

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сораман ауылында хәҙер инде өсөнсө йыл рәттән “Тиләү кубогы-2025" тип аталған мини-футбол буйынса район турниры үтте. Урындағы халыҡ һәм район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Амангилде ауыл Советы депутаты Илһам Хәйруллин ойошторған сара быйыл махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.
Һөҙөмтәлә, Килмәк командаһы юғары оҫталыҡтарын быйыл да иҫбатланы, былтыр ҙа ошо турнирҙа еңгән булалар. Икенсе, өсөнсө, дүртенсе урындарҙа – Озерный, Ҡорама, Ҡотой ауылдары егеттәре. Ярыштың иң сағыу йондоҙҙары ла билдәләнде, шул иҫәптән:
-“Иң яҡшы ҡапҡасы” – Рәми Йосопов (Килмәк);
-“Иң яҡшы һаҡсы” – Линар Хажин (Ҡотой);
-“Иң яҡшы ассистент” – Андрей Трифонов (Килмәк);
-“Иң яҡшы һөжүм итеүсе” – Айҙар Ибраһимов (Килмәк);
-“Иң йәш уйынсы” –Тимур Хоҙайғолов (Сораман);
-“Иң яҡшы уйынсы” –Айҙар Ишмәхәмәтов (Озерный).
- Бик ҡәнәғәтбеҙ, -ти Илһам Ансар улы. – Ил халҡы именлеге хаҡына баштарын һалған егеттәр мәңге хәтеребеҙҙә булырға тейеш! Аллаһ бойорһа, артабан был турнир тағын да киңерәк ҡолас йәйер. Киләһе йылдан ҡатын-ҡыҙҙар командалары ла ҡатнашһын ине, тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Үҫмерҙәр тураһында ла уйлар кәрәк. Спортсылар ҙа, халыҡ та ҡуш ҡуллап риза буғай. Был турнирға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ринат Шәрипов, башҡа спортсы йәш ирҙәр - Рушан Ҡәләмов, Радик Рафиҡов, Рәмис Хужиндар ойоштороу эштәре менән йүгереп йөрөүҙәре менән рәттән, клуб мөдире Илзидә Ямалова, хаҡлы ялдағы педагог Раушания Ишморатова һәм уның тормош иптәше, ауыл старостаһы Ирек ағайҙар айырыуса тос өлөш индерҙе. Кемделер айырып күрһәтеү ҙә ҡатмарлыраҡ, бар Сораман халҡына рәхмәттән башҡа ни әйтәң инде! Беҙҙекенән башҡа бер турнирҙа ла көнөнә ике-өс тапҡыр ныҡлап тамаҡ ялғатмайҙарҙыр буғай. Сораманда иһә спортсылар һәм көйәрмәндәр ҡорбан аштарынан да ауыҙ иттеләр, күп кеше һыйланғас, баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙең рухтары ныҡ шатланғандыр, иншаллаһ. Ғөмүмән, ҡунаҡтарҙың: “Үҙ йортоңа ҡайтҡан һымаҡ, шундай яҡшы ҡабул итәләр бында!” – тигәндәре юғары баһа булды. Эйе, йылы туғанлыҡ мөхите хөкөм һөрҙө. Ауыл үҙе лә яңы һулыш алғандай булды, дәрт-дарман өҫтәлде. Иң кинәнес биргән күренеш – ағайҙарына, атайҙарына эйәреп байтаҡ бала-саға килде, шундай ихлас тамаша ҡылалар, ситкә киткән тупты килтереү өсөн күмәкләп йүгерешәләр, тәнәфес ваҡытында үҙҙәре туп тибеп ҡарай. Көн кеүек асыҡ, бындай тәрбиә алғас, спорҡа битараф булмаған, туған ауылдарына тоғро кешеләр булып үҫәсәктәр.Иманым камил, һәр ауылда ла йышыраҡ бар халыҡты берләштергән саралар үткәреп торорға кәрәк, ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына әйтеп ҡалдырмаған бит: “Берҙәмлектә – көс”, бер маҡсаттар ҡуйып йәшәгәндә тормош та йәмлерәк һәм мәғәнәлерәк!