

Беҙҙең өсөн генә танһыҡ, ә бына Приморье крайы кешеләре өсөн күрше Ҡытай күптән тапалып бөткән төбәк. Иҫтәре лә китмәй сик буйындағы яҡын ҡалаларға магазиндарға йөрөйҙәр, ял итергә – илдең йылыраҡ көньяҡ тарафтарына, тарихи урындар буйлап экскурсияларға үҙәк провинцияларға баралар. Миңә иһә – бик тә ҡыҙыҡ. Визаларҙы юллап, Владивостоктан 200-250 километрҙағы Спасск-Дальний ҡалаһынан улым һәм тағы бер ғаилә менән төнгө икелә юлға сыҡтыҡ. (Ә бына тормош иптәшемә беҙҙе Рәсәйҙә генә көтөргә тура килде – сит ил паспортын алдан, Учалыла хәстәрләр кәрәк булған!) Раздольное ҡасабаһына 3 сәғәттә барып еттек. Юлда ғына туранан-тура турист автобусына ултырттылар. Һәр береһендә ойоштороу эштәре менән шөғөлләнгән кеше бар, нимә һәм күпме алырға ярай, таможняла үҙеңде нисек тоторға – барыһына ла ентекләп төшөндөрә. Беҙҙең Краскинолағы үткәреү пункты ангар йә бик ҙур автогаражды хәтерләтһә, ә Хуньчундағы күршеләрҙең таможняһы автовокзалға оҡшатып төҙөлгән. Контроль һәм теркәү аша үтәң дә, йәнә автобусҡа ултыраң.
Урындағы ваҡыт менән иртәнге унда Ҡытайҙа йөрөй инек инде (Учалы ваҡыты менән сағыштырғанда Владивостокта тәүлек 5 сәғәткә иртәрәк башланһа, Ҡытайҙа – 4 сәғәткә айырма).
Башта барыбыҙҙы ла «Гуан Юань» һыраханаһына алып барҙылар. Унда тамаҡ ялғаныҡ, гидтар менән таныштыҡ, экскурсиялар һатып алдыҡ, Рәсәй валютаһын Ҡытайҙыҡына алмаштарҙыҡ.
Һуңынан “Зәңгәр күк” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар. Отель әллә ни яңы түгел, торлаҡ комплекстың түбәнге ҡаттарын биләй, ләкин сауҙа үҙәктәренә яҡын урынлашыуы уңайлы булды. Ресепшенда ( ҡабул итеү урыны) беҙҙең сит ил паспорттарын алып, урынына номерҙарҙан электрон асҡыстар тотторҙолар. Бүләмәлә – бик таҙа һәм йыйнаҡ.
Ҡытайҙарҙы күреп өйрәнмәгәс, барыһы ла бер йөҙгә булып тойола, көнө буйы бер үк кешеләр менән аралашаһың тигән ялған тәьҫорат та пәйҙә була башта. Бөтәһе лә тиерлек ҡаҡса кәүҙәле, тулыраҡ булһа, үҫмер малайҙар араһында ғына ундайҙарҙы күрҙек. Бар тиерлек ир-ат тәмәке көйрәтә. Урамдарҙа мотоцикл-мотороллерҙар ифрат күп. Яңы, иҫке, ике тәгәрмәсле, өс тәгәрмәсле... Һәм уларҙа нимә генә ташымайҙар бит әле – балаларҙы йөрөтәләр (артҡа ҡарап ултыртып), ниндәйҙер йөк-тауарҙар, хатта, сығарып ташлар өсөн сүп-сар. “Эш аттары” инде. Урамдарҙа хәрәкәт ныҡ тығыҙ, ниндәйҙер тәртип юҡ, тип тә уйларлыҡ, шул уҡ ваҡытта бер генә юл-транспорт ваҡиғаһын абайламаныҡ. Урамды сыҡҡанда бик уяу булыу талап ителә – автомобиль йә мотороллер (һуңғылары беҙҙәге электросамокаттар кеүек күп һәм әрһеҙ) водителе һине әллә үткәрә, әллә юҡ. Барыһы ла туҡтауһыҙ клаксондарын бипелдәтәләр, күпселек осраҡта сигнал кәрәк булғандан түгел, зәһәр тауыш сығарыуҙан үҙҙәре ләззәт таба буғай.
Берҙе таксиға ла ултырҙыҡ. Ҡунаҡхананың исемен атаным, әммә минең ауыҙҙан әйтелеш дөрөҫ түгел бит инде, водитель аңламаны. Бер-беребеҙгә ҡарашып байтаҡ ҡына йылмайышып ултырғас, фотоны күрһәтергә башым етте. Таныны, илтте. Хаҡ 4 юань булһа ла, 5 юань баһалыҡ банкнота тотторҙом, хәйер булһын, тип уйланым. (1 юань беҙҙең аҡсаға ни бары 11 һум тирәһе, тик яңы валютаның баһаһына кинәт кенә өйрәнеп китеп булмай).
Урындағы кешеләр Рәсәй халҡына күптән күнеккән. Хаҡ тураһында үҙеңсә һораһаң да, һандар яҙылған калькулятор күрһәтәләр йә смарфондағы тәржемә сервисы аша яуап бирәләр. Беҙҙең ил халҡына өйрәнгәндәр, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмағандар. Айырыуса һары сәсле ҡатын-ҡыҙға тексәйеп ҡарайҙар. Мине ни, башҡорт ҡиәфәтендә булғас, күптәр ҡәҙимге ҡытай ҡатыны тип ҡабул итте буғай. Әйткәндәй, сәстәрен аҡ йә һарыға буяған егеттәрҙе байтаҡ осратыу ғәжәпләндерҙе.
Ә кейенеүен күпселек уңайлы һәм ябай итеп кейенәләр. Берҙе генә урта йәштәрҙә фырт ҡатын зиннәтле сағыу ҡыҙыл күлдәк, эшләпә, бейек үксәле туфли (!) кейеп велосипедтта елдереүе аптыратты. Ундай сәйерерәк кешеләр һәр ҡайҙа ла осрап тораларҙыр инде ул.
Күп кешеләр йәйге селләлә лә ҡара битлек кейеп йөрөй: әллә үҙҙәре сирләй, әллә башҡаларҙан вирус йоҡтороуҙан ҡурҡалар. Беҙҙән айырмалы рәүештә, КОВИД пандемияһы афәтен яҡшы хәтерләйҙәрҙер.
Ҡытайҙа дүрт көнөбеҙ ҙә эстәлекле, мауыҡтырғыс үтте. Иртәнге 8-гә ҡунаҡхана алдына автобус туҡтай. Оҙата йөрөгән гидтар клиенттарға уңайлыраҡ булһын өсөн үҙ исемдәрен руссаға әйләндереп таныштыралар – Оля, Лида, Фаина, Максим, Андрей. Үҙҙәре, ғаиләләре,тормоштары, илдәрендәге тәртип йә дин, юлда осраған иҫтәлекле объекттар тураһында телдәре телгә йоҡмай ихлас бәйән итәләр.
Беҙ туҡталған Хуньчунь ҡалаһы, туйғансы һыу ингән мәһабәт Яньцзы йылғаһы һәм йылы сығанаҡтар, беҙҙең өсөн сәйер ризыҡ менән һыйлаған ресторандар – барыһы ла ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. Хунань провинцияһындағы Чжанцзяцзе ҡалаһындағы күренеш тетрәндерҙе – упҡын өҫтөндә 277 метр бейеклектә быяла күпер аша үттек, яҙыуы ғына анһат, 277 метр һәләк тә бейек икән ул! Урындағы аквапарк та хәтергә мәңгегә уйылды: ҡыйыҡ аҫтында ла, асыҡ һауала ла барлығы 30 ҙур бассейн ҡоролған, 36-43 градус арауығында ниндәй йылылыҡты теләйһең, шунынһында һыу инәң. Улай ғына ла түгел, һыуға һөт, төрлө тоҙҙар, шарап һалына, ҡыҙыл йә йәшел борос менән пар бөркөтөлгән бассейндар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, “дзенға бирелергә”, йәғни иҙерәп, тән һәм йәнде бушатып, тирә-йүнде күҙәтеү, донъя тураһында тыныс ҡына уйланыу өсөн шарттар бар.
Дуньхуа ҡалаһы аша поезда үттек. Буддаға ҡуйылған донъяла иң ҙур һын тап унда. Бейеклеге - 48 метр, эсендә 4 ҡатлды ғибәҙәтхана. Һындың янына менеү өсөн теүәл мең баҫҡыстан күтәрелер кәрәк. Сама менән 30 ҡатлы йортҡа йәйәү үрмәләгән кеүек. Ауырыраҡ, ләкин ҡош осоу бейеклегенән тирә-йүнгә иҫ киткес матур панорама асыла. Ғибәҙәтхана-монастырь күҙҙең яуын алырлыҡ итеп ҡупшыландырылған, биҙәүестәренә һоҡланып туйып булмай.
Ә әлеге заман Ҡытайы – матур һәм төҙөк, күккә олғашҡан небоскреб-биналар күп төҙөлә, кистәрен уларҙа сағыу иллюминациялар ҡабыҙыла, юлдар бик сифатлы – соҡор-саҡырҙың әҫәре лә юҡ. Ҡайҙа ла тәртип, ҡыйшайған кәртәләрҙе, туҙып ятҡан сүп-сарҙы бөтөнләй абайламаным.
Магазин тулы тауар. Шул һағайтты – ошо уҡ исем менән һатылған шоколад һәм газланған һыуҙар унда беҙҙәгенән ниңәлер күпкә татлыраҡ. Йәнең теләгән төрҙә киптерелгән еләктәр һәм сәйҙәр, соянан яһалған ит, колбаса, сырҙар, дөйә һөтө – булмаһа шул күгәрсен һөтө генә юҡтыр! Бар тауарҙар сағыу төргәк-бәйләмдәрҙә. Ҡытайҙар ризыҡтарын махсус таяҡсалар менән ашай торған. Ниндәйҙәре генә юҡ! Ағас, пластик, металл, киҫемдә түңәрәк йә шаҡмаҡ формалағылар, шыма йә һырланған – барлығы 128 төр иҫәпләнем бер витиринала ғына! Ә бына ҡалаҡтар ни бары ике төр тәҡдим ителә ине – ҙур (аш ҡалағы) һәм бәләкәй (сәй ҡалағы).
Урам сауҙаһы ҡайҙа ла киң йәйелдерелгән. Йәшел һәм киптерелгән ризыҡ үләндәрен, йәшелсә, еләк-емеште туристар ҙа, урындағы кешеләр ҙә күпләп ала. Замансанан замансараҡ сауҙа үҙәктәре менән рәттән, иҫке-моҫҡо һатылған “базарчик”тар ҙа эшләп килә – значоктар, инструменттар, статуэткалар, биҙәүестәр, хатта, сафтан сыҡҡан кеҫә телефондары – кемдер һата, ә кемдер ала.
Иге-сиге күренмәгән, ныҡлап тәрбиәләнгән дөгө һәм кукуруз баҫыуҙары оҡшаны. Әйткәндәй, ҡунаҡхана янындағы күп ҡатлы йорт эргәһендә йәшелсә баҡсаһы күреп ғәжәпләндем. Таңдан тороп, унда ла утау, һыу һибеү, ер йомшартыу эштәренә керешәләр.
Ҡунаҡсыл хужалар ғәфү итһен инде, ҡытай теле бөтөнләй күңелемә ятманы. Улар әйткән һәр һүҙҙе сағыштырыу рәүешендәрәк эстән башҡортсаға ҡабатларға ғәҙәтләндем. Беҙҙең әсә телендә – күпкә йомшағыраҡ, аһәңлерәк, хислерәк, ҡолаҡҡа ятышлыраҡ килеп сыға. Шуға ла ике һүҙҙе хәтерләү менән сикләндем: “нихао” – һаумыһығыҙ һәм “сесе” – рәхмәт. Ә был мәҡәләне аҙағынаса уғығандарға ла ҡытайса ни әйтергә беләм: “Сесенинь дэ гуаньчжу!» - “Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!”
P.S. Барыһын да тәү сиратта хаҡтар ҡыҙыҡһындыра. Тауарҙар ифрат күп булғас, беҙҙекләрҙән күпкә осһоҙораҡты ла, байтаҡҡа ҡиммәтте лә табырға мөмкин. Ә сәйәхәт хаҡы – улым менән икәүбеҙгә 4 көн ҡунаҡлау 100 мең һумға төштө. Артыҡ аҡса туҙҙырмайынса, шул уҡ ваҡытта экономияламаған көйөнсә иркен йәшәргә, экскурсиялар ҡылырға етте.
Гөлназ Вәлиуллина