Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
19 Августа 2025, 08:31

“Байегетов кубогы – 2025”

Диңгеҙ пехотаһы взводы командиры бик тә яҡшы кеше була шул -  үлеменән байтаҡ ваҡыт үтһә лә, бик тә һағынып, юҡһынып иҫкә ала уны  урындағы халыҡ.

Озерный ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған лейтенант Илнар Байегетовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап 16 август футбол буйынса турнир үткәрҙеләр.  Хәҙер  инде өсөнсө йыл рәттән! Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов генерал ордендары менән наградланған диңгеҙ пехотаһы взводы командиры бик тә яҡшы кеше була шул -  үлеменән байтаҡ ваҡыт үтһә лә, бик тә һағынып, юҡһынып иҫкә ала уны  урындағы халыҡ.

Сара  алдынан  Башҡортостан флагын күтәреү хөрмәте геройҙың әсәһе Гөлшат Мөхәррәм ҡыҙына бирелә. Улының класташтарына һәм иптәштәренә дуҫлыҡ тоғролоғо һаҡлағандары өсөн ихлас рәхмәт әйтте.

Быйыл 8 команда көс һынашты: Озерныйҙың үҙенән ике команда, Ҡотойҙан, Ҡобағоштан, Килмәктән, Миндәктән, Зәйнәкәйҙән һәм Белорет ҡалаһынан.

Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә Ҡотой  егеттәренә тиңдәр табылманы, икенсе урында – күрше ҡаланан “Терек” клубы командаһы, “бронза миҙал” – Ҡобағош спортсыларында. Айырым уйынсылар ҙа билдәләнә һәм бүләкләнә: иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы – Нургиз Камалетдинов (Ҡотой), иң яҡшы ҡурғаусы (защитник) – Радим Сөләймәнов (Ҡотой), иң яҡшы һөжүмсе –Айнур Ғәйнуллин (Ҡобағош), иң яҡшы ассистент (һөҙөмтәле пастар биреүсе)  - Азамат Йомабаев (Килмәк), иң яҡшы снайпер – Азат Йосопов (Килмәк), иң йәш уйынсы – Азамат Ғарипов (Белорет), иң яҡшы уйынсы – Артем Зөлҡәрнәев (Белорет).

-Үҙемдең  исемдән  дә ошо    турнирҙы  өсөнсө  йыл  рәттән  ойоштороусы  Ильяс  Насретдиновҡа һәм  "Озёрный " командаһы егеттәренә ҙур  рәхмәтемде  белдерәм. Илнарҙың дуҫтары төп сығымдарҙы үҙ өҫтәнә ала. Башҡалар ҙа ситтә ҡалманы, мәҫәлән  Оҙонгүл мәсете имам-хатибы Айытбай хәҙрәт Ғарипов ярыш ҡарарға килгән бала-сағаға туңдырмалар, башҡа тәм-том алып һыйлау өсөн аҡса бүлде, Гөлсөм Сәғитдинова үҙ баҡсаһынан килтереп алма менән һыйланы. Табынға бешеренеп-төшөрөнөп килеүсе хужабикәләр ҙә бихисап.  Ләлә Ишмөхәмәтова,  Эльвира Ниғмәтуллина, Нүрдидә Вәлиева, Мәрйәм  Ғибәҙуллина, Римма Йәнтүрина, Резида Мәжитова һәм Резида Насретдинова,   Зәлифә Йомабаева, Шәүлиә Юнысова, Нәбилә Ишмөхәмәтова, Минзәлә Фазлетдинова, Нәзилә Ғәзизова,  Нәйрә Ишмәхәмәтова, Эльзара Ишмөхәмәтова, Гөлсөм Сәғитдинова һәм башҡа күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың уңғанлығына, берҙәмлегенә һоҡланырлыҡ - ике тапҡыр йөҙләп кешегә табын әҙерләүҙең ни икәнлеген күҙ алдына килтерәгеҙҙер инде! Ниндәй генә сара үтмәһен, Озерныйҙа гүзәл зат бер тапҡыр һынатҡаны юҡ,  –тип һөйләп үтте беҙгә турнир үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ҡыйыу офицерҙың элекке  уҡытыусыһы  Нәҡип Әйүпов. Әйткәндәй,  штаттан тыш хәбәрсебеҙ Нәҡип Кәтип улының үҙенең улы Илнур ҙа МХО алыштарында ҡатнашып, әлеге мәл реабилитацияға ҡайтарылған (заманында тап беҙҙең “Яйыҡ” гәзитендә практика үткәйне ул, бәлки, берәй саҡ фронт хәтирәләрен яҙып бирер тигән өмәттә ҡалабыҙ).

Имныбыҙ камимл, Илнарҙың әруахы бик тә шатланғандыр был көндә –  бәтә Рәсәй генә түгел, фәҡәт Бәләкәй Ватанының да ҡайнар патриоты булды бит ул, спортты ла ныҡ яратты... Бына шулай, ир азаматтары үҙҙәре фани донъянан киткәндән һуң да милләттәренә, тыуған ерҙәренә хеҙмәт итеүҙе дауам итә, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә, йәштәрҙең һау-сәләмәт булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итәләр. Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын, мәңге йәш  ҡаласаҡ һуғыш ветерандары!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас