Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Сентябрь 2025, 11:20

Был афәт бигерәк тә йәштәрҙе “йота”

Барыһы ла бер аҙымдан башлана

Был афәт бигерәк тә йәштәрҙе “йота”Был афәт бигерәк тә йәштәрҙе “йота”
Был афәт бигерәк тә йәштәрҙе “йота”

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, статистика күрһәткестәре буйынса, нигеҙҙә, йәше 35-тән үтмәгәндәр наркотиктар менән мауығып китә. Ғәҙәттә, был аҙым “компания өсөн”, өлкәнерәк булып күренеү, “проблемалар” менән “көрәшеү” ысулы йәки быға тиклем татып ҡарамаған хис-тойғолар өсөн башлана икән.

Наркомания – ул психоактив матдәләргә дусар булыу һәм уларға ныҡлы бәйлелек. Уның төп билдәләре – наркотиктарға өйрәнеү, дозаны арттырырға тырышыу, йышыраҡ ҡулланыу, “ломка” барлыҡҡа килеү.

Был афәт һөҙөмтәһендә кешенең хәрәкәт итеүе боҙола, алкоголле эсемлектәр ҡулланмаһа ла, сайҡалып атлауы, аң томаланыуы, телмәрҙең үҙгәреүе, яҡтылыҡҡа тәьҫир итмәү кеүек хәл-күренештең барлығы асыҡлана. Тағы кеше тәнендә инъекцияларҙың эҙҙәре ҡала.

Зыянлы ғәҙәттәр менән дуҫ булыу эҙемтәһеҙ ҡалмай: кешенең баш мейеһе зарарлана. Һөҙөмтәлә наркотиктар ҡулланған кешенең хәтере насарая, нимә менәндер ҡыҙыҡһыныуы кәмей, иғтибар итмәй. Агрессия, депрессия, ризаһыҙлыҡ кеүек кире тойғолар барлыҡҡа килә. Был ғына түгел, наркомандың эске ағзалары, хәрәкәт итеүе боҙола. Аҡ үлем бер кемде лә аямай, шуға күрә был аҙымға бармағыҙ, балаларҙы насар ғәҙәттәрҙән тыйығыҙ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас