Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
13 Август 2025, 08:59

Өс оҫталарыбыҙ билдәләнде

Йәрминкәнең иң яҡшы оҫталарынан айырым исемлек төҙөлә. Унда, тәбиғи, Учалы кәсепселәре лә инде.

Өс оҫталарыбыҙ билдәләндеӨс оҫталарыбыҙ билдәләнде
Өс оҫталарыбыҙ билдәләнде

 

8 -10 август Стәрлетамаҡта Башҡортостандың сағыу һәм мәртәбәле мәҙәни сараһы - «Купец 2.0» фестивале шау-гөр килеп бишенсе тапҡыр үткәрелде. Быйылғы концепцияһы – “Таланттар хазиналығы”.

 Төрлө кәсеп оҫталарының йәрминкәһе айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Бөтә Рәсәйҙән, хатта, сит илдәрҙән һәммәһе 700-ләп оҫта үҙ  эштәрен йәмәғәтселеккә тәҡдим итте.

Йәрминкәнең иң яҡшы оҫталарынан айырым исемлек төҙөлә. Унда, тәбиғи, Учалы кәсепселәре лә инде: Уральск ҡасабаһынан Дим Мөжәүиров (ҡурай яһау) һәм  Гөлиә Кәримова (бәйләм бәйләү), Учалы ҡалаһынан Альбина Йосопова (сигеү). Барыһы ла дипломадар менән билдәләнде. Ҡотлайбыҙ, яңы ижади уңыштар алда күп булһын.

Ә һеҙҙең иғтибарға бейеү менән генә түгел, ҡул эштәре менән дә дан алған Гөлиә Ишдәүләт ҡыҙы ижадының бер-ике фотографияһын тәҡдим итәбеҙ. Күҙ яуын алырлыҡ бит!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас