

Алғы һыҙыҡтан ялға фронттың төбөнәрәк күскән мәлендә “Республика Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Әнисә Янбаева “Анекдот” менән интервью үткәрҙе, мин дә йәш яҡташыбыҙҙың хәбәрҙәрен диҡҡәт менән тыңлағайным шул саҡ. Был хаҡта республика баҫмаһында мәҡәлә сыҡһа ла, “Яйыҡ”та йәнә яҙырға булдыҡ. Сөнки интервью быйыл яҙ үткәрелһә, әлеге ваҡытҡа егетебеҙ йәнә үҙен танытыуы тураһында мәғлүмәт ҡулыбыҙға эләкте. Ҡыҫҡаһы, быйыл июль айында була был хәл. Беҙҙең ғәскәрҙәр Донецк республикаһы биләмәләрендә бер ултыраҡты штурмлай. Көслө миномет һәм пулемет утына, артиллерия һәм дрондар янауға ҡарамаҫтан, “Анекдот”тың төркөмө тигеҙһеҙлектәрҙе файҙаланып инженер кәртәләрҙе урап үтә, дошмандың нығытылған пунктының флангына сығалар. Яҡташыбыҙ бөтә төркөмдән беренсе булып миналар һалынған участканы шыуышып үтеп, граната ырғыта, дошмандың пулемет нөктәһен юҡ итә. Һәм, милләтселәрҙең шаңҡып ҡалыуы менән файҙаланып, траншеяға һикереп төшә, ике һалдатты автоматтан атып йыға. Күҙ асып йомған арала иптәштәре лә етешә һәм алышҡа ҡушыла. “Кесе сержанттың ҡыйыулығы һәм оҫталығы менән төркөм генә түгел, бөтә подразделение алдына ҡуйылған хәрби мәсьәлә юғалтыуҙаһыҙ үтәлә”, – тип билдәләнә хәбәрнамәлә.
...”Анекдот” позывнойы тағылғас, ирекһеҙҙән дә көләкәс, ауыҙы йырыҡ кеше менән танышыуҙы көткәйнек. Юҡ шул, һуғыш иң шаян егеттәрҙең дә йөҙөнән йылмайыуҙы йәһәт һыпырып ташлай. Йәш булыуына ҡармаҫтан, бәғзе кешеләр сал сәстәренә тиклем күрмәгән ҡайғы-хәсрәтте, ауыр һынауҙарҙы татып өлгөргән бит ул. Күкрәген Жуков исемендәге, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, Шайморатов генерал ордены һәм башҡа наградалар биҙәгән ир азаматы бик тә етди ҡиәфәттә, һәр һүҙен уйлап ҡына әйтә. Биш тапҡыр яраланған, штурм подразделениеһы составында алыша.
-Эйе, тыныс тормошта шуҡ һәм шаталаҡ булдым, -ти ул.- Мин бит өлөшләтә мобилизация буйынса әрмегә алындым. Төрлө кешеләр, саманан тыш йәштәр ҙә бар ине арабыҙҙа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһендәр өсөн төрлә мәрәкәләр һөйләр булдым уларға, шуға ла “Анекдот” позывнойы тағылды. Һис тә кәмселек итеп ҡабул итмәнем, беҙҙә “Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмә!”-тиҙәр бит инде. Күңелһеҙ саҡтарҙа ла һыҡтап йөрөүҙән ни фәтеүә, маңлайыңа яҙылған тәҡдирҙе йылмайып ҡабул итә белеү үҙе егетлектер. Шуныһы ғына күңелде өйкәй – 2022 йылдың көҙөндә минең менән бергә мобилизацияланып, ошо ҡушаматты уйлап тапҡан иптәштәрҙең хәҙер кемелер яралы, кемелер һәләк булды.... Улар ҡушҡан позывнойға тап төшөрмәҫкә тырышам! “Ҡарттар”ҙан йән дуҫым “Гаспар” менән генә һаман иңгә-иң терәшеп алышабыҙ, ул да башҡорт егете.
Ышаныслы яуҙаш ҡына түгел, яҡын ҡәрҙәш тә итеп ҡабул итә уны яҡташыбыҙ. “Бергә бер бот тоҙ ашаныҡ “, - тип әйткән булалар, ә беҙҙең иңгә-иң терәп түгелгән ҡара тирҙең үҙендә генә тоҙ боттан күпкә артығыраҡ!” – тип йылмайҙы шулай ҙа “Анекдот”. – Штурм подразделениеларында хәрби туғанлыҡ, яуҙашыңа үҙеңдән дә нығыраҡ ышана алыу форсаты ифрат ҙур роль уйнай, нигеҙҙәрҙең нигеҙе!
-Ә штурм подразделениелары һалдаттарына тағын да ниндәй сифаттар кәрәк, нимәләргә өйрәтәләр?
- Нимә кәрәкмәй, тигән һорауға яуап биреү еңелерәк булыр ине! – тип йәнә йылмайҙы ул.-Дошман оборонаһына үтеп ингән “һөнгө” башағының иң осонда булғас, штурм подразделениелары һалдаттары бер юлы уҡсы ла, сапер ҙа, десантсы ла, медик та, тактик та, психолог та – исемлекте тағы дауам итә алыр инем. Шулай ҙа иң мөһим ике оҫталыҡты айырып билдәләй алам. Беренсенән, дөрөҫ һәм етеҙ хәрәкәт итә белеү. Күпселек осраҡта – йәшерен рәүештә, юғиһә, ут аҫтында ҡалып һәләк булыуың, приказды үтәй алмауың бик тә мөмкин. Ә икенсенән – яуҙаштар менән хеҙмәттәшлек итә алыу, бер-береңде өнһөҙ ҙө аңлау, бер төптән тотоноу. Бик йыш радиоэлемтә ҡулланмайынса эш итергә кәрәк бит, дошман ваҡытынан алда абайламаһын өсөн. Бындай хәрби хеҙмәттәшлеккә бер ниндәй академияларҙа ла алдан өйрәнерлек түгел, һуғыш яланында ғына барлыҡҡа килә, тыумыштан килгән инстинкт кеүек һыҙатҡа әйләнә. Бер кеше, ни тиклем батыр, көслө һәм оҫта булмаһын, заман һуғышында бер ни ҡыйрата алмай, беҙҙең төп көс – тап хәрби хеҙмәттәшлек һәм туғанлыҡта!
“Анекдот” үҙе Рысай ауылынан, Себерҙә эшләгән, повестка килгәндә вахтала була, йәғни, боҫоп ҡалырға маташырға ла мөмкинлеге булғандыр моғайын. Әммә был хаҡта уйлап та ҡуймай, Ватан һағына баҫырға тап уға сират еткән икән, тиңдәштәренең арҡалары артында йәшенергә ынтылыуҙы үҙенә хурлыҡ итеп ҡабул итә. Һәм нисек кенә ауыр булмаһын, был ҡарарына үкенгәнем юҡ, ти.
Әңгәмә ваҡытында “Анекдот” берҙе генә уфтанып ҡуйҙы, ҡайһы саҡ подразделениеға оло кешеләр ҙә эләгә, ә уларҙың йүнләп йүгерегә дарманы самалыраҡ. Штурм подразделениеларында иһә, хәрби заданиены үтәү батырлыҡҡа ғына түгел, үрҙә әйткәнсә, йылдамлыҡ һәм тиҙ хәрәкәт итә алыуға ла тура бәйле.
“Ял итергә сыҡҡанһығыҙ, ә ниңә блиндаж эсендә ултыраһығыҙ?” – тигән һорауға, былай тип яуапланы: “ Бында ла дрондар һөжүм итеүҙәре мөмкин”. Әңгәмәгә телгә алған “Гаспар” ҙа ҡушылды, ул Баймаҡ районынан, 45 йәштә, Чечняла ла алышып өлгөргән ветеран:
--Хатта, сағыштырмаса яңы үткән Чечнялағы конфликт менән сағыштырғанда ла һуғыш хәҙер тамырҙан үҙгәрҙе бит. Пилотһыҙ осоу аппараттары ике яҡ өсөн дә үтә мөһим роль уйнай башланы. Шуныһы яман инде – көнө-төнө уяу ҡалыр кәрәк. Тап беҙҙең тәжрибә нигеҙендә яңы хәрби уставтар яҙылыр буғай.
“Гаспар”ҙы өйөндә ҡатыны, ике балаһы көтә. Тыныс тормошта ҡәҙимге водитель булып эшләй, баҫалҡы кеше була, ә заман талап иткән ине – оҫта һуғышсыға әүерелде. Халҡыбыҙҙың бар булмышы шул инде! Күкрәген Жуков һәм “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары биҙәй. Дин тураһында ла фекерҙәре менән уртаҡлашты:
-Иҫән ҡалырға, хәрби заданиеларҙы лайыҡлы үтәргә фәҡәт ышаныс баһалап бөткөһөҙ дәрәжәлә ярҙам итә. Яҡын кешеләреңә, дөрөҫлөк өсөн алышыуыңа, ҡасан да яулап аласаҡ Еңеүгә ышанысты күҙ уңында тотам һәм, әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә үә мәрхәмәтлегенә бар күңелең менән инаныу. Әжәл яныңда уратып йөрөй башлаһа, атеистар бөтөнләй ҡалмай! Мин үҙем махсус хәрби операцияға эләккәнгә тиклем үк дингә килә башлағайным, хәҙер ни, эстән генә булһа ла, туҡтауһыҙ сүрәләр уҡыйым. Шуныһы ғына үкенесле, хәрби шарттар ҡанунына тура килтереп намаҙға баҫырға ирек бирмәй.
-Ә әжәл гел генә яҡында йөрөүгә күнегеп буламы? – тигән һорауға, түбәндәге яуап алдыҡ. “Аҡылы теүәл кеше бер ҡасан да ҡурҡыу тойғоһон юғалтмай! Иң мөһиме – ни генә булмаһын, кәүгәселләнмәҫкә, айыҡ аҡыл һаҡларға һәм нисек тә ҡуйылған хәрби заданиены үтәргә. Хәрби тәжрибәгә эйә булыуың, аҡыллы кәңәштәрҙе ишетә һәм ҡуллана белеүең үтә әһәмиәтле ”.
.... Яу ҡырында саманан тыш дыуамалланма инде, “Анекдот”-ҡусты, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтып, яҡташтарыңды йәнә мәрәкә-көләмәстәрең менән көлдөрөргә яҙһын! Ә кәләш алғаныңда, төп ҡунаҡ булып табын артында “Гаспар” ултырһын, иншаллаһ, амин!
Илфат ЯНБАЕВ