Беҙ Наурыҙға күсеп килгәндә ауыл мәктәбенең һәр кабинеты айырым йортта ине. Уҡыусылар дәрес һайын тәнәфестә урамға сығып икенсе кабинетҡа күсеп йөрөй ине. Ямғыр яуһа йыйыштырыусыларға ыҙа, сәғәт һайын иҙән йыуырға кәрәк. Балалар ҙа ҡыш тип тормай кейенеп сығырға яратмайҙар, ошо арҡала ауырып китәләр ине. Ғәбдрәүеф Мофассал улы ошо балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы йәлләп Мәскәүгә шәхсән хат яҙып, яңы мәктәп төҙөтөүгә ҙур көс һала. Ике ҡатлы, кирбестән, йылы һәм ҙур итеп һалдырҙы. Шул мәлдә үҙе слесарь ҙа, төҙөүсе лә, кәрәк-яраҡ табыусы ла булды. Уландарын да һәр яҡлап эшкә өйрәтеп үҫтерҙе, - тип хәтерләй тормош иптәшен Рафиға Искәндәр ҡыҙы. 

Ныҡышмал кеше булды

- Атайым “Кешене хеҙмәт кенә кеше итә” тип әйтер ине, - тип әңгәмәгә  ҡушыла  оло улы Рөстәм. Мансур ҡустымдың эшһөйәр һәм кешелекле булып үҫеүенең сәбәбе - атайымдың тәрбиәһенең йоғонтоһо ул.

Рөстәм, күҙҙәренә килеп төйөлөгән йәштәрен тыйып, ҡустыһының миҙалдарына ҡараш ташлай.

- Ҡустым был миҙалдарына ысын мәғәнәһендә лайыҡ. Тик ошо наградаларын тағып, маһайып фото төшмәне. Артығын да һөйләмәне. Беҙ хатта уның взвод командир урынбаҫары икәнен дә белмәнек, шул тиклем тыйнаҡ ине. Ялға ҡайтҡанында ла һуғыш тураһында һөйләмәҫкә тырышты. Холҡо менән шым ғына булһа ла, шул уҡ мәлдә ныҡышмал да булды ул.

Беҙҙең йәш араһы ҙур ғына булғас, мин мәктәпте бөтөп, колхозда тракторсы булып эшләй башлағанда Мансурға 4 йәш тирәһе ине. Ул шул мәлдә үк иртән тороп минең менән тракторға менеп ултыра ине. Ҡыҙыҡ күреп йөрөр ҙә, бер аҙҙан ялҡыр тип уйлап ултыртам. Әммә Мансур көнө буйы минең менән эшләй. Техниканы бала саҡтан яратты. Шуға ла атай уға автомобилде лә ышанып тотторҙо. Техникумда уҡығанында бөтә дуҫтарын автомобилгә ултыртып йөрөттө.

Рафиға Искәндәр ҡыҙы, нимәлер иҫләгәндәй, улының фотоларына ҡарап йылмайып ҡуйҙы. -Бер мәл ҡаланан ҡайтып киләбеҙ, юлда бер ҡатын ята. Мансур, шунда уҡ туҡтап, йүгереп сығып, теге ҡатынды беҙҙең автомобилгә ултыртып алды. Бысранып бөткән, эсеп иҫереп ятҡан бисара кемдеңдер үҙен дауаханаға алып барыуына аптырап ҡалды буғай. Ә мин улымдың ошондай холҡона күнегеп бөткәнмен. “Кешегә ярҙам кәрәк, әсәй,  башҡаса булдыра алмайым”, - тиер ине.

Һүҙгә Зилиә апаһы ла ҡушыла.  

-Мин уны ата-әсәйемдән инәлеп һорап алдым, тиһәм дә хата булмаҫ. Ун йәшем тулғансы гел урамда кеше балаларын күтәрҙем дә йөрөнөм. Өйгә ҡайтҡас, миңә лә бәпәй алып ҡайтығыҙ, тип өйҙәгеләрҙе йонсата инем. Һорап ҡына алған Мансур ҡустым гел минең эргәлә булды, тиһәм дә хата булмаҫ. Мин кейәүгә сыҡҡас, ул, мәктәпте бөтөп, уҡыуын техникумда дауам иттерҙе, беҙҙең ғаиләлә өлкән улыбыҙ һымаҡ үҫте, минең балаларымды ла ҡарашты. Тормош иптәшем дә уны ҡустыһы кеүек яратты.

 “Юлға сығыр мәлендә генә әйтте...”

Балаларын шым ғына тыңлап ултырған Рафиға апай улының махсус операцияға нисекк китеүен хәтерләп һүҙ башланы.

-Ауылдағы ир-егеттәргә саҡырыу килгән көндө Мансурҙың вахтаға китеренә 5 көн ҡалған ине. Был мәлдә ауылда ла түгел ине. Юҡ, һәр ваҡыттағыса  намыҫлы балам, ауыл биләмәһе башлығы шылтыратыу менән, Учалынан килеп, икенсе ауылға киткән хакимиәт етәксеһен күперҙә көтөп ултырған. Саҡырыу ҡағыҙын алыу менән Учалы хәрби комиссариатына барып ингән. Ә бит күптәр кискә тиклем сират көтөп тороп ҡалған. Беҙҙең Мансур, һәр ваҡыттағыса, намыҫ һаҡлаған.

Апаһы менән ағаһына миңә әйтмәҫкә ҡушҡан. Бар кәрәкле эштәрен атҡарып, медицина тикшеренеүен үтеп, юлға сығыр мәлендә генә әйтте бит. Киленем Айгизә лә, Мансурҙың һүҙенән сыҡманы. Ире нисек әйтә шулай булды.

“Алты айлыҡ Зәлиәне ҡалдырып, һуғышҡа китәһеңме?” тип әйткән инем. “Әсәй,  беҙҙең нәҫелдән барыбер берәйһен алырға тейештәр, ул кеше мин булайым”, - тине. Шулай итеп, беҙҙең ауылдан мобилизация буйынса киткән берҙән-бер һалдат Мансурым булды. Телефон аша һәр саҡ “Барыһы ла яҡшы булыр”, тине. Алғы һыҙыҡҡа киткәнендә лә шулай ҡыҫҡаҡ ҡына итеп “керәм дә сығам, барыһы ла яҡшы булыр” тине.

Һыр бирмәгән батыр йөрәкле егет

Мансур махсус хәрби операцияға юлланғанда алты айлыҡ ҡына булып ҡалған ҡыҙы Зәлиәгә 3 йәше тула. Ә яугир хәбәрһеҙ юғалғас хәләл ефете йәнә ҡыҙ таба һәм ире алдан һайлап ҡуйған Мәҙинә тип исем ҡуша. Яҡындары, балаҡайҙары менән телефон аша аралашҡан мәлдә йөрәккәйе ниҙәр кисергәнен Мансур үҙе генә белгәндер.

- Ялға ҡайтҡанында: ”Аллаһ ғүмер биреп, һуғыштан иҫән ҡайтһам, вахтала башҡа эшләмәйәсәкмен. Ғаиләм эргәһендә булып, балаларымды наҙлап, һөйөп үҫтергем килә”, - тине улым.

“Арығаның күҙҙәреңә сыҡҡан, ҡайт инде  балам, ҡайт. Бәләкәс балаларың булғас, бәлки, ҡайтарырҙар, -  тип тә ҡараным. Ул миңә:  Әсәй, мин егеттәрҙе ташлап ҡайта алмайым”, -  тине.

Отпускыла булғанында шифаханаға бирелгән юлламаһын да миңә тәғәйенләп китте бит. Ата-әсәйҙе, яҡындарҙы ҡурсалау, ғаилә өсөн бар йөрәген биреп йәшәү Мансурҙың йәшәү рәүеше ине. Ә һуғышта уның тағы ла ғаиләһе артты. Бергә хеҙмәт иткән егеттәрен бер туғандай күреп яратты ул. Ә беҙ инде 35 йәшенә лә етмәй шул тиклем күпте күреп өлгөргән Мансурыбыҙҙың һәр һүҙен ихтирам менән ҡабул иттек, - типхәтирәләр йомғағын һүтте әсә кеше.

“Улдарын көткән барлыҡ әсәләр мине аңлар”

-Улым 2024 йылдың 19 сентяберендә  киленемә шылтыратып оҙаҡ ҡына һөйләшкән. Һәр ваҡыттағыса: “Алғы һыҙыҡҡа керәбеҙ, борсолма”, - тигән. Шул көндән алып ул башҡаса бәйләнешкә сыҡманы. Улымдан хәбәр көтөп төндәр буйы йоҡламаным. Улдарын көткән барлыҡ әсәләр аңлар мине. Рөстәм менән Зилиәм, киленем ҡайҙа ғына яҙманылар, ҡайҙа ғына барманылар, ниндәй генә тупһаларҙы тапаманы. Хәбәрһеҙ юғалғандар әсирлектә була, тигән уй ҙа өмөт бирә ине. Әммә быйыл 22 май киленемә “Мансур Ҡотоев мәйетханала” тигән хәбәр килгән. Улым, киленем һәм ҡыҙым миңә әйтмәй генә юлға сығып, Ростовҡа барып Мансурымды танып алып ҡайттылар. Өсәүләшеп килеп кергәстәр, аңланым инде, тик үҙем күрмәйенсә ышанмаҫмын тип уйлаған инем.

“Мансур һине бер ваҡытта ла илатырға теләмәне, ҡараһаң, йөрәгең туҡтар”, - тип табутты астырманы Зилиәм. Ялға ҡайтыуының беренсе көнөндә үк олатаһының ҡәберенә барып, ташын яңыртып, Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ҡуйған ине улым, хәҙер инде үҙе улар янына юлланды...

Рафиға Искәндәр ҡыҙын ҡосаҡлап, йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатҡым килде. Уның йөҙө буйлап тамған күҙ йәштәрен миңә күрһәтмәҫкә теләүен, һыр бирмәүен, улы өсөн ғорурлыҡ кисереүен дә тойҙом.

Ҡайғыны төрлө кеше төрлөсә үткәрә. Рафиға Искәндәр ҡыҙы бирешмәйәсәк! Ошондай көслө рухлы әсәләр үҫтергән уландар ғына Тыуған иле, ауылдаштары өсөн йәнен аямайҙыр ул, тигән фекергә килдем. Ҡапҡаһы янында йыраҡтарға ҡарап, һаман улын көткәндәй өмөтләнеп торған әсәгә ҡулдарымды биреп һаубуллаштым.

Зилә ҒӘЛЛӘМОВА,

Өфө ҡалаһы.

Автор:Алия Даутова
Читайте нас