

Филармонияның спорт залында ГТО ("Готов к труду и обороне") Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы сиктәрендә ғаилә командалары ярышы гөрләп үтте.
8 команда үҙҙәрен һынап ҡараны. “Адреналин”, “Буран”, “Победа”, “Медведи”, “Стрела”, “Дружба”, “Дуҫлыҡ”, “Алға” үҙҙәре менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып, орандарын ишеттерҙе, улар барыһы ла тиерлек мәғәнәүи яҡтан күркәм “Берәү – барыһы өсөн, барыһы – берәү өсөн!” девизына ҡайтып ҡала.
Спортсылар туп тотоп та, гимнастика дүңгәләге аша үтеп тә күп йүгереште, иң ҡатмарлы эстафета – ирҙәр хоккей сәкәне (клюшка) менән уйнатып, ҡатындар футболдағыса аяҡ менән тибеп, балалар баскетболдағыса туп һуғып дистанцияны үтеү, ҡаршылыҡтарҙы урап та үтер кәрәк бит әле. Ҡушаяҡлап оҙонлоҡҡа һикереү йә махсус ҡоролмала ҡул осо менән баҫҡан урындан күпмегә түбәнерәк эйелә алыуҙы күрһәтеү ҙә көйәрмәндәргә ныҡ оҡшаны. (Һуңғы күнекмәнең файҙаһы тураһында бер әйтемде ла иҫкә алайыҡ: “Ҡартайыуҙың төп билдәһе – тән ағзаларының һығылмалылыҡты юғалтыуы”).
Бөтә командалар ҙа матур сығыш яһаны, ярыштарҙың судьяһы Ирек Таһиров хаҡ рәүештә билдәләне: “Бындай ярышҡа йыйылып килә алған һәр ғаилә – еңеүсе!” Эйе, йәш, дәртле һәм татыу кешеләрҙең сығыштарын ситтән күҙәтеү ҙә кинәнес, көлкө, шат ауаздарҙан зал яңғырап торҙо. Барыһына ла афарин! Шулай ҙа, “Абҙаҡ” яҙыуы менән футболкаларҙы берҙәм форма итеп кейгән бер ғаилә менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ. Бик тә сәмле тотоноп, үҙ категорияларында “көмөш миҙал” яуланы улар. Спорт менән дуҫ икәнлектәре, бер төптән тотоноп эш итергә ғәҙәтләнгәндәре күҙгә салынмай ҡалманы.
Абҙаҡ ауылынан Хәлил менән Әлфидә Кирәйевтар һәм улдары Әмир. Күпкә ҙурыраҡ составта ла килә алырҙар ине, сөнки ғаиләлә 4 бала! Әлиә – 7-се, Илина - 6-сы, етеҙлеге менән һоҡландырған Әмир – 2-се класта уҡыйҙар, ә кескәй Әминәгә әле ике генә йәш.
Ғаилә башлығы 34 йәштә, ҡалын шәхси йорт хужалығы, урман-ағас эше менән мәшғүл. Ә бына Әлфидә ханым төп сығышы менән Ҡунаҡбайҙан, Абҙаҡҡа ун биш йыл элек килен булып төшкән. Ҡыҙ фамилияһы – Шайморатова. Дүрт бәпәй табыу һәм аяҡҡа баҫтырыу үҙе оло эш, ә ул почтальон булып та хеҙмәт итеп өлгөргән, бөгөнгө көндә – Абҙаҡ мәҙәниәт йорто мөдире. Өҫтәүенә танылған спортсы ла икән!
-Мәктәптән спорт яратҡас, бер ҙә айырылғы килмәне, киреһенсә, бөтә ғаиләне әүрәтеп ылыҡтырырға тырышам!-тип йылмайҙы ул. –Әхирәттәр менән быма кейгән килеш хоккей уйнауҙы ныҡ оҡшаттыҡ, нисәмә йыл районда беренселекте “Абҙаҡ ҡыҙҙары” бер кемгә лә бирмәне! Бәлки, үҙебеҙҙең ауылда йәнә район матчтары ойоштороп булыр, тип хыялланам. Әсә ҡатын-футболсыларының “Элита” исемле Учалы йыйылма командаһы составында рәхәтләнеп туп тибәм, Өфө, Силәбе өлкәһендә байтаҡ сығыш яһаныҡ. Быйыл Соль-Илецк ҡалаһында Волга буйы чемпионатында еңеүебеҙҙе ғорулыҡ менән билдәләй алам.
...Ошоларҙы уҡығанда, 4 бала тәрбиәләүен, йорт хужалыҡтарында ишле мал, ҡош-ҡорт аҫрауҙарын, күпләп йәшелсә үҫтереүҙәрен дә онотмағыҙ! Был ғына етмәгән тиерһең, хужабикә татлынан талы торттар бешереү оҫтаһы булып та тирә-йүнгә танылған.Төп эшендә лә һынатмай. Әйтәйек, ауыл ҡыҙҙары өсөн ҡул эштәре түңәрәге ойошторған, интернет аша булһа ла ҡараныҡ - "Башҡорт ҡыҙы" биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Ошо арала махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үреүгә лә тотонғандар.
-Теләк кенә булһа, барыһы өсөн дә ваҡыт табыла ул! – тигән фекерҙә Әлфидә ханым.
Ғаилә ярыштары – ҡоро спорт ҡына түгел ул! Ә ҡеүәтленән-ҡеүәтле һәм күркәм социаль, тәрбиәүи, әхлаҡи сара. Ғаилә ағзаларының һәр ҡайһыһы үҙ яғын ғына ҡайырһа, шәхси мәнфәғәттәрен барыһынан өҫтөн ҡуйһа, гел генә бер беренә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тормаһалар, бындай ғаилә иҫәпкә бар, һанға юҡ, тиерлек. Ғаилә ярыштары һәм уларға әҙерлек ваҡытында туғандаш спортсылар бер берен яҡшыраҡ аңлай башлайҙар, маҡсат та, ҡыуаныс-көйөнөстәр ҙә – уртаҡ, иң мөһиме – бер төптән тотонғанда ғына уңышҡа өлгәшеү мөмкин. Командала эшләй белеү һәр балаға артабанғы тормошонда ныҡ кәрәк буласаҡ, ә сәләмәт йәшәйеш рәүешенә ылығыуҙың файҙаһы тураһында әйтеп тә торор кәрәкмәйҙер!