Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
8 Октябрь 2025, 10:25

Яңы ФАП-тар асылды

Учалы районыныда бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Учалы районыныда бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тәүгеһе Баттал ауылында, икенсеһе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда. Дауалау учреждениелары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы сафҡа индерелде.

 Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылындағы яңы медицина учреждениеһы 468 кешене, шул иҫәптән Ҡалуй халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Ауыл халҡының сәләмәтлеген акушерка Фәниә Ғәлиуллина хәстәрләйәсәк.  

Баттал ауылында ла фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу – урындағы барлыҡ халыҡ өсөн мөһим ваҡиға булды. Батталдар хәҙер медицина ярҙамын тағы ла уңайлыраҡ шарттарҙа аласаҡ. Яңы бинала  пациенттарҙы “Ауыл табибы” программаһы буйынса эш башлаған  фельдшер Люциә Ғәйфуллина ҡабул итәсәк.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Әлиә ДАУЫТОВА

Автор:Алия Даутова
Читайте нас