Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
22 Сентябрь 2025, 08:30

Учалыла бокс үҫешә

Хәҙерге спорт донъяһы традицион йүнәлештәрҙән тыш, төрлө ағымдар, заманса технологиялар һәм ваҡытлыса яңылыҡтар менән тулы. Шулай ҙа бокс барлыҡ ошо төрлөлөк араһында күпселек һуғыш сәнғәтенең нигеҙ ташын тәшкил итә. Беҙгә боронғо замандарҙан уҡ билдәле булған бокс профессиональ спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр араһында ла популярлыҡ менән файҙалана.

Учалыла бокс үҫешәУчалыла бокс үҫешә
Учалыла бокс үҫешә

Хәҙерге спорт донъяһы традицион йүнәлештәрҙән тыш, төрлө ағымдар, заманса технологиялар һәм ваҡытлыса яңылыҡтар менән тулы. Шулай ҙа бокс барлыҡ ошо төрлөлөк араһында күпселек һуғыш сәнғәтенең нигеҙ ташын тәшкил итә. Беҙгә боронғо замандарҙан уҡ билдәле булған бокс профессиональ спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр араһында ла популярлыҡ менән файҙалана.

Беҙҙең Учалы районында ла был спорт төрө ярайһы уҡ популяр, тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көндә ҡала-районыбыҙҙа бокс буйынса өс секция уңышлы эшләй. Учалы ауылында ҡыҙ-егеттәр Айҙар Таипов етәкселегендә шөғөлләнһә, ҡалала балаларҙы Айнур Джантаев, Ирек Сабанбаев күнектерә. Өҫтәүенә, Ирек Абдулхай улы Урал аръяғы бокс федерацияһы рәйесе лә булып тора. Ҡыйыулыҡ һәм таһыллыҡ талап иткән был спорт төрө тураһында күберәк белеү маҡсатында беҙ Ирек Сабанбаевтың үҙенә мөрәжәғәт иттек.

- Бокс менән шөғөлләнеү еңел түгел. Шуға күрә секцияға килеүселәрҙең барыһы ла түҙмәй, күнекмәләрҙе ташлаусылар ҙа йыш осрай. Ә кемдәр ылыға, ныҡлап шөғөлләнә башлай – был ҡыҙ-егеттәр күҙгә күренеп үҙгәрә бара. Ни тиһәң дә, бокс ҡаты тәртип, ныҡышмалылыҡ, уйлай белеү, ҡыйыулыҡ кеүек һыҙаттар менән ауаздаш бит. Әлеге ваҡытта ҡала-районыбыҙҙа яҡынса 100-ҙән ашыу бала бокс менән шөғөлләнә. Араларында етди уңыштарға өлгәшеүселәр, чемпион исемен яулаусылар ҙа бар. Был бик һөйөндөрә, әлбиттә. Тимәк, бокс юғалмай, үҫешә, популярлаша ғына бара тигән һүҙ. Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе балаларҙан ағалы-ҡустылы Йәноҙаҡовтарҙы, Арина Ишкилдинаны билдәләр инем.

Ирек Абдулхай улы, билдәләүебеҙсә, Урал аръяғы бокс федерацияһы рәйесе лә. Барлыҡ Урал аръяғы райондарында был спорт төрөн үҫтереү, шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юҫығында эшләй. Даими рәүештә уҙғарылған район-ара ярыштар иһә егет-ҡыҙҙарға оҫталыҡтарын арттырырға, тәжрибә тупларға ярҙам итә.

- Район хакимиәте башлыҡтарын айырым билдәләп, рәхмәт әйтеп уҙаһы килә. Проблемаларһыҙ булмай бит, гел хәлебеҙгә керәләр, ярҙам ҡулы һуҙалар, - тип һүҙен дауам итә Ирек Абдулхай улы. – Бына, мәҫәлән, Учалы ауылында балалар подвалда шөғөлләнә ине, зал бөтөнләй күнекмә үткәрерлек хәлдә булмағас, Руслан Ғәлийән улы уны Һөнәрселек училищеһының элекке ашханаһын тулыһынса ремонтлатты, яңы йыһаздар алырға ярҙам итте. Шулай уҡ ҡала-район предприятиелары һәм ойошмаларына ла ихтирамыбыҙ ҙур. Балаларҙы ярыштарға йөрөтөү нәҡ уларҙың булышлығында тормошҡа аша. Мәҫәлән, ошо арала тәрбиәләнеүселәребеҙ менән Өфөлә уҙасаҡ иҫтәлекле ваҡиғаға барырға ниәтләйбеҙ. Белеүебеҙсә, 26 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа бокс буйынса “IBA.PRO 9” тигән масштаблы турнир уҙа. Район хакимиәте башлығы егет-ҡыҙҙарҙың хыялы тормошҡа ашһын өсөн автобус бүлергә вәғәҙә итте. Һәм бындай ыңғай миҫалдар бик күп. Шуны әйтәһем килә, тотош республикабыҙҙағы кеүек үк, Учалыла бокс үҫешә һәм нығына бара, - ти бокс буйынса тренер Ирек Сабанбаев.

Әйткәндәй, үҙе лә тәжрибәле бокссы Ирек Абдулхай улы телгә алған “IBA.PRO 9” турниры бокс һөйөүсе бөтә көйәрмәндәр өсөн дә уникаль ваҡиға. Шулай булмай ни, Өфө рингында билдәле башҡорт бокссылары менән бер рәттән сит тарафтарҙан килгән уйынсылар ҙа көс һынашасаҡ бит. Был спорт байрамында башҡорт боксы йондоҙҙары Артур Собханҡоловҡа, Азалия Әминеваға һәм Данис Ғабдрафиҡовҡа айырым иғтибар биреләсәк, әлбиттә.

Өфөлә уҙасаҡ сара теҙмәһе түбәндәгесә:

90,7 кг тиклем, 6 раунд, IBA.PRO Ярослав Шкутяк (1-0, Рәсәй) Хәлимжон Мамасолиев (2-0, КО 2, Үзбәкстан);

- 90,7 килограмдан ашыу, 6 раунд, IBA.PRO Бекхан Исраилов (1-0  IBA.PRO, Рәсәй) Иман Рамезанпур (2-1, КО 1, Иран).

- 66,7 кг тиклем, 8 раунд, WBA Аsia Central билбауы өсөн алыш: Данис Ғабдрафиҡов (4-0, КО 1, Рәсәй) Темиржан Баймолда (10-0, КО 6, Үзбәкстан);

- 67 килограмға тиклем, 6 раунд, IBA.PRO Азалия Әминева (3-0, 1 IBA.PRO, Рәсәй) Неслихан Моллаоглу (1-1, Төркиә).

- 76,2 кг тиклем, 8 раунд, IBA билбауы өсөн алыш. Intercontinental: Павел Силягин (16-0-1, КО 7, Рәсәй) - Гонсалес Кейбер (21-1, КО 18, Венесуэла).

- 61,2 кг тиклем, 10 раунд, WBA Continental билбауы өсөн алыш: Артур Собханҡолов (9-0, КО 4, Рәсәй) - Тигран Узлян (12-1, КО 6, Рәсәй).

Турнирҙы тура эфирҙа «Матч ТВ» каналында ҡарарға мөмкин. Ҡарайыҡ, үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйәйек, дуҫтар!

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас