Башҡортостан - ысын мәғәнәһендә әүлиәләр иле. Республикабыҙҙың һәр бер башҡорт ауылында төрлө дәрәжәләге әүлиәләр, халыҡ хәтерендә изге заттар булып һаҡланған кешеләр булған, әүлиә шишмәләре, әүлиә тауҙары һәм башҡа изге урындар бар.
Кем һуң ул әүлиә, ниндәй кеше? Әүлиә ғәрәпсә “вәли” - изге, тигән һүҙҙән алынған. Әүлиәләр – Аллаһтың дуҫтары, улар хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән. Әүлиә – Ислам нигеҙен, шәриғәт ҡанундарын, Тассауф ғилемен яҡшы белгән, бар ғүмерен дини белем алыуға бағышлаған һәм Аллаһ ҡушҡанын теүәл үтәп барған изге күңелле, иманлы салих-инсан була. Ул һәр ваҡыт зекер ҡылып, йөрәген сафландырып, үҙен әхирәткә әҙерләй, юғары динлелек менән йәшәп, бер көн Аллаһ Тәғәләнең яратҡан ҡолона әүерелә. Әүлиәләр - Исламдың эске, тәрән ғилемен аңлаған һәм уға етешкән кешеләр. Аллаһ Тәғәләбеҙҙең ризалығы өсөн, уға яҡынайыуға өлгәшеү өсөн, тәү сиратта бары тик ихлас ниәт булырға тейеш. Ә былар бары тик ысын әҙәп менән йәшәгәндә генә мөмкин: нәфсеһен еңеп, гонаһтары өсөн тәүбәләр ҡылып, кешеләр менән матур мөнәсәбәттә булып, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булып.
Боронғолар әүлиәләрҙең күбеһен ҡалҡыулыҡ башына, айырым урынға ерләр булған. Бәлки, был изге йәндәрҙең ҡәберлеге кешеләргә, бөтә үткенселәргә күренеп, Аллаһ Тәғәләне, үлемде иҫтәренә төшөрөп торһондар өсөндөр.
Бөгөн үҙебеҙҙең Учалы ерлегенә ҡағылышлы әүлиәләр тураһында бәйән итеп китәбеҙ.
Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы янында эргәһендәге Әүеш (Әүлиә) тауы бар. Быйыл да әүлиәгә барып, изге шишмәнең һыуын ауыҙ итеп, тауына күтәрелергә насип булды. Тауына күтәрелгән һәр төркөмдө тарихсы Фәнүр Шәһиев оҙатып йөрөнө. Әүлиә тауы, шишмәһе тураһында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе, тарихын, легендаларын һөйләне. Уның һөйләгәндәренән:
-Әүлиә шишмәһе май – июнь айҙарында ғына аға. Тауҙың уртаһынан юл алған шишмәгә һауа торошо, яуым-төшөм йоғонто яһамай. Һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Элегерәк ҡәҙерләп, дарыу һымаҡ, ҡалаҡлап ҡына эскәндәр. Хикмәт күп эсеүҙә түгел бит, ә үҙеңә, яҡындарыңа иҫәнлек-һаулыҡ, иман теләп, Аллаға шөкөр ҡылыуҙа. Ер шарында, бәлки, бер нисә генә шундай шишмә барҙыр. Әүлиә шишмәһенән һыу алырға тип төрлө ерҙән, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Күп ауырыуҙарҙан дауа, тип эсәләр уны.
Әүлиә шишмәһенең һыуын ғалимдар тикшергәндән һуң, уның составында кешегә файҙалы элементтар күп, тигән һығымтаға килә. Ҡайһы бер руханиҙар тәме буйынса уны хатта Ғәрәбстандағы данлыҡлы Зәм-зәм һыуы менән сағыштыра.
Ни өсөн Әүлиә шишмәһе тигәндәр һуң? Ғәрәп телендәге «Вәли» һүҙенең күплектәге «әүлиә» формаһы башҡортсаға тәржемә иткәндә тоғро, ғәҙел Алла ҡоло, яҡлаусы, ҡурсалаусы, дөрөҫ, тура юлдан барыусы кеше тигәнде аңлатҡан. Хәҙерге мәғәнәһе – изге, хикмәттәр ҡылыусы кеше. Әүлиәләр үлгәндән һуң да кешеләргә ярҙам итә ала, тигән ҡараш йәшәй.
Әстерхан (Йорт) татарҙарының һәр бер зыяратында тиерлек әүлиә ҡәберҙәре бар: Төкләҫ-Баба (Иҙеүкәйҙең олатаһы), Ҡара-Дауыт, Джигит-адже һәм башҡалар. Шундай уҡ әүлиәләр ҡаҙаҡтарҙа (Бүкәй-хан), ҡарағаштарҙа (Сәйет-Баба), төркмәндәрҙә, Төньяҡ Кавказда, Кавказ аръяғында осрай. Әүлиәгә зыярат ҡылыуҙы суфыйҙар, дәрүиштәр йәмғиәттәре менән бәйләйҙәр. Әүеш тауы башында ҡәбер ташы бар. Боронғо таш урынына яңыһын Зәйнулла ишан ҡуйҙырта. Унда ғәрәп хәрефтәре менән:
«Был (сәйәхәтсе) Шәйех Мөхәммәд Миһнән Аләүҫә 651 һижри йыл
Беркә хан быуатында Бәнисарай Беркә хан дәүләте», - тип яҙылған.
Джучи улы Беркәхан Сыңғыҙхандың ейәне була. Алтын Урҙа ваҡытында Монголиянан айырылып, хәҙерге Волгоградтан алыҫ түгел үҙенең ханлығының баш ҡалаһы Беркәһарайҙы төҙөй. Тәхеткә ултырыу менән, ул ҡатыны Сәсәк, ҡәрҙәше Туҡайтимер һәм башҡа олуғтары менән бергә Исламды ҡабул итеүен рәсми рәүештә иғлан итә. Үҙенең исемен дә шунда Бүркәнән Беркәгә әйләндерә. Ислам хәлифәһе Мөстәғсим Баллаға ант биреп, уның менән хаттар яҙышып тора.
Әйтелгәндәрҙән сығып, Әүеш тауы башында ерләнгән сәйәхәтсенең был ерҙәрҙә Ислам динен таратып йөрөүсе Беркә хан дәүләте илсеһе булғандыр, тип уйларға була. Сөнки Беркә хан үҙе Исламды ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ә был динде тирә-яҡҡа таратыу буйынса ла ҙур эш алып барған.
Әүлиә, Шишмә тураһында легенда-риүәйәттәр күп. Бер риүәйәт буйынса бик борон, ул ваҡытта Әүеш, Ялсығол ауылдары ла булмаған ваҡытта, был тирәлә йәшәгән халыҡ янына бер кеше килеп сыға. Ул кешеләрҙе мосолман диненә күсергә өгөтләп йөрөй. Әүлиә, ҡартайыуҙанмы, ауырыпмы, үлеп китә. Халыҡ уны тау башына мендереп күмә.
Икенсе риүәйәт буйынса, борон беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ, беҙгә һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡанда, аңын-тоңон белмәйенсә, каруансыларҙы ҡырып ташлаған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән бер изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар.
Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай.
Өсөнсө риүәйәт буйынса, үҙҙәренең ырыуҙарынан айырылған бер төркөм кеше яңы урынға ултырыр өсөн ер эҙләй. Йөрөй торғас, улар бер ҙур күл буйына килеп сыға. Ҡарайҙар – ер уңайлы: эсергә һыуы ла бар, һунар итергә урман яҡын. Мал көтөргә лә урын етерлек. Күлдән алыҫ түгел ҙур тау тора. Араларынан берәү:
-Тауы бер яҡҡа ауыш икән, – ти. Шунан халыҡ был тауҙы «Ауыштау» тип йөрөтә башлай. Аҙаҡ килеп, ул Әүештау булып китә. Күлдең исеме лә шулай атала. Һуңынан ауыл да Әүеш тип йөрөтөлә башлай.
Бәлки, һәр легенда үҙенсә дөрөҫтөр. Алтын Урҙа хандары, башҡорттарҙың иң уңайлы аҫаба ерҙәрен үҙҙәренә тартып алып, ҡышын йылы көньяҡ далаларҙа малдарын көтһә, эҫе йәйҙәрен мул һыулы, һутлы үләнле Урал тауҙарына килгән. Был башҡорт, нуғай һәм башҡа халыҡ йырҙарында, легендаларында ла асыҡ сағыла.
Әүештауҙан тирә-яҡ ус төбөндәй генә күренә. Әүеш күлендә ике утрау бар. Береһе йөрәк формаһында, икенсеһе ҡанатын йәйгән ҡошто хәтерләтә. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 645 метр тирәһе.
Әүлиә шишмәһенән башҡа бында тағы ла ике шишмә – Салиха шишмәһе, Йыланлы шишмәһе бар. Был шишмәләр өсөһөнө өс төрлө тәм бирә. Сөнки, өсөһө өс төрлө таш аша үтә, тиҙәр. Әүлиә шишмәһе һары йәшмә аша үткәнгә айырыуса файҙалы, оҙаҡ һаҡлана икән.
Әүеш тауының башында башҡа ҡәберҙәр ҙә бар. Рамаҙан әүлиә ҡәберенән аҫтараҡ, Ялсығол яғына киткәндә, Уау диуана күмелгән, тиҙәр. Ул 1800 йылдар башында йәшәгән. Ысын исеме Вәхит булған. Ул күрәҙәсе, бик хикмәтле кеше булған. Кеше нимә уйлай, шуны белеп торған, әйткән. Зәйнулла ишандың тыуыуын да ул алдан әйткән. Зәйнулла ишандың инәһенә: “Килен, һинең ҡорһағыңда ишан булырлыҡ бала ята”, – тигән. Аҙаҡ, ысынлап, Зәйнулла ишан тыуған
Фәнүр Шәһиев Һәйтәк ауылынан, тыуған ауылының тарихын ентекле өйрәнә, күп эҙләнеүҙәр алып бара ауылдашым. Уның әүлиәләргә бәйле эштәре лә күп. Бына уларҙың бер нисәүһе.
Бер кеше Учалы яғынан Һәйтәккә атта ҡайтып барған. Ҡарағайҙы күле буйында бер йәйәүле ҡартты осратҡан һәм уға: “Әйҙә, ултыр”, – тип саҡырған. Ҡарт, үҙем барып етермен, тип атҡа ултырмаған. Учалынан Һәйтәккә тура юл бар, был кешенең аты ла шәп була. Тик ауылға кереүгә теге ҡарт яңынан тап була. Нисек инде – йәйәүле унан алдараҡ килеп еткән, тип аптыраған был кеше. Әүлиә булып сыҡҡан был ҡарт. Ул ауылда йөрөгән аттарға күрһәтеп: “Анау торған аттың аяҡ аҫтында ат башындай алтын ята”, – тигән. Тик ҡайһыһының аяҡ аҫтында икәнен күрһәтмәгән, ә аттар күп йөрөгән. Теге әүлиә ҡарт үлгән, уны тау башына күмгәндәр. Ул тау Әсән-Суфа, Хәсән суфый исемен йөрөтә. Әүлиәләр Һәйтәк ауылының дүрт яғындағы тауҙа күмелгән: Әсән-Суфа ла, Ҡандыбилдә, Ахунтауҙа, зыярат эргәһендәге Бригад тауында.
Суфа – ул суфый, тигәндән. Уның тураһында элек көтөүселәр ҙә төрлө хәлдәр һөйләр булған. Көтөү көткәндә, таң менән йөрөгәндә – ҡәберлектән бер бабай килеп сыға, ул ап-аҡ кейемле, ап-аҡ һаҡаллы, ап-аҡ сәлләле. Ҡулында һәр ваҡыт ҡомған. Ҡомғанынан тамған тамсылары ялтлап ята, тип. Шишмә буйынан килеп сыға ла, яңынан шул буйға кереп китә, икән. Уны Кәримов Әҡсән (1919 йылғы, ҡәртнәйемдең ҡустыһы) үҙем күрҙем, тип әйткән апаһы Шәһиева Минсәғиҙәгә (1910 йылғы). Ҡәртнәйем миңә һөйләне. Тағы ла бер нисә көтөүсе күрҙек, тип әйткән. Кемдәр күргән, бөтәһе лә шулай аҡ кейемле, тип һөйләй. Шунан, бер әбей ҡыҙыҡ өсөн, ышанмайынса көлөргә булған. Әүлиә шишмәһе янында йөрөгән дә, һынап ҡарамаҡ өсөн ул кесе ярау итергә уйлаған. Уны ниндәйҙер көс ситкә алып ырғытҡан, тип әйтәләр. Шунан ул ҡурҡып ҡайтып киткән. Шул Әүлиә шишмәһе әле лә бар, Соҡораҡ тигән ерҙә. Был шишмә йыл буйы аға, һыуы тәмле. Тик, һуңғы йылда ул ер һаҙланып бөкән. Һәйтәктең эргәһендәге тауҙарҙа әүлиәләр ерләнгән. Шул Әсән-суфа тауында, Ҡандыбилдә, Эндектүбәлә, Муртыҡта, Яңғыҙ түбәлә. Яңғыҙ түбәлә түгел, Ахун тауын да ла тиҙәр. Әүлиәләр ауылды һаҡлап, бәлә-ҡаҙаны ҡаҡлыҡтырып ята икән.
Тағы бер тарихи ваҡиға. Һәйтәк ауылынан 100 – 120 йыл элек бер ишан үтеп китеп барған. Ул Фәррәх мулланың өйөнәме, йә уның улы Шаһиморатҡамы кереп сәй эсеп сыҡҡан. Шунда ул: “Һеҙең ауылығыҙҙың дүрт тауында дүрт әүлиә ерләнгән. Ауыл эргәһендәге зыярат буйында ат башындай алтын ята икән. Ахырзаман булыр алдынан ғына шул алтын килеп сығыр”, – тигән.