Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
28 Август 2025, 10:47

Урал батыр, хуш килдең!

Һәйкәл асыласаҡ, ә әлегә бар учалыларҙың хис-тойғоларын сағыу сағылдырған яҡташыбыҙҙың шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Афарин, Фәнүзә ханым!

Урал батыр, хуш килдең!Урал батыр, хуш килдең!
Урал батыр, хуш килдең!

Яҡын көндәрҙә төбәгебеҙ генә түгел, бөтә Башҡортостанға, үҙен башҡорт тип иҫәпләгән һәр кешегә әһәмиәтле ваҡиға көтөлә– Учалы ҡалаһында Урал батыр һәйкәле асыласаҡ. Был хаҡта ентекләп гәзиттә яҙырбыҙ, ә әлегә бар учалыларҙың хис-тойғоларын сағыу сағылдырған яҡташыбыҙҙың шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Афарин, Фәнүзә ханым!

 

Урал батыр, хуш килдең!

Күпме быуаттар үткәс,
Күпме быуындар киткәс,
Арыҫланға атланып,
Талпынып-ҡанатланып,
Һәйкәл булып Хәтергә,
Ҡоба һүҙең әйтергә
Ҡайта тәү батырыбыҙ,
Ҡайта дәү батырыбыҙ!
Ай, батырыбыҙ Урал,
Ҡулында булыр ҡорал,
Яуыз көстәрҙе еңгән,
Һүҙҙәре ҡанға һеңгән:
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!”
...Урал батыр, мең йәшә!
Ул бит беҙгә өндәшә:
“Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!”
Оло улы Яйыҡҡа,
Ай, Урал батыр ҡайта,
Һибергә Тере һыуын,
Йәмләргә ерен-һыуын.
Сарсаған күңелдәргә,
Ҡорғаҡһыған йәндәргә
Тере һыуҙың тамсыһы
Шифа булып тамһасы!
Урал батыр, хуш килдең!
Терәге булып илдең,
Хәтерләтеп тарихты,
Тура юлды яҡтыртып
Йәшә булып Тере һүҙ,
Йөрәктәргә һалып ҡуҙ!

  Фәнүзә Зөлҡәрнәева

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас