Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
20 Августа 2025, 08:20

Ҡорот ҡайнатырға беҙҙә әүәҫтәр

Учалы яҡтарына  хас ҡорот менән һыйланылар һәм “көмөш миҙал” яуланылар, йәғни икенсе урынға сыҡтылар.

Ҡорот ҡайнатырға беҙҙә әүәҫтәрҠорот ҡайнатырға беҙҙә әүәҫтәр
Ҡорот ҡайнатырға беҙҙә әүәҫтәр

16 август Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында “Хәйбулла ҡорото” тип аталған төбәк-ара фестиваль үткәрелде.

Был байрам Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән, милли аш-һыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы тергеҙеүгә, заманлаштырыуға  йүнәлтелә. Шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһында туризм тармағы үҫешеүгә булышлыҡ итә.

Быйылғы фестивалдә Йылайыр, Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил райондары, Сибай һәм Орск (Ырымбур өлкәһе) ҡалалары вәкилдәре оҫталыҡта ярышты. Беҙҙең Учалы ла, әлбиттә, ситтә ҡалманы. Район мәҙәниәт бүлегенән белдереүҙәренсә,  дүрт ауыл мәҙәниәт йорто мөдирҙәре  ҡорот өлгөләрен һынауға сығарҙы: Әлфиә Ҡорамшина (Илсеғол), Идиә Ғәлимова (Баттал), Гөлнара Исламова (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол) һәм Зөлфиә Ғаззалова (Ҡобағош).  Беҙҙең оҫтабикәләр дөйөм команда булып сығыш яһанылар, жюри һәм ҡунаҡтарҙы Учалы яҡтарына  хас ҡорот менән һыйланылар һәм “көмөш миҙал” яуланылар, йәғни икенсе урынға сыҡтылар. Был оҫтабикәләрҙең ҡороттарын татып ҡараған бар, беҙҙән ҡалһа, ҡалғандарҙыҡын тәмләп тә ҡарамайынса тап уларға беренсе урын бирер инек!  Ярар, быныһы шаярыу-ҡатыш, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас