Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Октябрь 2025, 04:15

Үҙ эшеңде асыу тырышлыҡ талап итә

Учалы ҡалаһында йәшәүсе Илмира Хафизова оҙаҡ йылдар Учалы янғын-ҡотҡарыу часында диспетчер булып эшләп, бөгөн тормошонда ҡырҡа боролош яһап, фермерлыҡҡа тотонған. Яҡташыбыҙ бүҙәнә үрсетә, итен, йомортҡаһын һата. Үҙ эшен асыуға дәүләт ярҙамы алған. - Ирем менән күптән үҙ эшебеҙҙе асыу тураһында уйлағайныҡ. Бының сәбәбе нимәлә? Сөнки мөмкинлектәрең дә күберәк, табышың да үҙеңдең нисек эшләүеңә генә бәйле. Шул уҡ ваҡытта ниндәй тармаҡта тигән һорау ҙа тыуҙы. Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк ала барыуы күҙәтелә. Тәбиғи, сифатлы, бер ниндәй ҡушылмаһыҙ продукция халыҡ араһында һорау менән файҙалана. Кешеләр хәҙер сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, сифатлы ризыҡ менән туҡланырға тырыша. Әлбиттә, ниндәй генә эште башлаһаң да, үҙенең етешһеҙлектәре бар. Тәү сиратта, эшмәкәрлегеңде нисек дөрөҫ алып барырға кәрәклеген белергә тейешһең. Шунһыҙ абыныуыңды көт тә тор. Бизнесыңдың килем килтереүе лә мөһим ине. Эш йүнәлешен һайлар алдынан оҙаҡ ҡына баҙарҙы өйрәндек, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе барланыҡ. Бүҙәнә үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр күп булмай сыҡты. Икенсенән, шәхси өйөбөҙҙә йәшәгәс, үҙебеҙ өсөн ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ, ҡаҙ, өйрәк, бройлерҙар, күркә аҫрайбыҙ,   - ти Илмира Биктимер ҡыҙы.

Үҙ эшеңде асыу тырышлыҡ талап итәҮҙ эшеңде асыу тырышлыҡ талап итә
Үҙ эшеңде асыу тырышлыҡ талап итә

Уңған ҡатын, бынан тыш, күптән инде сәскәләр, рассадалар үҫтереү менән мауыға, һата, Ватсап та үҙенең группаһы бар. Бүҙәнә үрсетергә тотонор алдынан, тәүҙә ошо йүнәлештә бизнес асырға уйлай. Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында белешә.  Мәшғүллек үҙәгендә, был тармаҡ миҙгелле генә булғас, дәүләттән ярҙам ҡаралмағанын әйтәләр. Бер көн, интернетта эҙләнә торғас, осраҡлы рәүештә генә (үҙе әйтеүенсә, бер нәмә лә осраҡлы түгел, тимәк шулай булырға тейеш) бүҙәнәләр тураһындағы видеоға тап була. Ҡабаттан әйләндереп ҡыҙыҡһынып ҡарай башлай, ҡоштарҙы аҫрауҙың артыҡ мәшәҡәтен күрмәй. Шулай итеп ул үҙ эшен булдырып, бүҙәнә үрсетеп, уларҙың итен һәм йомортҡаһын һатыуға сығарырға ҡарар итә. Уңған ханымдың уй-ниәтен яҡындары ла хуплай.

Бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлай. Шулай итеп социаль контракт нигеҙендә үҙ эшен асыуға 350 мең һумлыҡ субсидия ала. Аҡсаға бүҙәнәләр, температура һәм дымлылыҡ датчигы, инфраҡыҙыл лампалар, һыу өсөн ҡоролмалары ҡуйылған клеткалар, инкубаторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып ала. Әйткәндәй, проекты хуплау алғансы, һынау өсөн аҡ гигант һәм селадон тоҡомло 40 бүҙәнә алып аҫрап ҡарай, үҙенә оҡшай. Хәҙер инде хужалығында уларҙың һаны себештәре менән бергә яҡынса 700 башҡа еткән. Селадон, феникс, аҡ гигант, техас бройлеры тоҡомдарын үрсетә. Бик һөйкөмлө ҡоштар. Селадон йомортҡа тоҡомло, йомортҡалары үҙенсәлекле – зәңгәр, ҡауырһындары төрлө төҫтә. Алтын төҫлө феникс та йомортҡаны күп һала. Техас бройлеры менән аҡ гигант йомортҡаны башҡалар кеүек тупылдатып һалып тормаһа ла, итле. Күкрәктәрендә ите байтаҡ.

Илмира Биктимер ҡыҙынан бүҙәнәләрҙе нисек үрсетеүҙәре тураһында һорашам.

- Тауыҡтарҙан айырмалы, улар талымһыҙ, ҡарауға уңайлы. Уларҙың ауырлығы ни бары 200 – 350 грамм. Ит тоҡомло аҡ гиганттың иң ҙуры һуйғас 360 грамм тартҡайны. Себештәре 16-17 көндән сыға, тиҙ үҫәләр. Аталарын шунда уҡ һимертеп 45-50 көндән һуйырға мөмкин. Инәләре 60 көн тулыу менән йомортҡа һала башлайҙар. Махсус ҡатнаш аҙыҡ ҡына ашайҙар, бүҙәнәләр өсөн булғаны һатыуҙа бар. Бойҙай һәм кукуруз ярҙырып бирәбеҙ, ҡырылған кишерҙе яратып ашайҙар. Алдарынан һыу өҙөлмәй. Ҡошто үрсетеүгә бәйле мәшәҡәт тә шуға бәйле: ашауға, һыуға өҙөклөк тыуһа, артыҡ йылы йәки һыуыҡ булһа, ҡошсоҡтар йо­мортҡа һалыуҙан туҡтай, - ти ул.

Бүҙәнәләр бер кеше генә ҡарағанын ярата. Сит-яттар инеп ҡараһа, ауыр кисерә. Стресс арҡаһында үлеүҙәре лә ихтимал. Илмира Биктимер ҡыҙының бүҙәнәләре үҙенә һәм иренә генә өйрәнгәндәр. Бер мәл, уйламайынса, ситлектәр янына әхирәттәрен индергән булған, уларҙың нисек ҡысҡырғанын ишетһәгеҙ ине, ти ул. Шунан һуң ҡошсоҡтар эргәһенә башҡа берәүҙе лә яҡынлатмай. 

-Ҡошсоҡтарҙың ите тәмлеме? – тип хужаларҙан һорайым (минең ғүмерҙә лә бүҙәнә итен һәм йомортҡаһын ашап ҡарағаным юҡ).

-Тауыҡ итенә оҡшамаған, тәмле, йомшаҡ ҡына, уны бер нисек тә аңлатып булмай, тәмләп ҡарарға кәрәк. Йомортҡаһын быға тиклем дә үҙебеҙҙә бүҙәнә үрсетеүселәрҙән һатып ала торғайныҡ. Шуға ла ғаиләбеҙ өсөн ул ят ризыҡ түгел. Йомортҡаһын бешерергә, ҡыҙҙырырға, салаттарға һалырға була, иҫ киткес тәмле килеп сыға! Шулай уҡ уларҙы сей килеш ҡулланалар. Был йомортҡалар аллергенға ҡаршы. Иммунитет өсөн бик файҙалы. Хәҙер ул беҙҙең өҫтәлдән өҙөлмәй. Көн һайын ашайбыҙ, сей көйө лә эсәбеҙ. Әйтәм бит, бүҙәнәнең ите лә, йомортҡаһы ла бик файҙалы. Мәҫәлән, йо­мортҡаһы В витаминдарына, алыштырғыһыҙ амино­кисло­таларға, башҡа файҙалы матдә­ләргә бай. Диетик аҙыҡ төрөнә инә. Сирләгәндән һуң ашарға кәңәш итәләр, авитаминоз, анемия, үпкә һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан йонсоғанда файҙалы, - тип һөйләй эшҡыуар.

Йомортҡаларҙың ун данаһын махсус ҡаптарға һалып, этикеткаһын ҡуйып 150 һумға һата. Һыуытҡыста бүҙәнәнең йоморт­ҡаһы алтмыш көнгә тиклем бо­ҙолмай һаҡлана ала икән. Итен 950 һум менән һатыуға сығара. Яңыраҡ ҡына эш башлауына   ҡарамаҫтан,   баҙар иҡтисадында үҙ һатып алыусыларын тапҡан ул, тимәк, тауарға ихтыяж бар. Йомортҡаларын кешеләр айырыуса бәләкәй балаларына һатып ала. Онкологик сирлеләр организмдарын тергеҙеү өсөн ҡуллана. Яңы йыл өҫтәленә ит-йомортҡаға заказдар күп биргәндәр.  

Илмира Биктимер ҡыҙы күптән түгел өйөндә микройәшеллектәр (микрозелень) үҫтереп һата башлаған.

-Ул ҙур үҫентеләргә ҡарағанда витаминдарға ныҡ бай. Үҫентеләр сәләмәт тормош алып барыусылар тарафынан ҙур һорау менән файҙалана. Яңы йылға микройәшеллеккә заказ биреүселәр күбәйҙе. Микройәшеллектең күп төрлө ассортиментын үҫтерергә була. Мин яҡынса 10-12 төрөн үҫтерәм, иң ҙур һорау менән ҡулланғандары - көнбағыш, борсаҡ, төрлө төҫтәге редиска. Көнбағышты айырыуса балалар ярата, улар йәшел үлән ашап бармай, ә бындай көнбағышты яраталар, сөнки унан “симешкә” тәме килә. Борсаҡты, редисканы фуршеттарға өҫтәл биҙәргә алалар, -  ти әңгәмәсем.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Үҙ эшеңде асыу тырышлыҡ талап итә
Үҙ эшеңде асыу тырышлыҡ талап итә
Автор:Алия Даутова
Читайте нас