Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Сентябрь 2025, 08:00

"ГеоСаҡырыу" - һөнәргә ихтирам һәм баһа

Ошо арала Башҡортостанда “ГеоСаҡырыу” III халыҡ-ара чемпионаты үтте. Әйтергә кәрәк, сара республикабыҙҙа өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Шуны ла билдәләргә кәрәк, чемпионатта ҡатнашыусы илдәр һаны арта бара – быйыл Башҡортостанға Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 16 сит илдән 38 команда килде. 

Ошо арала Башҡортостанда “ГеоСаҡырыу” III халыҡ-ара чемпионаты үтте. Әйтергә кәрәк, сара республикабыҙҙа өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Шуны ла билдәләргә кәрәк, чемпионатта ҡатнашыусы илдәр һаны арта бара – быйыл Башҡортостанға Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 16 сит илдән 38 команда килде. 

Сит ил командалары араһында Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Палестина, Мозамбик, Гвинея, Көньяҡ Африка Республикаһы, Буркина-Фасо, Ирак, Зимбабве, Ҡытай, Мысырҙан вәкилдәр бар ине. Буласаҡ геологтар ун бер көн дауамында ялан шарттарында үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын күрһәтте.

Чемпионатты беҙҙең Учалы районы ла ҡабул итте. Ер аҫты ҡаҙылмаларына бай төбәгебеҙҙә өс көн дауамында ярышып та, районыбыҙ буйынса сәйәхәт итеп тә өлгөрҙө студенттар.

Тәүҙә ҡатнашыусылар В. Терешкова исемендәге лагерҙа, йәмле Ҡалҡан күле буйында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары менән танышты. Йәштәр өсөн әҙерләнгән оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, конкурс-ярыштар ифрат ҡыҙыҡлы булды. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ, алсаҡлыҡ оҡшаны чемпионатта ҡатнашыусыларға. Ҡунаҡтар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша барҙы. Мәҫәлән, Яҡутстандан килгән, Төньяҡ-көнсығыш федераль университетында геолог һөнәрен үҙләштереүсе Афанасий Павлов менән Вячеслав Прокопьевҡа беҙҙең сәк-сәк бик тә оҡшаған төшкән.

- Сәк-сәкте Яҡутстанда ла эшләйҙәр, ләкин уны беҙҙә бал менән түгел, ә ҡуйыртылған һөт менән бутайҙар. Башҡорт балы менән әҙерләнгән сәк-сәк бигерәк татлы була икән. Ҡайтҡас мотлаҡ һөйләрбеҙ әле был хаҡта, - тип ҡәнәғәт йылмайышты егеттәр.

Аңлашылып тора, “ГеоСаҡырыу” чемпионатын уҙғарыу өсөн районыбыҙ юҡҡа ғына һайланмаған. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин билдәләүенсә, беҙҙең районды нәҡ тау мәғдәне сығарыу флагманы булған өсөн һайлағандар ҙа инде. Учалыла геологтарға эш етерлек. Ятҡылыҡтарҙың күплеге, сәнәғәттең үҫеше – барыһы ла районыбыҙ етди сараларҙы ҡабул итерлек һәм лайыҡлы ойошторорлоҡ кимәлдә булыуын дәлилләй. Учалы ер аҫты руднигына, Юлдаш, Муртыҡты, "Урал таштары" йәмғиәтенең гранит ятҡылыҡтарына  ойошторолған экскурсиялар районыбыҙҙың сәнәғәт потенциалын асһа, Вознесенка, Иҫке Байрамғол ауылдарына ойошторолған сәйәхәттәр күп милләтле мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән таныштырҙы. Изге Әүлиә шишмәһе менән Әүлиә тауы ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡунаҡтар Милли кейем көнөнә арналған сараларҙа ла ҡатнашты.

- «Муртыҡты» алтын мәғдәне ятҡылығында беҙгә пирит ҡушылған өлгөләр алырға рөхсәт иттеләр, - тип ярыш этабы менән таныштырҙы «Өс ҡоҙоҡ» (Үзбәкстан) командаһы ағзаһы Владислав Астанин. - Беҙ, геологтар кеүек, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һынау үттек һәм пирит ҡушылмаларынан өлгөләр йыйҙыҡ. Икенсе объектта Мансур гранит карьеры менән таныштыҡ. Беҙҙе айырыуса гранит сығарыу һәм эшкәртеү масштабы, шулай уҡ уны ҡырҡыу өсөн заманса ҡорамалдар хайран ҡалдырҙы. Экскурсия бик фәһемле булды, - тине егет.

Һынауҙар үткән көндәрҙә өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар, һауа торошоноң ҡырыҫ Урал шарттарына тап килеүе буласаҡ геологтарҙы ныҡлыҡта, сыҙамлылыҡта һынаны. “Шлих һынауы” (“Шлиховое опробование”) тип аталған этапта ярышсылар ысын ялан шарттарында эшләргә тейеш ине. Көн һыуыҡ, мыжыҡ ямғыр туҡтарға ла уйламай, ун ике сит ил студенты контроль ваҡытта – 20 минут эсендә - минералдарҙың ауыр фракцияһын йыуырға һәм ярыш шарттарында алтынды алмаштырыусы яһалма металл киҫәксәләрен табырға тейеш ине. Бот төбөнә тиклем итек, һыу үтмәҫлек плащ кейһәләр ҙә ялан ҡул һалҡын Ҡалҡан һыуында “алтын йыуыу” еңел бирелмәне ярышсыларға. Айырыуса йылы илдәрҙә йәшәүсе студенттарға ҡыйын булғандыр тибеҙ, юҡҡамы ни Зимбабвенан килгән егет ҡараҡай ғына ҡулдарын күрһәтеп, өшөгәнлегенә ишаралай ине бит. Шулай ҙа береһе лә һыр бирмәҫкә тырышты, һәр кем ярыш талаптарын еренә еткереп үтәне. Тәүгеләрҙән булып, “алтынды” Монголиянан килгән студент тапты. Унан һуң уңыш Зимбабве, Ҡытай, Алжир уйынсыларына йылмайҙы.

Мауыҡтырғыс ярыштар артабан да дауам итте. Бер төркөм студенттар Рысай ауылына юл тотто. Күпер буйында Яйыҡ йылғаһында буласаҡ геологтарға үҙенсәлекле һынау әҙерләнгәйне. Йылғаға кереп, махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған участкала ярышсылар ҡатмарлы гидрометрик үлсәүҙәр һәм иҫәпләүҙәр үткәрҙе. Күрһәтелгән ваҡытта йылға ағымының йүнәлешен, бормалылығын, майҙанын, шул майҙандан һыуҙың секундына күпме ағыуын билдәләп, ҡабатлап, йылға сығымын асыҡланылар. Шулай уҡ йылғалағы ултырмаларҙың ҙурлығын, һыуҙың таҙалығын, температураһын һ.б. билдәләнеләр. Геология институтының фәнни хеҙмәткәре, был этаптың судьяһы Юрий Соколов билдәләүенсә, ярышсылар һынауҙарҙы лайыҡлы үтә, чемпионатҡа ҙур әҙерлек менән килгәндәр. Геолог булмаһаҡ та ышаныслы әйтә алабыҙ, был ярыш һәр геолог өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур тәжрибә, белем ныҡлығын тикшереү һәм һөнәр оҫталығына лайыҡлы баһа булды.

Андрей Долик Донецк милли техник университетының өсөнсө курс студенты. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу һәм ер тураһында фән факультетында белем ала. Ярыштың был өлөшөн бик ҡыҙыҡлы, тип баһаланы. Этапты үтеүе еңел бирелде ти.

- Тәбиғәт шарттары ғына ҡырыҫ икән. Беҙҙең Донецкиҙа термометр бағанаһы плюс 27 градусты күрһәтә. Шулай ҙа Башҡортостанда иҫ киткес матур, тәүләп килеүем, бик тә оҡшаны, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты егет.

Чемпионат һынауҙары береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, төплө уйланылған ине. Европа менән Азия киҫешкән ҡитға булараҡ, айырым серлелек тә өҫтәне был ярыш барышына.

Иҫ киткес масштаб менән үтте чемпионат. Геолог һөнәренә ихтирам арттырҙы, тағы ла баһалыраҡ итте. Алдан билдәләнгәнсә, еңеүселәр илдең алдынғы геология тармағы предприятиеларында стажировка үтеү хоҡуғы аласаҡ. Һөнәрҙе лайыҡлы баһалау өсөн бик яҡшы алым, тип билдәләргә кәрәктер быны.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас