

Дүшәмбе, 8 сентябрҙә, МАХ ватан мессенджерында “Башинформ” рәсми канал асты. Республиканың төп мәғлүмәт агентлығы - төбәктә бындай статус алған тәүге киң мәғлүмәт сараһы.
-“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы үҙ стратегияһында уҡыусыларыбыҙҙың уңайлылығы өсөн һәр ваҡыт иң яҡшы эшләнмәләрҙе һәм технологияларҙы тиҙ арала индерергә тигән принципҡа таяна. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем Рәсәйҙә рөхсәт ителгән һәр мессенджер аша, үҙенә уңайлы булған ысул менән объектив, дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш. Илебеҙҙең МАХ мессенджерында “Башинформ” каналын асыу — Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәтте киңәйтеүҙең сираттағы этабы. Республика халҡына МАХ-та дәүләт хеҙмәттәре пакетын алыуҙан тыш, Башҡортостандың тормошо тураһында оператив мәғлүмәт алырға ла мөмкинлек биргән тәүге киң мәғлүмәт сараһы булдыҡ. Йома кис канал төҙөүселәргә функционалға шәхси инеү мөмкинлеге бирелде. Ял көндәрендә һәм бөгөн канал бета-тест эшләне, ә яңы ғына “Бәйләнештә”-нең Мәскәү офисы каналдың йәмәғәт тәртибенә күсеүен рәсми раҫланы, — тине агентлыҡтың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.
Автор:Аклима Гизатуллина