Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
19 Сентябрь 2025, 09:34

Урал батырға һәйкәл асылды!

-Район өсөн генә түгел, бөтә Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға! – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.-  Быуаттар буйына барыбыҙға ла көс һәм илһам сығанағына әйләнһен!

Урал батырға һәйкәл асылды!Урал батырға һәйкәл асылды!
Урал батырға һәйкәл асылды!

Урал батырға скульптур композиция ҡуйыу тураһында һүҙ күптән бара, бөйөк эпостағы хәл-ваҡиғалар Учалы, Бөрйән, Белорет райондары биләгән ерҙәрҙә барған була бит.

2024 йыл Учалы районы “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңгәс, хыял тормошҡа ашты.

19 сентябрь  Учалы ҡалаһының Дан стелаһы менән “Евразия” сауҙа үҙәге араһында күркәм урында  скульптур композиция асыу тантанаһы үтте.

-Район өсөн генә түгел, бөтә Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға! – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.-  Быуаттар буйына барыбыҙға ла көс һәм илһам сығанағына әйләнһен!

Оло байрамға әйләнде был сара – милли кейемдә парад, ҡурай моңдары, йыйылған халыҡ бер-берен ҡотлауҙар... Эйе,
Урал батыр кем икәнлеген бер кемгә лә аңлатып торорға кәрәкмәй! Милләтебеҙгә ҡот өрөүсе, яҡшы менән яманды айырырға өйрәтеүсе һәм ҡурсалаусы  изге зат. Хатта, Йәнбирҙе менән Йәнбикә – ныҡ олоғайған, туфан һыуҙары ҡалҡҡас Урал тауҙарына һыйынған Әҙәм менән Һауа, ә Урал менән Шүлгән – уларҙың һуңғы балалары, тигән фараздар ҙа ишетелгеләп ҡала. Улайһа, Урал батырҙы  нәҡ башҡорттарға ебәрелгән боронғо пәйғәмбәр тип тә уйларға мөмкин, Ҡөрьән-Кәримдә әйтелә бит – һәр халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә төрлө ваҡыттарҙа илселәр ебәргән була.

Нисек кенә булмаһын, һәйкәл асылыуҙы урындағы халыҡ бик шатланып ҡабул итте. Бындай мөмкинлек тапҡан власть органдарына, айырыуса һәйкәл авторына  ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре күп әйтелде.  Эйе, Фәнил Мөслимов һис шикһеҙ юғары республика наградаһы менән бүләкләнергә  лә лайыҡ!

“Өфөлө Салауат Юлаев һәйкәле ремонтланған арала Башҡортостанды рухи ҡурсалау ҡарауылына Урал батыр баҫты!” – тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны тантанаға йыйылған кешеләр араһында.

 Эйе, оло тарихи ваҡиға булды бөгөн Учалыла, бар төбәгебеҙгә ҡот, ырыҫ һәм иман өҫтәп торһон!М

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас