

Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Исламова үҙ учреждениеһында файҙалы үлән сәйҙәрен ҡулланыу буйынса мастер-кластарҙы даими үткәреп тора.
Ә был тапҡырҙа Ҡобағош мәҙәниәт йортона барып оҫталыҡ дәресе бирә, серҙәре менән уртаҡлашты.
-Семинарҙа ҡатнашыусылар үлән сәйҙәрен эшләү ысулдарының этаптары (йыйыу, үләндең структураһын механик үҙгәртеү, ферментация, киптереү, еләк йәки башҡа үләндәрҙең пропорцияларын дөрөҫ итеп ҡатнаштырып байытылған сәй яһау), анһат лайфхактар (көнкүреште еңеләйткән хәйләләр) менән танышты, төрлө үләндәрҙе ҡатнаштырып хуш еҫле сәй эшләп ҡараны. Теләүселәр булһа семинарҙы ҡабатлау мөмкинлеге бар, - ти Гөлнара Айрат ҡыҙы. Һәм йыш ҡулланылған шифалы үләндәрҙең башҡортса исемдәрен иҫкә төшөрҙө: Иван-чай ( кипрей)-боланут, лабазник (таволга)- еркәүек, душица (орегано)- мәтрүшкә, чабрец (тимьян)- кейәү үләне.
Бик хуп эш! Шифалы ла, татлы ла, урман-туғайға сығып йыйырға рәтең бар икән - һатып алырға ла кәрәкмәй. Тик дөрөҫ әҙерләй белеү һәм иренмәү генә талап ителә.