

Ҡорот та, кедр ҙа...
“Яҡшының ҡунағы бер көндә” тигәндәй, 17 октябрь Иҫке Байрамғол (Әүеш) ауылында ике әһәмиәтле ваҡиға булды. “Ҡорот-Фест” һәм район башҡорттары ҡоролтайының өмәһе.
“Ҡорот-Фест” быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. Урындағы ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рита Абдрахимованың идеяһы буйынса ғәмәлгә ашҡан ярыш үә фольклор байрамы БР Башлығы грантына ла лайыҡ булғайны.
-Быйыл конкурста дүрт фольклор коллектив һәм биш янғыҙ ҡатнашыусылар булды. Оҫта хужабикәләр үҙҙәренең уңғанлығын күрһәттеләр, ҡороттоң ниндәй генә төрҙәре булманы! Гран-при яулаусы ауылдашыбыҙ Минзилә апай Ғүмәрова 43 төр ҡорот эшләп килтергән, улай ғына ла түгел, ул үҙе килештереп шиғырын да яҙған!-ти Рита Ғәбиҙулла ҡыҙы.
Беренсе урынға Иҫке Байрамғол ауыл мәҙәниәт йортоноң “Уралым” һәм Комсомольск мәҙәниәт йортоноң “Әүешкүл йәшмәләре” фольклор коллективтары сыҡты.
“Көмөш миҙал” яулаусылар - Балбыҡ ауылынан “Йәнбикә” төркөмө һәм Иҫке Байрамғолдан Әлфиә Балташева.
Өсөнсө урында– Ураҙ мәҙәниәт йортонан “Ураҙ ҡыҙҙары”, Һөйөндөктән “Шәп килендәр” һәм Ишмәкәйҙән Әнисә Хилалова.
Еңеүселәргә лә, ҡатнашыусыларға ла, ойоштороусыларға ла афарин! Һеҙҙең кеүек аҫыл заттарҙың тырышлығы һәм тоғролоғо менән боронғо башҡорт ризығы бер ҡасан да онотолмаҫ, юҡҡа сыҡмаҫ.
Быйыл апрель аҙағында бик күркәм эш башҡарылды тип яҙғайныҡ инде. Район башҡорттары ҡоролтайы ниәте һәм көсө менән изге Әүлиә шишмәһенә барған юлдың ҡырында дендропарк матур итеп кәртәләнгәйне. Ғәжәйеп шишмәгә Рәсәйҙең төрлө остарынан, хатта, икенсе илдәрҙән килгән ҡунаҡтар үҙҙәре менән ағас үҫентеләре килтереп, бында ултырта алһын өсөн. Сауаплынан сауаплы ғәмәл бит ул – ағас ултыртыу!
Иң аңлы ватандаштарыбыҙ, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ инициативаны күтәреп алды, быйыл, хатта, кедр үҫентеләре ултыртылды. Әлбиттә, район ҡоролтайы үҙе башлаған эште дауам итә. 17 октябрь район ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Мозафар Ҡадиров етәкселегендә өмә иғлан ителеп, иң әүҙем ағзалар дендропаркты йәнә тулыландырҙы -кедр ултыртыла.
Тәбиғәт ҡосағында йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында фекер алышыуҙар үтте, самауыр артында сәй эсеп, былау менән дә һыйландылар. Сара файҙалы ғына түгел, бик күңелле лә үтте.
Район ҡоролтайының әүҙем ағзаһы, тарихсы Фәнүр Шаһиевтың тырышлығы менән ошо “Дуҫлыҡ” дендропаркынан тыш та изге шишмә тирә-яғы заманса төҙөкләндерелә бара. Быйыл шулай уҡ “Минералдар аллеяһы” ла нигеҙләнде, төрлө йәшмәләр, башҡа таштар экспонат итеп ҡуйылды. Бик мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килеп өлгөрҙө унда: Учалыға “ГеоВызов” III Халыҡ-ара геология фестиваленә йыйылған белгестәр төбәгебеҙҙең ҡаҙылма байлыҡтарын ҡул менән ҡапшап таныша алды, бында уҡ мәҙәни программа ла күрһәтелде.
P.S. Уңайы менән файҙаланып, бер шәхси фекер менән дә уртаҡлашҡы килә. Йәшелләндереү эштәре башҡарғанда ҡәҙимге ҡарағай менән мауыҡмаҫҡа ине. “ Ҡәҙимге ҡарағай” (“Сосна обыкновенная”) төрө былай ҙа төбәгебеҙҙә күп, әллә ни хәстәрләмәгән, ултыртмаған көйөнсә лә орлоҡ аша тарала бара, байтаҡ элекке баҫыуҙарҙы биләп килә. Ә бына “Себер кедр ҡарағайы” – һирәк ҡунаҡ, ҡиәфәте мөһабәтерәк, хуш еҫ аңҡый һәм күпкә файҙалыраҡ: тәмле һәм сихәтле сәтләүек бирә, ылыҫынан мунса миндеге лә бәйләнә, кедр майы ла алырға мөмкин, ағасы ла ябай ҡарағайҙыҡынан күпкә ҡиммәтлерәк.
Илфат ЯНБАЕВ