Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Октябрь 2025, 08:45

Милли ҡомартҡы аша тәрбиә

Шөкөр, һуңғы йылдарҙа милли ҡомартҡыбыҙ "Урал батыр" эпосына иғтибар артҡандан-арта бара. Башҡортостан Башлығы 8 июнде рәсми рәүештә эпосыбыҙ көнө тип иғлан итте. Быйыл иһә фольклорсы, яҙыусы, билдәле сәсәнебеҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың "Урал батыр" эпосын яҙып алыуына 115 йыл булды. Һәм, күптән түгел, милли рухыбыҙға ныҡлы таяу булып, ҡалабыҙҙа дәү арыҫланға атланған Урал батыр образы барлыҡҡа килде - ял һәм мәҙәниәт паркы эргәһен мөһабәт һәйкәл биҙәй.

Милли ҡомартҡы аша тәрбиәМилли ҡомартҡы аша тәрбиә
Милли ҡомартҡы аша тәрбиә

Шөкөр, һуңғы йылдарҙа милли ҡомартҡыбыҙ "Урал батыр" эпосына иғтибар артҡандан-арта бара. Башҡортостан Башлығы 8 июнде рәсми рәүештә эпосыбыҙ көнө тип иғлан итте. Быйыл иһә фольклорсы, яҙыусы, билдәле сәсәнебеҙ Мөхәмәтша Буранғоловтың "Урал батыр" эпосын яҙып алыуына 115 йыл булды. Һәм, күптән түгел, милли рухыбыҙға ныҡлы таяу булып, ҡалабыҙҙа дәү арыҫланға атланған Урал батыр образы барлыҡҡа килде - ял һәм мәҙәниәт паркы эргәһен мөһабәт һәйкәл биҙәй.

Ошо яҡшы башланғыстарҙы дауам итеп, Йәштәр йортонда эпосҡа арналған бик тә фәһемле һәм йөкмәткеле сара уҙғарылды. Ойоштороусылары булып ҡала-райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, мәғариф бүлеге, социаль-психологик ярҙам үҙәге эргәһендә эшләп килгән "Берҙәм ғаилә" клубы сығыш яһаны.

Тәүҙә онлайн конкурс үткәрә ойоштороусылар. Ул ике өлөштән тора - эпостағы образдарҙы сағылдырған костюмдар һәм эпостан өҙөктө яттан һөйләү. "Урал батыр" эпосын беләһеңме?" тип исемләнгән уйын барышында ошо ярыштарға һөҙөмтә яһалды ла инде.

Сараны С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттарының сығышы биҙәне. «Хореография ижады» бүлегенең 2-се курс студенттары тамашасыларға һоҡланғыс бейеү номеры бүләк итте. Егет-ҡыҙҙар эпос буйынса эшләнгән кейеҙ костюмдар коллекцияһын күрһәтте. Был художестволы әҫәрҙәрҙе Гүзәл Уҙаҡбаева етәкселегендәге «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге студенттары башҡарған. Гүзәл Миниғәле ҡыҙы үҙе билдәләүенсә, быйыл коллекция яңы өлгөләр менән тулыланған, улар эштәргә тағы ла күберәк буяуҙар һәм мәғәнә өҫтәй алған. Диплом проекттарын «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ кәсептәре» бүлегенең 3-сө курс студенттары тәҡдим итте: «Хан ҡыҙы» костюмын - Римма Харисова, «Ҡатил ҡыҙы» этник костюмын - Ева Борискова, «Ҡояш» тип исемләнгән яҡты образды Евгения Ғиниәтова һәм төп герой - «Урал батыр» костюмын Карина Ғәзизова әҙерләгән. Бөтә кейемдәрҙе бер темаға берләштергән бейеүҙе «Хореография ижады» бүлеге уҡытыусыһы Гөлназ Ғайсарова ҡуйған. Бейеү "Ай Йола" төркөмөнөң популяр "Һомай" йырына башҡарылып, һоҡландырғыс номерға милли рухты боҙмайынса заманса яңғыраш бирә алды.

Артабан сараны алып барыусы Гүзәл Садиҡова "Урал батыр" эпосын беләһеңме?" тигән уйынды асып, ҡатнашыусылар менән таныштырҙы. Уйында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, йәштәр, Сәфәр, Ҡунаҡбай мәктәптәре, Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы командалары эпосты яҡшы белеүҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Шуныһы үҙенсәлекле булды - өс кешенән торған һәр командаға берәр ағинәй беркетелде. Ҡыҙ-егеттәрҙең яуаптарын улар тулыландырып, кәңәштәр биреп ултырҙы. Ағинәйҙәр - Көсөк-Маяҡ ауылынан Гөлсирә Ғакил ҡыҙы Ғарипова, Мулдаҡай мәктәбенән Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы Әминева, Балбыҡ ауылынан Әнисә Рәшит ҡыҙы Йәнгилдина, Уральскиҙан Динә Хәтип ҡыҙы Кәримова - "Урал батыр" эпосын яҡшы белеүҙәренә өҫтәп, милли ҡомартҡыла тасуирланған хәл-ваҡиғаларҙы тарихи факттар менән дә йөпләне. Командаларға бирелгән һорауҙар, ысынлап та, ҡыҙыҡлы ине: Урал менән Шүлгән ниндәй маҡсат менән юлға сыға? Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең тормошо - тәрбиә алымы. Эпоста ниндәй осор һүрәтләнә һ.б. Мауыҡтырғыс уйында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы командаһы еңеү яуланы, йәштәр командаһы (Гүзәл Сарманова менән Илһөйәр Кәлимуллина) - икенсе, Сәфәр, Ҡунаҡбай мәктәптәре, Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы командалары өсөнсө урынға сыҡты. Һәр команда иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.

Артабан онлайн форматта үткән "Урал батыр" эпосындағы образдарҙы сағылдырған костюмдар конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡыҙҙар араһында Һомайҙы һынландырған Сафия Зыяитдинова еңеүсе тип табылды. Ҡыҙыҡай 6-сы Миндәк мәктәбендә белем ала. Уҡытыусыһы - Әлиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева. Сафия әлегә тиклем дә "Урал батыр" эпосына арналған конкурстарҙа ҡатнашырға өлгөргән. Был теләген бар яҡлап хуплаған ата-әсәһе Әлфиә һәм Зөлфәр Зыяитдиновтарға ла афарин тибеҙ.

Малайҙар араһында Урал батыр образын һынландырған Данияр Юлдашбаев еңеүсе тип табылды (етәксеһе Елена Мирасова). Әмир Ситдиков һәм Батыр Вәлиев Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Малайҙар 9-сы балалар баҡсаһында шөғөлләнә (етекселәре Альбина Фәткуллина).

"Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсы ла һоҡландырмай ҡалмай. Унда барлығы 5 йәштән 32 йәшкә тиклемге 17 бала һәм йәштәр ҡатнаша. Баһалама комиссияһы конкурсанттарҙы йәш төркөмөнә ҡарап билдәләгән.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында 3-сө урынға Ихсан Фазылов лайыҡ (етәксеһе Гөлнур Әхмәҙиева). 2-се урынды Илһам Исхаҡов алды. Ул Учалы ауылындағы1-се балалар баҡсаһына йөрөй (етәксеһе Айһылыу Бирғәлина). Еңеүсе тип Зарина Бүләкова табылды. Ул ҡаланың 4-се балалар баҡсаһында шөғөлләнә.

1-4-се класс уҡыусылары араһында 2-се урынды Илһам Мөхәмәтҡужин яуланы (Ураҙ лицейының 3-сө класында уҡый). Беренсе урынды Морат Аҙнабаев алды (Учалы ауылының Башҡорт гимназияһы, етәксеһе Гөлдәр Хәкимова).

5-11-се класс уҡыусылары араһында 3-сө урынға Ивилина Еникеева (Иманғол мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы) һәм Динислам Ғайназаров менән Вилдан Абраров (Сәфәр мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары, уҡытыусылары Айгөл Абдуллина) лайыҡ. 2-се урында - Азалия Еникеева (Иманғол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы) һәм Ислам Мөхәмәтҡужин (Ураҙ лицейының 5-се класс уҡыусыһы). Еңеүсе тип Арина Баҡыева танылды (Сәфәр мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, етәксеһе Айгөл Абдуллина).

Сара аҙағында баһалама комиссияһы ағзаһы, сараны ойоштороусыларҙың береһе Мәрзиә Солтанбаева бик тә үҙенсәлекле фекер әйтте:

- "Урал батыр" эпосы башҡорттарҙың төп ҡомартҡыһы. Башҡа халыҡтар араһында тиң баҫып торорлоҡ аҫыл ҡомартҡыбыҙ. Уны беҙ нисек һаҡлай, алға ебәрә алабыҙ һуң? Мәҫәлән, быйыл Әүеш (Иҫке Байрамғол) ауылында Учалы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан изге Әүлиә шишмәһенә барған юлдың ҡырында дендропарк булдырылды. Һәм ошо паркка кергән урында, ҡапҡаларына, районыбыҙ ҡоролтайы етәксеһе Мозафар Ҡадиров матур итеп Урал батырҙың васыяттарын яҙҙыртып ҡуйҙы. Эпосты һаҡлау өсөн бер матур өлгө был. Ҡомартҡыны һаҡлауҙың тағы бер сараһы - ул туған телебеҙҙе белеүҙә. Беҙ үҙебеҙҙең башҡорт телен белергә, һаҡларға, үҫтерергә, балаларыбыҙға өйрәтергә тейешбеҙ.

Ағинәйҙең һүҙҙәре менән килешмәй булмай. Милли үҙаңыбыҙҙы нығытып, телде белеп, уны таратып беҙ үткәнебеҙҙе лә һаҡларбыҙ, яҡты киләсәгебеҙгә лә юл ярырбыҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас