Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Сентябрь 2025, 10:35

Мәктәп туҡланыуы иғтибарҙа

Мәктәптә балаларҙы туҡландырыу һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған мәсьәләләр рәтендә. Уның сифатын яҡшыртыу буйынса республикабыҙҙа маҡсатлы эштәр алып барыла.

Мәктәп туҡланыуы иғтибарҙаМәктәп туҡланыуы иғтибарҙа
Мәктәп туҡланыуы иғтибарҙа

Мәктәптә балаларҙы туҡландырыу һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған мәсьәләләр рәтендә. Уның сифатын яҡшыртыу буйынса республикабыҙҙа маҡсатлы эштәр алып барыла.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп ашханаларындағы хәлде тамырынан үҙгәрткәнгә тиклем уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ашатыуға ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Республика етәксеһе сифатһыҙ аҙыҡ-түлекте, шулай уҡ ситтән килтерелгән итте алып ташлауҙы талап итте. Хәҙер аҙыҡ-түлек был төр эшмәкәрлеккә лицензияһы булған етди комбинаттарҙан, шулай уҡ фермер хужалыҡтарынан ғына килтерелә.

С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейы ҡалабыҙҙағы иң ҙур белем усаҡтары рәтендә. Бында балалар ике корпуста белем ала - башланғыс кластар өлкән кластағы ағай-апайҙарынан айырым уҡый. Лицей ашханаларын аҙыҡ-түлек менән "Йәйғор" балалар туҡланыуы комбинаты тәьмин итә. Емеш, йәшелсә, ит, макарон, кондитер изделиелары, ярма һ.б. килтерәләр. Уларҙан ашнаҡсы апайҙары балаларға тәмле иҙмә, былау, бутҡа һ.б. һый-ниғмәт әҙерләй. Икмәк менән ҡалалағы "Шатлыҡ" йәмғиәте тәьмин итә. Балалар ҙа, ашнаҡсылар ҙа икмәк сифатын һәр саҡ юғары баһалай.

Башланғыс кластар корпусында 506 бала туҡлана.  Беҙ мәктәпкә килгәндә ашханала эш ҡайнай ине. Ашнаҡсы Фәнисә Фәтҡуллина бында дүртенсе йыл эшләй. Ул беҙҙе эш барышы менән таныштырҙы:

- Был ашханала биш кеше эшләйбеҙ - ашнаҡсы, аҙыҡты өҫтәлгә ултыртыусылар һәм һауыт-һаба йыуыусылар. Эшкә иртәнге сәғәт ете тулмаҫтан алда уҡ киләбеҙ. Мәғариф бүлегенең туҡланыу буйынса технологы алдан билдәләгән менюға ярашлы эш итәбеҙ.   Бөгөн, мәҫәлән, балалар меню буйынса макарон һәм тауыҡ итенән гуляш ашай. Шулай уҡ лимонлы сәй һәм икмәк бирәбеҙ.

Ашнаҡсынан кескәйҙәр бигерәк тә нимә ашарға ярата, тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

- Башлыса макарон, картуф иҙмәһе, тауыҡ итенән әҙерләнгән котлеттарҙы яратып ашайҙар, ә бына балыҡтан әҙерләнгән котлеттарҙы, һоло бутҡаһын бик өнәп бөтмәйҙәр.

Дәрес тамамланыуға ишаралап ҡыңғырау шылтырағас, лицей коридорҙары йәнләнә төшә. Беренсе дәрестән һуң ашханаға 1-се класс уҡыусылары ашыға. Уҡытыусылары артынан сафҡа теҙелеп килә улар. Ашхана эргәһендәге ҡулйыуғыстарҙа ҡулдарын йыуып алғас, тәмле еҫтәр аңҡып торған ашханаға үтәләр.

Ашап сыҡҡас, бәләкәстәр беҙҙең менән ихлас аралашырға ла әҙер.

- Миңә мәктәптә уҡыуы ныҡ оҡшай, ашханала ашарға яратам. Бигерәк тә бәрәңге иҙмәһе, макарон, котлеттар, былау оҡшай, - ти 1-се класс уҡыусыһы Алиса Быкова.

Дүртенсе дәрестән һуң ашханаға 4-се кластар килә. Уларҙың да фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

- Туҡланыу оҡшай, - ти бер тауыштан Эмиль Рәхимов менән Ғайсар Латипов. - Беҙгә емеш тә, йәшелсә лә, сыр ҙа бирәләр - бөтәһен дә ашайбыҙ. Тағы ла туҡмаслы аш, борщ бирә башлаһалар, сәпсим дә ҡәнәғәт булыр инек, - тип шуҡ йылмайыша малайҙар.

1-се Башҡорт лицейының 5-11-се класс уҡыусылары белем алған корпусҡа юл тотабыҙ. Бында шеф-ашнаҡсы Юлиә Фазыловаға мөрәжәғәт иттек.

- Был корпуста 760 бала туҡлана. Балаларға ҡайнар ашты 6 хеҙмәткәр әҙерләйбеҙ. Льготалы категорияға ҡараған уҡыусылар (һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар), бөгөнгә улар был корпуста 100-гә яҡын, көнөнә ике тапҡыр ашай. Меню буйынса бөгөн уларға төшкө ашҡа туҡмаслы итле аш, ит менән ҡарабойҙай ярмаһы бирәбеҙ. Ғөмүмән алғанда, бөтә балалар ҙа лимонлы шәкәрле сәй эсергә ярата. Миҙгеленә ҡарап, ҡыяр, помидор кеүек йәшелсәнән, алманан да өҙмәйбеҙ, - тип бәйән итте Юлиә Ғаҡил ҡыҙы.

Мәғариф бүлегенең туҡланыу буйынса технологы Лилиә Ғәйфуллина белем усаҡтарындағы туҡланыу хаҡында былай тине:

- Яңы уҡыу йылы башланыу менән Учалы районы мәктәптәрендә ҡайнар аш сифатын тикшереү буйынса рейдтар тергеҙелде. Мәғариф бүлеге һәм ата-әсәләр составындағы комиссия ҡала һәм район мәктәптәрендә булды. Тикшереү барышында аҙыҡтың сифат күрһәткестәре буйынса тап килеүе, ризыҡтың ун көнлөк раҫланған меню буйынса бирелеүе, аш-һыу залдарының, аҙыҡ-түлек блоктарының санитар-техник торошо баһаланды. Шуны ла билдәләйһе килә, аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡулланылған сеймал һәм аҙыҡ-түлек СанПиН талаптарына тулыһынса тап килә, норматив документтар бар. Быйыл район мәктәптәренең аҙыҡ-түлек блоктары өсөн ҡыҙҙырыу, һыуытҡыс ҡорамалдары, картуф таҙартыу ҡоролмалары, производство өҫтәлдәре, электр һыу йылытҡыстары, таратыу линияһына ябыҡ типтағы бактерицид лампалар, шулай уҡ башҡа ашхана йыһаздары һатып алынды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, шуны әйтә алабыҙ - мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса бөтә шарттар ҙа үтәлә. Ваҡ иҫкәрмәләр мәғариф бүлеге белгестәре тарафынан контролгә алынып, уларҙы бөтөрөү ваҡыты билдәләнде. Әгәр ата-әсәләрҙең мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу сифаты буйынса дәғүәләре булһа, 6-88-45 телефоны буйынса мәғариф бүлегенең «ҡыҙыу линияһына» шылтыратырға мөмкин. "Ҡыҙыу линия" дүшәмбе-йома 08.00-18.00 сәғәттәрҙә эшләй, тәнәфес 13.00-14.00 сәғәттәрҙә.

Мәктәп туҡланыуын иғтибарҙа тотоу маҡсатында лицейҙа "Ата-әсә контроле" тигән алым да уңышлы файҙаланыла. Һәр кластан ике-өс атай йәки әсәй мәктәп ашханаһына килеп, балаһы нимә ашағанын үҙе татып ҡарай ала. Балаларға ашатҡан аҙыҡ йылымы, артыҡ тоҙло түгелме, икмәк тәме нисегерәк, порция күпме һалына, һауыт-һабаларҙың, ашхананың торошо - барыһы хаҡында ла ата-әсәләр хәбәрҙар.

- Мәктәп ашханаһына "Ата-әсә контроле"нә йыш киләм. Бешерелгән аҙыҡ сифаты менән ҡәнәғәтмен. Аш һәр ваҡыт йылы, тәмле була, үҙем дә татып ҡарайым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты әсәй Мәрйәм Мамышева.

Эйе, мәктәп туҡланыуы иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, сөнки балаларыбыҙ нимә ашауға ҡарап сәләмәтлектәрен баһаларға мөмкин. Был тәңгәлдә мәктәптәге туҡланыуға һүҙ әйтерлек түгел. Ул тәмле, сифатлы һәм туҡлыҡлы.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас