Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
28 Октября 2025, 07:50

Күп функциялы үҙәк хеҙмәте - МАХ-та

5 сентябрҙән Башҡортостан халҡына Күп функциялы үҙәк (КФҮ) хеҙмәттәрен МАХ мессенджерында рәсми чат-бот аша алыу мөмкинлеге тыуҙы.

5 сентябрҙән Башҡортостан халҡына Күп функциялы үҙәк (КФҮ) хеҙмәттәрен МАХ мессенджерында рәсми чат-бот аша алыу мөмкинлеге тыуҙы.

Сервис граждандарҙың Күп функциялы үҙәк  менән үҙ-ара эш итеүен уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү өсөн булдырылған. Яңы һанлы ярҙамсы ҡырҙан тороп КФҮ-нең теләһә ниндәй бүлегенә ҡабул итеүгә яҙылырға, яҙманы ғәмәлдән сығарырға йәки күсерергә, шулай уҡ үҙенең мөрәжәғәтенең статусын белергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, уның ярҙамында кәрәкле үҙәктең адресын һәм эш графигын тиҙ генә табырға, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын баһаларға һәм кире бәйләнеш булдырырға мөмкин.

  -MAX мессенджерында чат-ботты эшләтеп ебәреү - был беҙҙең хеҙмәттәрҙе һанлаштырыуға тағы бер аҙым. Беҙ мәғлүмәт алыу һәм ҡабул итеүгә яҙылыу процесын мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, − тип билдәләне Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Чат-бот менән эш башлар өсөн смартфонға MAX ҡушымтаһын ҡуйырға, шунан һуң мессенджерҙа “Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге” ботын табырға йәки махсус QR-кодты сканерларға кәрәк.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-10-03/v-bashkirii-zapustili-chat-bot-mfts-v-messendzhere-max-4413872

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас