

Илсе районыбыҙҙа ҙур ауылдарҙан һанала. Ауыл уңған, эшһөйәр һәм булдыҡлы кешеләре менән данлы. Ауылға ингәс тә ҙур тәҙрәле ныҡлы йорттар күҙҙең яуын ала, Илселә йәштәрҙең күпләп төпләнеүе лә киләсәккә өмөт менән бағырға мөмкинлек бирә.
Һәр ауылдың үҙ шишмәһе, үҙ тарихы һәм үткәне була. Шишмәләрҙең дә үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, Илсе ауылындағы Ҡаран шишмәһе бик боронғоларҙан иҫәпләнә. Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Идиә Хажиәхмәтова уның тарихы хаҡында түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
- Борон ошо урын, йылға буйы ҡуйы шарлыҡ булған. Шишмә ошо шар эсендә булған тиҙәр. Уны берәү ҙә ҡаҙып һыуын сығармаған, шишмә үҙе урғылып сығып ятҡан. Халыҡ ошонда һыуға йөрөй башлаған. Ҡараңғы урында, шар эсендә булғанлыҡтан, Ҡараңғы шишмә, тип йөрөткәндәр. Аҙаҡ ҡыҫҡартып, уңайлы ғына итеп Ҡаран шишмәһе тигәндәр. Был - тәүге версия. Икенсеһе буйынса, Ҡаран - һыуыҡта ла туңмай тигәнде аңлата. Ысынлап та, шишмәбеҙ ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла туңмай бит. Халыҡ һыуын хуш күргән, шишмәне тәрәнәйткәндәр, тәрбиәләп, эргә-тирәһен таҙа итеп тотҡандар. Шулай итеп Ҡаран бар ауыл халҡын һыулы иткән, - тип бәйән итте мөғәллимә.
Ысынлап та, илселәр Ҡаран шишмәһенең һыуын элек-электән бик шифалы һәм сихәтле тип иҫәпләй, төрлө сырхауҙарҙан нәҡ Ҡаран һыуы ғына килешә, тигән фекерҙә улар. Киленгә һыу башлатыу йолаһын да илселәр нәҡ Ҡаранда атҡарған, ололар иһә самауырға сәй ҡайнатырға тик ошо шишмә һыуын ғына файҙаланған. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла һыуы туңмауы - үҙе бер ғәжәп күренеш. Сығанаҡҡа яҡын йәшәүселәр, ауыл халҡы телендә, Сәүкә урамы халҡы, Ҡаран буйын кәртәләп, таҙартып торғандар...
Һуңғы йылдарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур шишмә ташландыҡ хәлгә ҡала. Эргә-тирәһе бысрап, кәртәләре һалынып, шишмә һыуын ләм ҡаплап урамдың ҡотон алып ултыра. Бының сәбәбен халыҡтың һәр йортта тип әйтерлек шишмә ҡаҙҙыртыуҙары, өйҙәрҙә үк крандан һыу ағып тороуы, баҡсаларға рәхәтләнеп шлангтар ярҙамында ғына һыу һиптереү мөмкинлеге менән аңлатырға кәрәктер. Халыҡ элеккесә шишмәгә йыш йөрөмәй хәҙер.
- Мин оҙаҡ йылдар ситтә йәшәнем. Бер йыл отпускыға ҡайтҡанымда, Ҡаран шишмәһен күреп, бик эсем бошто. Ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү сығанағы булған, бөтә Илсе халҡын тәмле, шифалы һыуҙары менән ҡыуандырған, йылғабыҙҙы һыуға байытҡан, әсәйемдең, еңгәмдең, киленемдең һәм үҙемдең килен булып төшөп, һыу башлаған мул һыулы Ҡаран шишмәбеҙ нисек ошо хәлгә ҡалған һуң? Бик оҙаҡ уйланып, эсем бошоп йөрөнө лә, уйҙарымды әхирәтем Идиә Рамаҙан ҡыҙына һөйләнем. Нисек тә ҡотҡарырға, тергеҙергә кәрәк ине ата-бабаларҙан ҡалған тәбиғи ҡомартҡыны. Тик беҙҙең икебеҙҙең генә хәлдән килә торған эш түгел икәнлеген аңланыҡ. Илселә халыҡ әүҙем, тик уларҙы әйҙәргә, ойошторорға бер абруйлы кеше кәрәк. Үҙемдең бер туған ҡустым Дим Рәшит улы Хәмиҙуллин нәҡ шундай ир заттарынан. Хәлде Димгә һөйләп бирҙем. Бар ауыл һиңә ҡарап тора, һин ойоштора беләһең, Илсе егеттәре ярҙамында һеҙ Ҡаран шишмәһен ҡотҡара алаһығыҙ тинем, - тип бәйән итте төҙөкләндереү эшенең инешендә ятҡан хәл-ваҡиғаларҙы Зилә Дәүләтшина.
Дим Рәшит улы апаһының һүҙен йыҡмай. "Ватцап" селтәрендә "Илсе егеттәре" тигән төркөм булдырып, Ҡаран шишмәһен төҙөкләндереү буйынса күләмле эш башлап ебәрәләр. Ауыл чатында ла белдереү яһап, Ҡаран шишмәһен төҙөкләндереү, төҙөлөш материалдары һатып алыу өсөн ауыл халҡы бер төптән булып аҡса йыя башлай.
Ағымдағы йылдың 4 майында ауыл шишмәһен тергеҙеү буйынса тәүге өмә ойошторола. Һыуын шланга ярҙамында һурҙырып таҙарталар, тирә-яғына таш түшәп тигеҙләйҙәр - эш күләме бик күп һәм етди була. Был эштәрҙә Фәнил Сәйфуллин, Рәүил Кәлимуллин, ағалы-ҡустылы Даян һәм Дим Хәмиҙуллиндар, Ривал Нуритдинов, Азамат Ғәйфуллин, Рөстәм Әбдрәхимов, ағалы-ҡустылы Рияз һәм Фәнүр Ҡадировтар, Фәнүр Ғәйфуллин, Хәҙис Кәримов, Флүр Нуриев, Ильяс Кәримов, Рифат Сафин, Вил Әхмәтвәлиев, Шамил Аманов, Артур Солтанов, Ғамил Абзалов ҡатнаша. Егеттәр өмәләрҙә бер нисә ҡат рәттән әүҙемлек күрһәтеп ҡыуандыралар. Илсе ҡыҙҙары ла һынатмай. Зилә Хажиева, Гөлнара Абдрахманова, Фәнжиә Ханова, Фәхирә Хәкимова, Фәйрүзә Кәримова, Зилә Дәүләтшина егеттәр менән ҡуша шишмәне төҙөкләндереүгә үҙ өлөштәрен индерәләр.
Артабанғы өмәләрҙә бура килтереп, уны күтәрәләр. Шуны билдәләргә кәрәк, бер ни тиклем ваҡыт элек ауыл халҡы шишмәне бурау өсөн аҡса йыйған була, Илсе ауылы хакимиәте башлығы Азат Вәлитов бура бурата. Бура күтәргәндә иң ауыр эштәрҙә Хәҙис Кәримов, Ривал Нуретдинов, Артур Солтанов ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Башын япҡанда Флүр Нуриев, Хәҙис Кәримов, Дим Хәмиҙуллин, Ғамил Абзалов, Рөстәм Яппаров, Рияз Ҡадиров һынатмай. Ғөмүмән, Рифат Сафин менән Хәҙис Кәримовҡа илселәр айырыуса рәхмәтле. Улар өмәгә кәрәкле материалдарҙы ҡаланан барып алыу, килтереү мәсьәләһен үҙ иңдәренә ала, шәхси транспорттары менән ярҙам итәләр.
Барлыҡ эштәр тамамланғас, ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәренә тотона. Зөлхизә Ғәйфуллина, Әнисә Әхмәтвәлиева, Идиә Хажиәхмәтова, Гөлнара Низамова, Зилә Дәүләтшина шишмәне төҙөкләндереү эштәренә һуңғы нөктә ҡуйып, бар ауыл халҡын ҡыуандыра.
Ошондай күләмле, сауаплы эш атҡарҙы илселәр. Үҙҙәре йәшәгән ауылға йәм һәм ҡот биреп, балҡып ултыра хәҙер Ҡаран шишмәһе. Шишмәләрҙең яҙмышы кеше яҙмышына оҡшаш, тигәнде ишеткән бар. Улар таҙалыҡтың, сафлыҡтың, паклыҡтың кәүҙәләнеше. Шишмәләрҙе таҙартыу һәм тергеҙеү һәйкәл ҡуйыуға тиң, тип әйтергә лә мөмкин. Киләһе быуындар был эскерһеҙ хеҙмәтте хөрмәт итеүен, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарауын теләр инек. Ҡаран шишмәһе Илсе ауылының биҙәге, уның ғорурлығы, байлығы - халыҡ шуны онотмаһын ине. Тәбиғәтте һәм шишмәләребеҙҙе һаҡлау - барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы. Улар юҡҡа сыҡмаһын, киләсәктә лә шишмәләрҙе ҡарап, таҙартып торайыҡ. Илсе ауылында шишмә тауышы тынмаһын, ғөмүмән, тыуған яғыбыҙҙың таҙа шишмәләре һәр ваҡыт сылтырап ағып торһон!