

27 сентябрҙә Бөтә донъя туризм көнө билдәләнә. Ошо көн айҡанлы Ахун ауылы эргәһендә урынлашҡан “Йәйғор” балалар һауыҡтырыу лагерында “Турфест-2025” муниципаль ярыштары үтте. Учалы ҡалаһының туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге ойошторған сара үҙенең йөҙгә яҡын тәрбиәләнеүселәрен йыйҙы. Улар араһында үҙен ысын турист итеп һанаған тәжрибәле сәйәхәтселәр ҙә, туризм менән яңы шөғөлләнә башлағандар ҙа бар ине.
Ике көн дауамында ҡатнашыусыларға мауыҡтырғыс, бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителде.
- Фестиваль йыл һайын уҙғарыла. Ҡала-райондан быйыл 12 команда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ярыш өс йәш төркөмө буйынса үтәсәк. Беренсе көн уҡыусыларға апаруҡ ҡына тырышырға тура килде, сөнки йәйәүле дистанциялар ҡатмарлығы менән айырылып торҙо. Ике километрлыҡ дистанцияла улар билдәле ваҡытҡа ете этапты үттеләр. Кисен командалар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, был да конкурс рәүешендә булды. Иртәгәһенә балалар төйөндәр бәйләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте һәм һыу дистанцияһында (катамарандарҙы) көсөн һынаны. Мауыҡтырғыс ярыштарҙан береһе лә битараф ҡалманы, бөтә командалар ҙа етеҙлектәрен күрһәтте. Бынан тыш, йәш туристар төбәгебеҙҙең матур тәбиғәте менән яҡындан танышты, экотуризм өлкәһендәге эксперттарҙы тыңлап үҙҙәренә бай мәғлүмәт алды. Шулай уҡ команда рухын нығытыуға булышлыҡ иткән тематик уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә бирелде йәштәргә. Ҡыҙ-малайҙар үҙҙәренә яңы таныштар таптылар, тәбиғәт ҡосағында ял итеп, көс-дәрт алып ҡайттылар, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты баш судья, үҙәктең методисы Гөлнур Лукьянова.
Фестивалдән Сәфәр ауылы командалары ла ситтә ҡалмаған. Етәкселәре Әлиә Йәноҙаҡова һөнәре буйынса география, биология уҡытыусыһы. 2012 йылда мәктәптә спорт туризмы түңәрәген дә алып барырға тәҡдим иткәс, ҡыуанып ризалаша. Бөгөн уның ҡул аҫтында егерменән ашыу бала шөғөлләнә. Ханымға үҙенә лә балалар менән походтарға йөрөү оҡшай. Ғаиләләре менән йыш тәбиғәт ҡосағына сығырға тырышалар, Башҡортостанды тотош урап сыҡҡандар, тиһәң дә була. Уҡыусылары менән бер нисә тапҡыр Ирәмәл тауына күтәрелгәндәр.
- Балаларға түңәрәккә йөрөү оҡшай. Минең уйымса, туризм үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүҙең бик яҡшы һәм һөҙөмтәле сараһы, тәрбиә процесының ышаныслы һәм һөҙөмтәле формаһы булып тора. Дәрестәр ваҡытында балалар география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса белемен нығыта, яңы тәжрибә туплайҙар. Ғәҙәттән тыш, ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙҙәрен нисек тоторға, унан нисек сығырға өйрәнәләр. Икенсенән, хәрәкәттә - бәрәкәт, спорт һаулыҡты нығыта.
Балаларҙың да төрлөһө була, әлбиттә, походтарға алып сыҡҡанда уларға мотлаҡ күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Ҡайһы ваҡыт “артыҡ шуҡ” балалар менән дә эшләргә тура килә. Ул баланың үҙенең теләгендә булғас, сәйәхәткә алып сыҡмай, ситтә ҡалдырып булмай бит инде. “Уны ниңә алып бараһың, тыңлмаһа, эш боҙһа, үҙеңә яуап бирергә тура киләсәк”, - тип әйтеүселәр ҙә бар. Һәләтле һәм һәләтһеҙ балалар булмай. Быны үҙемдең эш тәжрибәмдән сығып әйтәм. Уларҙың барыһы ла һәләтле! Нимәгә булһа ла һәләтен ваҡытында күрә, аса һәм үҫтерә белергә генә кәрәк. Ошо шуҡ балалар поход-сәйәхәттәрҙә үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тота. Йүгереп йөрөп ут яғышһындармы, утын ташыһындармы, иптәштәренә ярҙам итһендәрме... Ошо уҡыусыларымдың мәктәпте тамамлап, урамда осратҡанымда алыҫтан уҡ күреп, һаулыҡ һорашыуҙары, ситтә йәшәгәндәренең сәләм ебәреп тороуҙары минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Эшемдең һөҙөмтәһе булыуы тағы ла ең һыҙғанып эшләргә көс бирә. Йыл да түңәрәкте ҡалдырырмын, тип уйлайым да, тәрбиәләнеүселәремдең күҙҙәрендәге ҡыҙыҡһыныуҙы күреп, эшемде дауам итәм. Уларҙың бәләкәйе лә, ҙуры ла сәйәхәт итергә, тауҙарға артылырға ярата, уларҙан мин дә ҡалышмайым, - ти Әлиә Марат ҡыҙы.
Командалары менән конкурс, слеттарҙа әүҙем ҡатнашалар һәм призлы урындар яулайҙар.
Рәдиф Ғәзизов 5-се класта уҡый, туризм түңәрәгенә башланғыс кластарҙан йөрөй, "5"-легә генә өлгәшә. Урман-ҡырҙарҙа сәйәхәт итергә ярата. Көрәш буйынса чемпион, күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында уҙған көрәш буйынса турнирҙа үҙенең йәш төркөмөндә беренселекте яулап ҡайтҡан.
Ял итеү беседкаһында алдарына ҡағыҙҙар һалып, нимәлер ятлаған ҡыҙ-малайҙар эргәһенә киләбеҙ, Ахун командаһы ағзалары икән.
- Кисен командабыҙ менән таныштырасаҡбыҙ, ваҡыт булғанда шуға әҙерләнәбеҙ, - тип яуап бирҙе Аида Әмирова. Аида туризм түңәрәгендә “ветеран”, биш йыл шөғөлләнә, етәкселәре - Рәфис Хәсәнов.
- Тәүҙә ике туған апайым Азалия йөрөй башлаған ине, уға ҡарап мин дә барырға булдым. Беренсе көндән уҡ оҡшаны. Иң мөһиме унда өйрәнгәндәрем көнкүрештә кәрәк буласағын аңланым. Тәүге ярҙам күрһәтеү кеүек сараларҙан алып, ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға икәнлегенә тиклем өйрәтәләр. Икенсенән, тәбиғәт ҡосағына сығырға, урман-тауҙар гиҙергә яратам, ошондай сараларға килеп, күп дуҫтар табабыҙ, - ти ул.
Фестивалдең икенсе көнөндә тантаналы рәүештә еңеүселәрҙе һәм әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләнеләр. Шулай уҡ тамашасыларға онотолмаҫлыҡ мәлдәр һәм хис-тойғолар бүләк иткән дәртле дискотека "Турфесттың" йомғаҡлау аккорды булды. Ҡатнашыусылар был саранан яңы сәйәхәттәргә көс-дәрт алып ҡайттылар.