Гөлниса Ғәле ҡыҙы - районыбыҙҙа ғына түгел, республикала ла билдәле шәхес. 20 йылдан ашыу “Алтын Ай” өлгөлө балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләй. Улар ансамбль менән район, республика, халыҡ-ара конкурстарҙа күп тапҡырҙар призлы урындар яулайҙар.
Гөлниса Ғәле ҡыҙына бирелгән иң йыш һорау - «Мөғжизәләр яланына» нисек эләктегеҙ?
- “Алтын Ай” өлгөлө балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләгән осорҙа күп кенә илдәрҙә төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡаныбыҙ бар. Сираттағы еңеү менән ҡайтып барғанда, шылтыратып, һеҙҙе Леонид Якубович “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуына көтә тип хәбәр иткәстәре, башта, шаяртыуҙыр тип ҡабул иттек. “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен “Ватсап”тан ебәреп, һеҙҙең бейеүме, беҙгә бик оҡшаны, тип саҡырыу ҡағыҙы килеп төшкәс, бер һүҙҙән барырға ҡарар иттек, - ти ул.
Ансамблдең ҡыҙҙары - Камилла Әхмәткирәйеваға, Камилла һәм Юлиана Исхаҡоваларға, Эвелина Задинаға, Розалина Моратшинаға “Останкино” үҙәк каналында сығыш яһау бәхете тейҙе. Әйткәндәй, Гөлниса Ғәле ҡыҙы үҙе һалған “Самауыр” бейеүе менән сығыш яһай ҡыҙҙар.
Шулай уҡ улар Ҡыҙыл майҙанды ҡараған, баш ҡала менән яҡындан танышҡан, билдәле шәхес - Леонид Якубович менән фото төшкәндәр.
Тапшырыуға барып ҡиммәтле бүләктәр, мәҫәлән, машина отоу тураһында һәр кем хыялланалыр.
- Ә минең төп маҡсатым Башҡортостан мәҙәниәтен күрһәтеү, сағыу сығыш аша милләтебеҙ хаҡында һөйләү ине. Ғөмүмән, милләтемә ҡарата һөйөүем һәм ихтирамым шул тиклем көслө, һәр ерҙә лә үҙемдең башҡортлоғомдо күрһәтергә тырышам, - ти Гөлниса Кәримова.
Мөхәррирҙәр менән аралашҡанда уны иң ҡыуандырғаны - уларҙың республикабыҙ тураһында бик яҡшы хәбарҙар булыуы, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыл, мәҙәниәтебеҙҙең сағыу икәнен билдәләп, «Һеҙҙең матур йырҙарығыҙ, сағыу бейеүҙәрегеҙ бар, үҙегеҙҙең телдә сығыш яһағыҙ» тиеүҙәре ҡыуандырҙы, ти ул.
Яҡташыбыҙ финалға үтмәне, әммә милли кейемдә бик матур сығыш яһап, йырлы-моңло күстәнәстәре, алып барған бүләктәре менән халҡыбыҙҙың талантлы, ҡунаҡсыл, йомарт булыуын тағы бер тапҡыр танытты. Ул тапшырыуҙа рәхәтләнеп башҡортса һөйләп, барлыҡ яҡындарына, туғандарына, коллегаларына сәләм һүҙҙәре тапшырҙы.
- Барабанда “Приз” сыҡҡас, Леонид Аркадьевич, уйын шарттарына ярашлы, 50 мең һум аҡса тәҡдим итте. Иҫтәлек булыр тип, бүләкте һайланым. Һәм отолманым - шәп баҡсасы йыйылмаһы эләкте. Үҙемдең баҡсам бар, шунда тотонасаҡмын.
Тапшырыуға әҙерләүҙә район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, бейеүсе ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре ҙур ярҙам күрһәтә. Гөлниса Ғәле ҡыҙының әхирәте Гөлсөм Фәтхуллина тәмле бауырһаҡ һәм сәк-сәк, Сажиҙә Шәрипова ҡымыҙ әҙерләп биргән.
- Ғөмүмән, ярҙам итеүселәр күп булды. Барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Гөлниса Ғәле ҡыҙы.
Вилиә ЯНБАЕВА