Гәзитебеҙҙең алдағы һанында МХО-лағы яугирҙарыбыҙға ҡоро аштар әҙерләгән Гөлсинә Нәркис ҡыҙы Калининаны телгә алып үткәйнек. Волонтер ҡатындың үҙе менән һөйләшергә форсат тейҙе.
Яугирҙарыбыҙ Телеграмда “Шайморатовсыларҙың” каналында Тәтешле районы ирекмәндәренең ҡоро аштар әҙерләүен күреп, үҙҙәренә лә шундайҙы әҙерләп ебәреүҙәрен һорағас, “Учалы ҡалаһы - үҙебеҙҙекеләргә ярҙам” төркөмө ирекмәне Гөлсинә Калинина беренселәрҙән булып ярҙамлашырға теләк белдерә. Учалы ҡалаһының Шайморатов штабы етәксеһе Ләйлә Садиҡова коллегалары, Тәтешле районының Шайморатов штабы етәксеһе Гүзәл Әхмәтдинова менән бәйләнешкә инеп, ҡоро ашты әҙерләү рецебын алғандан һуң, эште башлап та ебәрәләр. Учалы ҡала хакимиәте “Ровесник” клубында бүлмә бирә. Гөлсинә Нәркис ҡыҙы шунда йәшелсәләрҙе, иттәрҙе киҫеп киптереп, тиҙ бешерелә торған "Еңеү борщы" аштарын әҙерләй. Әлеге мәлдә 80 порция тәмле һәм туҡлыҡлы һурпа әҙерләнгән дә инде, улар тиҙҙән сираттағы гуманитар йөк менән һалдаттарға ебәреләсәк. Был бик мәшәҡәтле эш, әммә Гөлсинә Нәркис ҡыҙы бер нимәгә ҡарамай был эште бер үҙе башҡарып сыға.
Гөлсинә Калининаның тормошо китап яҙырлыҡ. Учалыла тыуып үҫә, бәләкәй саҡтан быума сире менән яфаланғас, ғаилә ҡоро климатлы союздаш республика булған Үзбәкстанға юллана. Ысынлап та, ҡыҙға ундағы һауа бик килешә, сирен дә онота. Күпмелер сит яҡтарҙа йәшәп, эшләп ғаилә кире Учалыға ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындағы климат ҡолас йәйеп ҡаршы алмай, сире ҡабаттан үҙен белгертә башлай. Ике тапҡыр ковид үткәргәндән һуң, ауырыуы тағы ла киҫкенләшә, хәҙер күберәге дарыуҙар менән генә ауыҙыҡларға тура килә.
Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш үҙенең һынауҙарын ебәреп кенә тора. Йәш ҡыҙҙың да киләсәккә уй-маҡсаты – ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү була. Тик бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. 31 йыл элек булған ваҡиға Гөлсинә Нәркис ҡыҙының бөтә тормошон тотошлай үҙгәртә, икенсе һуҡмаҡҡа йүнәлтә. Ғаилә ҡорғас, көтөп алған улдары Олег донъяға килә һәм уға 4 йәш тулғас, сираттағы прививка ҡапыл ҡаты өҙлөгөүҙәргә килтерә, баланың нервы системаһы зарар күрә. Әлбиттә, был сир йәш әсә өсөн көтөлмәгән хәл була. Етмәһә, диагнозды ишеткәндән һуң ире ташлап китә, ҡатын береһенән бер бәләкәй ике балаһы менән ултырып ҡала. Әммә көслө рухлы ҡатын балаһына бар һөйөүен, наҙын, йөрәк йылыһын биреп тәрбиәләй.
-Ул мәлдәрҙе иҫкә төшөрһәм, әле лә эҫеле һыуыҡлы булып китә. Йәшәргә урын юҡ, балаларҙы ашатырға кәрәк, Олег ҡулда, уны ҡалдырып эшкә сығып булмай. Ул ваҡытта коляска табыу ҙа ҡыйын ине, улымды ҡайҙа барма, флаг кеүек үҙем менән йөрөтәм. Ярҙам һорап төрлө ерҙәргә мөрәжәғәт иттем. Бер мәл, сараһыҙлыҡтан, юғары чиновниктың ишеген асып инергә тура килде, ул көн һаман күҙ алдымда. Хәлемде һөйләп биргәс, “Ул инвалид баланы минең өсөн тапмағанһығыҙ, ярҙам итә алмайым” тип яуапланы. Битемә төкөргәндәй булдылар, шунда инде сирле бала минең генә яҙмышым һәм ул йөктө ғүмер буйы минән башҡа бер кем дә күтәрмәйсәген аңланым. Улымды күкрәгемә ҡыҫып, саҡ ҡайтып йығылдым. Ярһып-ярһып иланым шунда. Ҡыҙым илағанымды күреп, бәләкәй ҡулдары менән килеп башымды ҡосаҡланы ла: ”Әсәй, барыһы ла яҡшы буласаҡ, уның өсөн ныҡ-ныҡ итеп теләргә генә кәрәк”, - тип йыуата башланы. Ҡыҙымдың ошо һүҙҙәре ғүмерлеккә девиз булды минең өсөн. Тормошҡа сатырман йәбештем, эшҡыуарлыҡҡа тотондом. Фатирын да алдым, балаларҙы ла үҫтерҙем. Хәҙер эшемде ҡалдырып, үҙемде тулыһынса балаларға арнаным. Ҡыҙым - төп таянысым, терәгем, йәшәү мәғәнәһе. Ейәнем Тамерлан үҫеп килә, ул моңайып, төшөнкөлөккә бирелергә форсат бирмәй, - тип күңел һандығын бушатты Гөлсинә Нәркис ҡыҙы.
Яугирҙарға махсус хәрби операция башланғандың беренсе көндәренән ярҙам итә башлай ханым. Ул ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнгән ваҡыты була. Башҡа эшҡыуарҙар менән бергәләшеп күп тапҡырҙар гуманитар ярҙам йыйыу ойошторалар. Ирекмәнлек эшен әле лә дауам итә. Волонтерҙарҙың тәғәйен генә төркөмдә тормай ул, барлыҡ чаттарҙа ла теркәлгән, хатта сит өлкә группаларында ла бар. Үҙе һымаҡ яугирҙарыбыҙҙың яҙмышына битараф булмаған волонтерҙар менән гуманитар ярҙам йыйыу ойошторалар. Былтыр яңы йыл алдынан ҡатындар менән бергәләшеп яугирҙарға ҡумта-ҡумта сәк-сәк бешереп ебәргәндәр. Тәүҙә бешергәндә ике-өс кеше генә булһалар, һуңынан ете ҡатын булып киткән. Һуңғы партияны 35 йомортҡаға баҫтыҡ, ти ул. Госпитәлдәргә кейем-һалым, постель кәрәк-яраҡтары, коляскалар, ҡултыҡ таяҡтары оҙатҡандар. Һалдаттарға ҡышҡылыҡҡа йылы кейемдәр кәрәк, ҡатын таныштарынан, яҡындарынан әйберҙәр йыйып ебәргән.
Учалы яугирҙары ҡоро аш эшләп ебәреүҙәрен һорағас та, группаларға яҙып, бергәләшеп эшләргә тәҡдим итә. Тәүҙә ризалашҡандай булһалар ҙа, ниңәлер башланғысты күтәреп алыусылар табылмай. Ахырҙа, бер нимәгә ҡарамай, үҙе тотона ризыҡты әҙерләргә. Итте, йәшелсәләрҙе, тәмләткестәрҙе һәм башҡа кәрәк ярағын үҙенең аҡсаһына һатып ала. Шулай ҙа был эшкә битараф булмаған кешеләр ҙә табыла.
-Иғлан аша бер баҡсасының кишер һатҡанын күрҙем дә, мин алам, һатмағыҙ, тип яҙып ебәрҙем. Нимә тиһәң дә, магазиндыҡына ҡарағанда, үҙең үҫтергәндән әҙерләнгәне яҡшыраҡ бит. Егеттәребеҙгә өй йылыһы, күңел йылыһы өҫтәр, исмаһам, тип уйланым. Бурансынан Венера исемле ҡатын кишерҙе бушлай, өйөмә килтереп бирҙе. Ҡалған йәшелсәләрҙе күмәртәләп һатыу базаһынан алдым, элек бергә эшләгән эшҡыуарҙар изге ниәт менән йөрөгәнемде белгәс, үҙе хаҡына бирҙеләр, - ти ул.
Әлбиттә, бер кешегә ошондай ҙур эште атҡарып сығыуы еңел булмай. Етмәһә, быға тиклем ҡоро аш әҙерләгәне лә булмаған. Тәтешлеләрҙең, интернеттан байтаҡ рецептар ҡарап, шулай ҙа ашты нисек әҙерләү айышына төшөнә. Волонтерҙарҙың береһе үҙенең ҙур киптергесен биреп тора. Уның тормош иптәше һуғышта һәләк булған икән.
-Һәр ҡатта йәшелсәнең айырым бер төрөн киптерҙем: сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, һуған. Итте тәүҙә бешереп, һуңынан ит үткәргестән үткәреп киптерҙем. Артабан барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр өҫтәнем. Борщ матур, сағыу килеп сыҡты, бик оҡшаны, тәмле.
Бер порция ете-ун кешегә иҫәпләнгән. Был ризыҡтың өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, утҡа 10-15 минутҡа ҡуйыу ҙа етә. Уларҙың тәме ябай аштан бер нимәһе менән дә айырылмай. Ул бик ҡулай, сөнки егеттәрҙең әҙерләргә ваҡыты ла, мөмкинлектәре лә булмаҫҡа мөмкин. Тауыҡ итенән дә эшләргә мөмкин, арзанға ла тура киләсәк, - ти Гөлсинә ханым.
Бер үҙе булғас, әлбиттә, ризыҡты әҙерләү ваҡытты күп ала. Етмәһә, өйҙә ауырыу бала, уны ла оҙаҡҡа ҡалдырып китеп булмай. 80 порцияны әҙерләгәнсе, ике арала ныҡ йүгергеләргә тура килә үҙенә. Күмәк булһаҡ, бер аҙна эсендә өлгөртөр инек, ти.
-Сирле кешене ҡарарға кәрәк, үҙегеҙҙең дә һаулығығыҙ шәптән түгел. Был эшкә тотонорға нимә этәрҙе һеҙҙе? – тип һорамай түҙмәнем.
-Ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңендә кисергән кеше генә аңлайҙыр яугирҙарҙың хәлен, уларға ни тиклем ауыр икәнлеген. Беҙҙең йәшәйешебеҙ уларҙыҡы менән сағыштырғанда шөкөр, йылы өйҙә ултырабыҙ, бөтә нимә бар, юҡ икән, сығып алырға була, ә улар беҙҙең ярҙамға мохтаж.
Бер көн урамда танышымды осраттым. “Ҡоро аш әҙерләйһең икән, шунан, ирекмәндәр уның өсөн күпме түләйҙәр һиңә?”, - тип һорағас, әйтер һүҙемде әйтә алмай ҡатып ҡалдым. Интернетта фотоларымды күреп ҡалған икән. Кешеләрҙең бар нәмәне лә аҡса менән үлсәүҙәре аяныслы. Уйлап ҡараһаң, изгелек эшләү бик ябай, ул аҡса менән үлсәнмәй, ҡайһы берҙә күп ваҡыт һәм көс тә талап ителмәй. Иң мөһиме, егеттәр иҫән-һау ҡайтһындар, Алла бирһә. Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, һәр кемебеҙгә лә аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәргә хоҙай насип итһен. Волонтерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында күбеһенең ирҙәре, улдары, туғандары МХО-ла, һәләк булғандары ла бихисап. Минең дә туғандарым араһында яу ҡырында йөрөүселәр бар, бер туғаныбыҙ 2023 йылда һәләк булды. Аҡса өсөн түгел, күңел ҡушыуы буйынса эшләйем мин барыһын да. Икенсенән, ирекмәнлек күңелемде ял иттереү ысулы ла, көнө-төнө сирле кешене ҡарау еңел түгел. Былай, исмаһам, хәл алып, көс туплағандай булам. Мине ауырыу бала ҡараған әсәйҙәр генә аңлай ала. Был донъяла бер кем дә бер нәмә лә тейеш түгел. Әммә ауыр тормош хәленә ҡалғанда, кемдер һиңә йылы һүҙ менән булһа ла ярҙам итеп ебәрһә, йәшәүҙең мәғәнәһе лә юғалмай. Яҡшы кешеләр күп, нимә тиһәң дә. “Изгелек бүләк ит” ойошмаһы етәксеһе Регина Абзаловаға рәхмәтлемен, һәр ваҡыт ярҙамға килә. “Пионер” балалар студияһы етәксеһе Зөлфиә Шихова уҡыусылары менән беҙҙе ташламай. Улымдың 35 йәшен “Ҡурай” кафеһында уҙғарҙыҡ, аниматор Рита Хөснуллина бушлай байрам ойошторҙо. Ошондай изге кешеләр булғанда йәшәүҙәре лә рәхәт. Бәғзе берәүҙәр иһә беҙҙе урамда күреп ҡалһалар, әллә ҡайҙан урам ҡасырға тырышалар, әйтерһең дә йоғошлобоҙ. Мин ундайҙарға хөкөмдар түгелмен, һәр кемдең намыҫы үҙендә, - ти ханым.
Киләсәккә пландары күп Гөлсинә Нәркис ҡыҙының. Бер аҙ сәләмәтлеген нығытып алыу менән ҡоро аштар әҙерләүгә ҡабаттан тотонмаҡсы. Әле буш ваҡытында Белгород госпиталенә постель комплекттары тегеү менән мәшғүл, тауарҙы Златоустан волонтерҙар ебәргән.
Изге йөрәктән атҡарылған бындай ярҙам яугирҙарыбыҙҙың тормошон бер аҙ ғына булһа ла еңеләйтеп, Еңеүҙе яҡынайтыр.