

“Труженик тыла” ирекмәндәр ойошмаһы рекорд ҡуйҙы: Республика көнөн ҡаршылап, 1500-се маскировка селтәрен үрҙеләр. Байрам көнөн дә хеҙмәт байрамына әйләндерәләр – 300 дана “блиндаж шәме” ҡоялар. Афариндан башҡа ни әйтәң инде!
Учалы районындағы М.М.Шайморатов исемендәге штабтан хәбәр итеүҙәренсә (https://vk.com/club228828595) күренекле спортсыларыбыҙ Дим Хәйруллин, Тимур Заманов һәм Рөстәм Хәмиҙуллин махсус хәрби операция зонаһындағы ике подразделениеға һәм госпиталгә сираттағы гуманитар ылауҙы алып барып еткерҙе ошо көндәрҙә. 3 машина, 3 мотоцикл, генераторҙар, медикаментттар, “йылылыҡ пушкалары”, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ илтәләр.
Был ылауҙы туплауҙа «Своих не бросаем», «Труженик тыла», «Наша Родина — Россия», «За лентой чужих нет, там все наши» ирекмәндәр төркөмдәре, урындағы ойошма-предприятиелар, айырым граждандар әүҙем ҡатнаша.
.... Ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында “Шайморатовсылар” интернет-каналында Тәтешле районы күрһәтелгән була. Унда яугирҙар өсөн ит-йәшелсәнән тәмле һәм туҡлыҡлы ҡоро аш комплекттары әҙерләйҙәр, ти. Учалы ҡалаһынан “Сбор нашим” төркөмө ирекмәне Гөлсинә Калинина шундуҡ рецептты белешеп, “Еңеү борщы” әҙерләргә керешкән, тәүге дәүерҙә үк тиҙ бешерелгән ризыҡтың 80 порцияһы әҙерләнә.
Кемдең хәленән килә, ситтә ҡалмағыҙ!