

Ошо мәртәбәле ярышта Нилә Жәүҙәт ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урын, команда составында 2-се урын яуланы. Ҡәнәғәт, ярышты юғары кимәлдә ойоштороуҙарына рәхмәтле булып ҡайта яҡташыбыҙ. “Һөнәри байрамыма иң яҡшы бүләк булды!” – тип ихлас йылмая.
Һөнәре буйынса ғына, бар фиғел-булмышы менән уҡытыусы бит ул. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Башта Ҡобағошта, һуңынан тыуған Наурыҙ мәктәбендә химия менән биология фәндәренән уҡыта. Ике тиҫтәләп йыл тынғыһыҙ завуч вазифаһын башҡара, һигеҙ йыл директор булып хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡан булһа ла, бөгөнгө көндә тәжрибәле мөғәллимәнең йәнә эшкә сығыуын үтенәләр. Бындай кимәлдәге кадрҙар урамда ятмай, ә көс-дәрте, күҙ теймәһен, ташып тора уның. Быға фәҡәт уғатарлыҡ та булышлыҡ иткәндер!
-Милли йәйәнән уҡ атыу буйынса 2018 йылдан шөғөлләнә башланым, шул уҡ йыл Наурыҙда республика ярышында 2-се урын алыу, сентябрь айында Башҡортостан йыйылма командаһы составында Бөтә донъя күскенселәр уйындарында (Всемирные игры кочевников) ҡатнашыу дәрт өҫтәне. Шөкөр, 7 йыл инде Учалыла "Баҡшай мәргәне" республика ярыштары үтеп тора, район хакимиәте,тау- байыҡтырыу комбинаты, эшҡыуарҙар спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә . Шулай уҡ 1 майҙа Наурыҙда республика уҡсылары турниры үткәреү ҙә матур йолаға әүерелде . Иң кинәнес биргәне – йәштәр ҙә тартыла. Миндәктә Юнир Исламов етәкселегендә секция ойошторолған,Учалы ҡалаһында Ләйсән Буләкова,Фәһим Шакиров һәм Марат Музағафаров балаларҙы йәйәнән атырга өйрәтәләр (һыбай уғатарлыҡтан тыш) . Республика буйынса уҡсылар һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлилдә, Өфөлә ярыштар йыш үткәрелә . Ошо турнирҙарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап, йөрөп ятҡан көн.
Данлыҡлы бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы һәм уғатарлыҡ оҫтаһы Рәис Жәүҙәт улы Низаметдинов – әңгәмәсебеҙҙең бер туған ҡустыһы. Һорамай булдыра алманыҡ – кем кемгә үрнәк булды? “ Уральскта Ҡарас-сәсән турнирына уға көйәрмән сифатында барғайныҡ, түҙмәгем, шунда уҡ уҡ-һаҙаҡҡа заказ биреп ҡайттым. Тормош иптәшем Юнир Ибраһим улы 2 йыл мине дәртләндереп, әҙерләп турнирҙарға йөрөттө лә, һуңынан баш-көллө үҙе лә уғатарлыҡҡа сумды, ярайһы уңыштарға өлгәште. Уғатарлыҡ – “йоғошло ҡомар” ул! Аллаһҡа шөкөр, өс балабыҙ, туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар, улар ҙа берәй саҡ кереш тартыр тигән өмөт бар күңел төбөндә”. Уғатар булалармы-юҡмы, әммә бындай ғаиләлә үҫеүселәр бер саҡ манҡортҡа әйләмәҫ!
P.S. Собханаллаһ, тип әйтһәң, күҙ теймәҫ әле! Исламовтар ғаиләһе - үҙҙәре үк сәләмәт йәшәйеш, әүҙемлек уртаҡ маҡсаттар һәм мәнфәғәттәр менән йәшәй белеү һәм башҡорт йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡ өлгөһө! Өлгө һәм үрнәк, тип әйтәйек. Бәғзеләр йәштән һүлпән, халыҡ әйтмешләй “тыуғанда уҡ арып тыуған” булһа, Наилә Жәүҙәт ҡыҙы менән Юнир Ибраһим улынан, олпат йәшкә яҡынлашҡанда ла ыңғай энергия бөркөп, дәрт-дарман урғылып тора. Паспорттарына ҡарамаһаң, нисә йәштә икәнлектәрен һис белерлек түгел. Уғатарлыҡтың файҙаһына, ҡыҙығып-мауығып йәшәү кәрәклегенә улар үҙҙәре үк тере дәлил.