Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
23 Сентября 2025, 03:25

Матбуғатҡа яҙылды һәм бүләк отто

Яҡташыбыҙ, Илсеғол ауылынан Мират Ғиззәтуллинға ла бәхет йылмайҙы - ул мотоблок отто.

Матбуғатҡа яҙылды һәм бүләк оттоМатбуғатҡа яҙылды һәм бүләк отто
Матбуғатҡа яҙылды һәм бүләк отто

Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа “Республика Башкортостан” Матбуғат йорто ойошторған “Яҙыл һәм бүләк от” дөйөм республика акцияһына йомғаҡ яһалды. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған тоғро дуҫтары өсөн быйыл да ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне: мотоблок, туңдырғыс ларь, телевизор, робот-пылесос, ноутбук.
Яҡташыбыҙ, Илсеғол ауылынан Мират Ғиззәтуллинға ла бәхет йылмайҙы - ул мотоблок отто.
Мират Бәхти улы Ғиззәтуллинды гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә. Гәзитебеҙҙә әленән-әле күләмле мәҡәләләре менән сығыш яһаусы хаҡлы ялдағы уҡытыусы актив тормош алып бара. Бер нисә тапҡыр уны халыҡ Илсеғол ауыл Советы депутаты итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтә. 42 йыл педагогик стажға эйә Мират Бәхти улы, 2004 йылдан “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лә эйә. Йәмәғәт эштәрендәге активлығын да билдәләмәй булмай. Халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-көйөп йөрөгән ағайыбыҙҙың тырышлығы менән Илсеғол дауаханаһында ябылған физкабинет та үҙ эшен яңынан тергеҙә. Мират Бәхти улының буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ауыл көтөүенә көтөүселәр эҙләү, ауыл сходындағы эштә ҡатнашыу, үҙ округындағы йорт-ихаталарҙың тәртиптә булыуын күҙәтеү, кәрәк икән ярҙам итеү - былар тынғыһыҙ депутаттың бөтмәҫ мәшәҡәттәренең бер өлөшө генә. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм грамоталарға эйә. Мират Ғиззәтуллин ҡатыны Сәриә Вәрис ҡыҙы менән 51 йыл бергә татыу йәшәйҙәр. Өлгөлө ғаилә ауылда ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр, бишенсеһе итеп Балалыҡ йортонан малай алып үҫтергәндәр. 17 ейән-ейәнсәргә, ике бүлә-бүләсәргә олатай менән өләсәй улар.
“БСТ каналында тура эфирҙа барған отошта ҡатнашып бүләк оттоғоҙ бит! Үәт, исмаһам, шәп приз - мотоблок”, тигән ҡыуаныслы хәбәр алғас Мират Бәхти улы ышанмайыраҡ та торҙо хатта.
- Бүләк отоуымды көтмәгәйнем дә. Ошондай бүләк эшләгәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәт. Еңеүселәр араһында булыуыма бик шатмын. Үҙебеҙҙең район гәзитенә, башҡа төрлө башҡорт гәзиттәренә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Бер тынала уҡып сығам, хатта етмәй ҙә ҡала әле. Мотоблок ауылда бик кәрәкле әйбер, ҡыуанып тотонорға насип булһын! - тине хеҙмәт ветераны бүләккә ҡыуанып.
-Тираждарығыҙҙың артыуын һәм район гәзитенең һәр ваҡыт йәшәүен теләйем. Эш, әлбиттә, бүләктә генә тормай, иң мөһиме, гәзит биттәрендә Башҡортостан, район тормошо һүрәтләнә, районыбыҙҙағы хәл-ваҡиғалар тураһында халыҡҡа еткерелә. Һәр ваҡыт тик яҡшы яңылыҡтар килеп торһон, иң мөһиме күктәребеҙ аяҙ, илдәребеҙ тыныс булһын, Алла бирһә, - тип изге теләктәрен юлланы Мират ағай.
Еңеүсегә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер хөрмәтендә тағы ла оҙоҡ йылдар йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит биттәрендә һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт биреп, район тормошон яҡтыртып торорбоҙ. Һеҙ ҙә киләсәктә район, республика баҫмаларына яҙылып, квитанцияларын ебәрергә онотмағыҙ!

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас