

12-14 сентябрҙә Дағстанда Сулаҡ йылғаһы үҙәнендә “Каньон” тип аталған уҡ атыу буйынса халыҡ-ара турнир хәҙер инде 9-сы тапҡыр үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын илдәрҙән 170 тирәһе уҡсы ҡатнашҡан. Ә Башҡортостан данын яҡлап 20 уғатар сығыш яһаны һәм ҙур уңыштарға өлгәште. Сулакка йыйылғандар бер ҙә сулаҡ булып сыҡманы!
Ҡаҙанышҡа фәҡәт учалылар ҙур өлөш индерҙе. “Тиҙ атыш” дисциплинаһында хәҙер Өфөлә йәшәһә лә, бары беҙҙеке лә булып ҡалған күренекле сәнғәт һәм спорт эшмәкәре Рәис Низаметдинов һәм уның ауылдашы һәм элекке уҡыусыһы, танылған мәргәнбикәбеҙ Динә Вәлиева чемпион булдылар, Учалы ҡалаһынан каратэ тренеры Руслан Әхмәҙиев “көмөш” миҙал менән һөйөндөрҙө.
-ЗД дисциплинаһында ла иң күп мәрәй йыйып квалификацияла беренсе урында инем, әммә ләкин финалда төшөп ҡалдым, ярыш ярыш инде, далан йә йылмая, йә юҡ, - тип бер аҙ уфтанып ҡуйҙы Динә Мәһәҙи ҡыҙы.- Шөкөр, Дағыстандың иң матур ерҙәрен күрергә насип итте. Күккә олғашҡан бейек-бейек тауҙар , һыҙылып киткән мәғрүр ҡаялар, күҙҙең яуын алған зәңгәр һыуға ҡарап туймаҫлыҡ . 3 көн дауамында барған ярыш менән тирә-яҡтың матурлығына һоҡланыу бергә үрелеп барҙы. Аллаһ бирһә тағы ла шундай иҫ китмәле ерҙәрҙе күрергә яҙһын!
Быйыл Динә ханым алтын юбилейын билдәләне, ошо айҡанлы үҙенә-үҙе (һәм беҙҙең барыбыҙға ла!) алтын миҙалдарҙы мул яуҙырҙы. Район, республика бәйгеләрен иҫкә алмағанда ла, әле яңы ғына бит Рәсәй чемпионатында ике алтын, бер бронза миҙал яуланы, Ҡырғыҙстанда халыҡ-ара турнирҙа ике дисциплинала чемпион булды тип яҙғайныҡ. Хәҙер бына йәнә халыҡ-ара ярышта еңеү өҫтәлде. Ихлас күңелдән үткән юбилей менән дә, сираттағы оло уңыш менән дә ҡотлайбыҙ, алда еңеүҙәр күп булһын!
Ә Ҡаф-тауҙа тәбиғәт һоҡландырыуы тәбиғи хәл: Сулак үҙәне донъяла иң ҙур каньондарҙың береһе тип иҫәпләнә, тәрәнлеге 1920 метрға етә, оҙонлоғо 53 километр. Сулак буйынса моторлы кәмәлә йөҙөү уҡсылар ғүмерҙә лә онотмаҫ мажараға әйләнгән. Ғөмүмән, турнирҙы ойоштороусыларға бик рәхмәтле ҡайталар.