

18-20 сентябрь Өфөлә дзюдо һәм самбо буйынса «Патриоты Отечества» тип аталған республика турниры үтте. Был ике көрәш ныҡ оҡшаһалар ҙа, ҡағиҙәләр айырыла, дзюдо буйынса – 26, самбо буйынса 15 команда көс һынашты, тип хәбәр ителде.
Ошо мәртәбәле ярышта Учалы ҡалаһының 9-сы полингваль мәктәбенең 5-се синыфында уҡыған Нәркәс Нуретдинова бәтә Башҡортостанда дзюдо буйынса беренсе була алды! Быйыл март айында ла БР беренселегендә көрәшбикәбеҙгә тиңдәр табылманы, тип яҙғайныҡ инде. Ғәжәп түгел инде, мәктәпткә барыуҙан да алда көрәш менән шөғөлләнә башлай бит ул, тәбиғи һәләткә эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ өҫтәлә.
Таһыл ҡыҙыҡайҙың тренеры, район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы Александр Шумков түбәндәгеләрҙе өҫтәне:
-Бындай ҡаҙаныш өсөн Нәркәстең ғаиләһенә рәхмәт әйтер кәрәк, Рөстәм Рәжәп улы менән Илүзә Шамил ҡыҙы ҡыҙыҡһындырып, дәртәләндереп, булышлыҡ итеп торалар. Апаһы Асель дә көрәшсе, Нәркәстең тәүге кәңәшсеһе. Үҙем иһә Ижад йорто директоры Наил Ирмикимовҡа рәхмәт белдерәм – һөҙөмтәле күнекмәләр үткәреү өсөн бөтә шарттарҙы хәстәрләй.
Был масштаблы сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бығышланды. Көс һынашыуҙарҙан тыш, йәш көрәшселәргә дзюдо буйынса ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (көмөш һәм бронза), ҡат-ҡат донъя һәм Европа чемпионы, РФ дзюдо федерацияһының вице-президенты Тамерлан Тменов һәм Рәсәйҙең ат ҡаҙанған спорт мастеры, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионлығын яулаған Тимур Ғәлләмовтар йәш көрәшселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, иҫтәлеккә фотографияға бергә төшәләр.
Турнир былтыр ғына сафҡа индерелгән, бөтә уңайлыҡтар булдырылған Көрәш һарайында үткәнлеген айырым билдәләр кәрәктер. Хәстәрлек күрһәтелә икән, республика көрәшселәренең еңеүҙәре алда күп булыр әле!