

2004 йылда, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 85 йәш тулыр алдынан, уның Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1950 - 1953 йылдарҙа,
ғаиләһе менән Учалы районының Өргөн ауылына килеп йөрөүөн ишеткәс, мин оло йәштәге ауылдаштарымдан ошо хаҡта ниҙер белеүе тураһында ентекләп һораштым һәм байтаҡ мәғлүмәт туплап, район, республика матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр яҙҙым.
Беҙҙең Өргөн ауылы кешеләре Мостафа Сафа улын яҡын туғанылай ҡабул иткән. Ул саҡтарҙы әле лә һағынып иҫләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, халыҡ шағирының рухы ауылдаштарым күңелендә бөгөн дә тере.
...Бөйөк Ватан һуғышынан үпкәһенә снаряд ярсығы инеп ултырып, яраланып ҡайтҡан Мостай Кәримде дуҫы, яугир- яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров ауылға ҡунаҡҡа саҡырған. Өргөн тәбиғәтенең балдай татлы һауаһы, ҡарағай, ҡарағас урмандарының хуш еҫе, Мөхәммәт ағайҙың тормош иптәше Ғәйникамал апайҙың кәзә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙы, уның яралы йән - тәненә үҙе бер шифа, үҙе бер дауа булғандыр.Ошо бәрәкәтле ерҙә шағир үҙенең иҫ китмәле әҫәрҙәрен ижад иткән.""Өс таған"повесында беҙҙең ауыл кешеләренең тормошонан алынған ваҡиғалар һүрәтләнгән.
Бөйөк ижадсы ауылдаштарымды ихласлығы,ябайлығы, киң күңеллелеге менән һоҡландырған.Өргөнгә шундай яҡты сырайлы, бар булмышынан изгелек урғылып торған ҡунаҡ килгәне өсөн ихлас ҡыуанған улар.
Мостай Кәримде оло юбилейы алдынан ихлас күңелдән ҡотлап, уға шиғыр арнап хат яҙып ебәргәйнем. Бына ул шиғыр:
Күптәр тормош кәбәндәрен
Килештереп ослай алмай.
Һеҙ яҙғандар - ҡупшы кәбән,
Шундай мәғрур, Мостай ағай!
Ҡоштар бик күп. Тик күптәре
Юғарынан оса алмай.
Һеҙ яулаған бейеклектәр
Насип булһын беҙгә, ағай.
Бар донъяны моңға күмеп,
Һайрайһығыҙ һандуғастай.
Ер шарының һандуғасы —
Ул - һеҙ икән, Мостай ағай!
Күптәр тормош кәбәндәрен
Килештереп ослай алмай.
...Беҙгә кәбән ҡойошорға
Өмәгә сыҡ, Мостай ағай!
Күп тә үтмәй Мостафа Сафичтан ҡыҫҡа ғына йөкмәткеле, әммә минең күңелемдә мәңге онотолмаҫ хистәр уятҡан йылы, изге теләкле хат алдым. Бына ул хат:
""Рамай туған!
Хатығыҙҙы, миңә арналған шиғырығыҙҙы уҡып ҡыуандым. Рәхмәт! Шиғырың миңә ныҡ оҡшаны.Хаталанмаһам ( сөнки был арала ығы - зығы күп булды), ул ҡайһылыр гәзиттә лә баҫылды шикелле.
Тура килгәндә, мин һеҙҙең яҙғандарығыҙҙы уҡыштыра барам. Хәтерҙә ҡала улар.
Тағы ла бер хәтирә:байтаҡ йылдар әүәл армияла хеҙмәт итеүсе Өргөн егетенән хат һәм шиғырҙар алғайным.Яуап яҙҙым, әммә яуапҡа яуап килмәне. Ул егеттең исем - фамилияһын онотҡанмын. Хаты, бәлки, архивымда һаҡланалыр ҙа. Ана шул кеше һеҙ түгелме?
Өргөн минең өсөн бик иҫтәлекле ер. ""Башҡортостан ҡыҙы" журналының 10- сы һанында ""Әбүбәкер" исемле хикәйәм баҫылды. Ул да Өргөнгә бәйле.
Мине белгән ауылдаштарыңа сәләмдәремде тапшыр.
Иң изге теләктә ҡалам. Мостай Кәрим.
Р.S.Өмәгә сығырға ҡаршылығым юҡ, Рамай, әммә һин үҙ кәбәнеңде матур ҡояһың. Шулай дауам ит.""
Беҙҙең яҡтарҙа ауыр эштәрҙе күмәкләп, өмәләп башҡаралар. Ә тормош юлын үтеү, уны матур итеп ослау - еңел эш түгел. Ижад донъяһының оҫта кәбәнсеһе, киң күңелле өмәсеһе булды Мостай ағай. Ул тормошҡа һоҡланып һәм башҡаларҙы һоҡландырып йәшәне, үҙенең һуңғы көндәренә тиклем кешеләргә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтте. Кемгәлер тәүге китабын сығарышты, кемгәлер фатир алыу мәсьәләһен хәл итеште, кемделер үҙенең йылы һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре менән ижадҡа әйҙәне.
Миҫал итеп шуны әйтә алам:2005 йылда, беҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул иткәндә, дауаханала ятыу сәбәпле, осрашыуға үҙе килә алмаһа ла, идара исеменә хат яҙып ебәргәйне.
Шул кескәй генә хат минең алдағы яҙмышымды яҡшы яҡҡа хәл итеүгә ыңғай йоғонто яһаны. Мостафа Сафа улына бик рәхмәтлемен, уға ғүмергә бурыслымын.
Шундай яҡты күңелле, изге йәнле, талантлыларҙан - талантлы оло шәхесебеҙҙе юғалтыуыбыҙға ла байтаҡ ваҡыт үтте. Ләкин хаталанмай шуны әйтә алам: Мостай Кәримдең яҡты рухы, ҡабатланмаҫ ижады беҙҙең күңел түрендә мәңге һаҡланыр!
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлегенә
Мостай киткән тиҙәр, ышанмайым,
Ундайҙарҙы үлем алалмай.
Ул бит шундай ҡыйыу рухлы ине
Һәм саф хисле, сабый балалай.
Ул бит шундай изге кеше ине,
Йәме ине бөтөн донъяның.
Ундай кеше берәү генә була,
Ошо хаҡта бөгөн уйланым.
Хатта ҡояш байый, тине берәү,
Юҡ, ҡояшы уның һүнмәне.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерлерәк булып,
Нурҙар сәсеп күккә үрләне.
Мостай ағай мәңге тере, тинем,
Ярып әйттем, йөрәк түҙмәне.
Күҙҙәремдән әсе йәштәр тамды,
Ярай әле бер кем күрмәне.
Үлмәне ул, юҡ, ул үлмәне!
Рамай Ҡаһир